6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Баш ҡалалағы янғында зыян күреүселәр компенсация аласаҡ
25.01.11


       Өфөнөң "Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғын һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләре аҡсалата компенсациялар аласаҡ. Был турала кисә республика Хөкүмәтенең бөтә ағзалары ҡатнашлығында үткән ашығыс кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе:
       - Был янғын йәмғиәтебеҙҙә ҙур хәүеф тыуҙырҙы, республика граждандарын тетрәндерҙе. Икенсе төрлө булыуы мөмкин дә түгел - кешеләр һәләк булды, күптәре зыян күрҙе. Бынан тыш, баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан заманса бина бер нисә минут эсендә янып бөтә икән, халыҡта һорау тыуа - бындай фажиғә ҡабатланмаясаҡ, тигән гарантия бармы? Һәм беҙ, власть вәкилдәре булараҡ, граждандар хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыбыҙ һәм бындай осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шәмбе көндө сауҙа үҙәгендәге янғын ике кешенең - 17 йәшлек ҡыҙҙың һәм 35 йәшлек эшсенең ғүмерен өҙҙө. Республика башлығы билдәләүенсә, ҡыҙ яңғыҙ әсәнең берҙән-бер балаһы булған, ә һәләк булған ирҙең бәләкәй балалары, шул иҫәптән йәш сабыйы ҡалған. Уларҙың ғаиләләре 100-әр мең һум аласаҡ. Ҡаза күреүселәргә матди ярҙам 50 мең һум тәшкил итәсәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле Өфө дауаханаларында янғында йәрәхәттәр алған һигеҙ кеше дауалана.
       Янғын сәбәптәрен тикшереү өсөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров етәкселегендә Хөкүмәт комиссияһы ойошторолдо. Әлеге ултырышта ул янғын хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеү менән бәйле ҡабул ителергә тейешле тәү сираттағы сараларҙы әйтеп ишеттерҙе. Атап әйткәндә, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа асыҡ ут менән эш итеүҙе тыйырға - ашарға әҙерләгәндә лә, төҙөлөш-ремонт эштәрен башҡарғанда ла, майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыу булған объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылар вазифаһын индерергә һәм ирекле янғын дружиналарын ойоштороу менән ныҡлап шөғөлләнә башларға.
       - Федераль ҡануниәттә үҙгәрештәр көтөүҙән мәғәнә юҡ, инициативаны үҙ ҡулыбыҙға алырға кәрәк, - тип белдерҙе вице-премьер.
       Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов бәхетһеҙлек осраҡтары һөҙөмтәһендә һәләк булған һәм зыян күргән кешеләрҙең ғаиләләренә гарантияланған түләүҙәр тураһында республика законын әҙерләргә күрһәтмә бирҙе.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал