6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

БР Президенты әсәләргә миҙал тапшырҙы
14.04.05


       Ҡасандыр Советтар Союзында ла "Әсәлек даны" миҙалы булған.
       Был
       награда күп йылдар дауамында тантаналы рәүештә күп балалы ә сәләргә тапшырылған. 1998 йылдан башлап Башҡортостанда был изге йола
       тергеҙелде һәм ул ваҡыттан алып, БР Президенты Мортаза Рәхи мовтың һүҙҙәре буйынса, мең ете йөҙҙән ашыу әсәгә "Әсәлек да ны" миҙалы тапшырылған.
       - Ҡәҙерле ҡатын - ҡыҙҙар, Башҡортостанда инде бер нисә йы л буйы әсәләргә тапшырылып килгән награда менән һеҙҙе лә бүләкләргә
       рөхсәт итегеҙ, - биш һәм унан да артыҡ бала тәрбиәләүсе әсәләрҙе на градлау тантанаһын Башҡортостан Президенты ошондай һүҙҙәр менән асып
       ебәрҙе.
       Залда йыйылған етмештән артыҡ шат һәм ҡупшы әсәләр биш һә м унан да күберәк бала тапҡандан һуң йәш һәм сибәр булып ҡалыу мөмкин түгел тигән фекерҙе юҡҡа сығарырға һүҙ ҡуйышҡан, күрәһең. Улар араһында биш, алты бала тәрбиәләүсе хужабикәләр, һатыусылар, һауынсылар бар ине . Әммә иң бәхетлеһе, моғайын, һигеҙ бала әсәһе Ирина Исламовалыр. Ул Б елорет районынан килгән. Мортаза Рәхимов уны ихлас ҡотланы һәм өлгә шелгәндә туҡтап ҡалмаҫҡа саҡырҙы.
       - Республикала тыуым буйынса хәл яҡшыраҡ та була ала ине,
       хәйер, төрлө районда төрлөсә. Рәсәй буйынса иҫәпләгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы , тыуым һиҙелерлек кәмей бара, - тине Башҡортостан Президенты. - Арт абан да шулай барһа, ҡарттар тураһында хәстәрлек күрерлек ке ше ҡалмаясаҡ. Хәлде асығыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн һандарға мөрәжәғәт итәйек:
       Бөйөк Ватан һуғышына тиклем республикала йылына 166 мең бал а тыуған, бөгөн барыһы - 45 - 46 мең. Бынан тыш һау - сәләмә т балалар тыуыуы ла һирәк күренешкә әйләнеп бара. Был башлыса эскелек, наркотиктар ҡулланыу һәм тәмәке тартыуға бәйле. Айырыуса был боҙоҡлоҡтар менән буласа ҡ әсәләр шөғөлләнеүе хәүеф тыуҙыра.
       Мортаза Рәхимов әсәләрҙе тағы бер тапҡыр ҡотланы, уларҙы үҫеп килгән быуын тураһында хәстәрлек күрергә саҡырҙы һәм наградалар тап шырҙы.
       Үҙ сиратында, әсәләрҙең һәр береһе Президентҡа йылы һүҙҙә р әйтте һәм уға һәм яҡындарына именлек теләне. Күп кенә ҡатын - ҡыҙҙар ү ҙҙәре тураһында ла һөйләп үтте, проблема һәм ҡыуаныслы хәбәрҙәре м енән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Ишембай районынан килгән Валентина Мора тбаева: ул үҙе ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән, үҙенең дә биш балаһы
       бар, һуңғылары - игеҙәктәр. Был турала әсә күптән хыялланған булған икән.
       Бүләктәр ҙә булды. Мәҫәлән, Надежда Денисова Мортаза Рәхи мовҡа бар ғаиләһе исеменән рәхмәт белдерҙе һәм бүләк итеп балалар үҙ ҡ улдары менән эшләгән сувенирҙар бүләк итте. "Минең биш бала м бар, мин - бәхетле әсә, - тине Надежда Денисова. - Хәҙер инде эстафетаны өлкән ҡыҙыма тапшырҙым, уның да бер - бер артлы ике балаһы тыуҙы".
       Наградалар тапшырыу тантанаһы һаулыҡ һәм именлек теләүҙәр
       һәм Башҡортостан Президенты менән бергәләп фотоға төшөү менән та мамланды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал