6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Өфөлә портреттар галереяһы асылды
20.12.10


       Рәссамдар вернисажда һәм рәссамдар портреттарҙа - ошондай форматта көн элгәре Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы арт-проекттың презентацияһы үтте. Өфө художество галереяһында "Портрет" республика күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Башҡортостан рәссамдары, графиктары, скульпторҙарының ижады һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫталарының портрет жанрында башҡарылған эштәре күрһәтелде.
       Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы рәйесе Хәтип Фазылов әйтеүенсә, был күргәҙмә былтыр үткән "Автопортрет" республика проектының логик дауамы ул. 2010 йылда уны "Портрет" алмаштырҙы, ә кисәнән алда ғына 2011 йылдың декабрендә үтәсәк күргәҙмә темаһы иғлан ителде. Ул натюрмортҡа арналасаҡ.
       - Барығыҙға ла, айырыуса йәштәргә, бөгөндән үк был йүнәлештә эшләй башларға кәңәш итәм, - тип мөрәжәғәт итте күргәҙмә асылыуға килгән коллегаларына рәссам Вәсил Ханнанов.
       Ул тәүгеләрҙән булып экспозиция әҙерләү процесына ҡушылған. Лайыҡлы күренһен һәм дөйөм массала юғалып ҡалмаһын өсөн, конкурс һайлауын үткән эштәрҙе дөрөҫ урынлаштыу ҙа талап ителгән. Эштәрҙең теүәл иҫәбен ойоштороусылар әйтмәй, күргәҙмәне тулыһынса урап сығыр өсөн ваҡыт кәрәк. Өҫтәүенә, бөтә эштәрҙең дә геройҙары - кешеләр, һәм бер нисә секунд эсендә уны ҡарап өлгөрөү, кешенең характерын аңлау мөмкин дә түгел.
       - Сәнғәттең төп темаһы - ул кеше, шуға күрә портрет - үҙенсәлекле жанр, ул кешеләргә иң яҡыны, - ти сәнғәт белгесе Любовь Попова. - Был портреттар күргәҙмәһе иң элек авторҙарҙың ябай кеше донъяһына иғтибар итеүе менән үҙенә йәлеп итә. Хатта төркөмлө портретта ла беҙ уҡыу советы ултырышын түгел, ә лирик жанр күренешен күрәбеҙ.
       Һуңғы комментарий йәш рәссам Вера Фроловаға адресланған. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған белгес портретта үҙенең остаздарын - билдәле башҡорт рәссамдарын һәм уҡытыусыларын һүрәтләгән. Шулай ҙа наҙлы хистәре уның тулы кимәлендә "Ҡарт өләсәй" һәм "Әҙибә апай" эштәрендә сағылған.
       Йәш рәссамдар үҙҙәрен республика күргәҙмәһендә яҡшы яҡтан күрһәтте. Экспозицияла Ольга Цимболенко ("Лилиә"), Олеся Сапожкова ("Динә") һәм Олег Шишкиндың ("Г. әфәнде") эштәрен күрергә мөмкин. Евгений Севостьяновтың "Вәсил Ханнанов" менән "Муллаян"ы, Тимофей Дорофеевтың "Кропачево кешеһе" һәм "Лена көтә" картиналары, Владимир Заһитовтың "Рәссам" һәм "Аң вибрацияһы" ла күргәҙмәгә ҡуйылған. Был йәш рәссамдарҙың һәм уларҙың эштәренең бер өлөшө генә.
       Күргәҙмәлә башҡорт һынлы сәнғәтенең билдәле оҫталары ла ҡатнаша. Иван Фартуков күргәҙмәгә "Ауыл священигы" менән "Ҡыҙыл күлдәктәге Фәүзиә портреты"н тәҡдим иткән. Был тематиканы һайлап, автор ошо рәүешле ике нәмәне - православие һәм мосолман мәҙәниәтен берләштергән. Георгий Калитов ғаилә темаһына мөрәжәғәт иткән, һәм тамашасы иғтибарына килене менән ҡустыһының портреттарын сығарған.
       Башҡортостан тәбиғәте пейзаждары менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә дан ҡаҙанған билдәле рәссам Ринат Әхмәтов был юлы тамашасыны "Күк таҫмалы ҡыҙ" портреты менән хайран итте. Шулай уҡ үҙенең пейзаждары менән билдәле Георгий Прокшин үҙенсәлекле техникала башҡарылған эштәре - "Елкән" (туҡыманы шаҡмаҡтарға бүлеп, шаҡмаҡтарҙың ҡайһы береһенә портрет төшөргән) һәм "Иҫке ихата" (картондан аппликация) картиналары менән таң ҡалдырҙы. Һәр күргәҙмәнең биҙәге - һөйәктән эшләнгән миниатюр фигуралары менән билдәле Бәләбәй рәссамы Геннадий Березин был юлы киндерҙә башҡорт милли батыры образын ижад итеп, үҙен портретист булараҡ танытты ("Бына Салауат ҡайтыр").
       Рәссам картиналарынан башҡорт һынлы сәнғәте корифейҙары - Александр Тюлькин һәм Александр Бурзянцев (Риф Шәрифуллин эштәре) ҡарай. Ә Рәмил Миһранов "Яҙыусы Чванов портреты"н яҙған, Вәсил Ханнанов иһә график портреттар циклын сығарған. Уның "Башҡортостан рәссамдары пантеоны" 20 картинаны үҙ эсенә ала. Бында абруйлы оҫталарҙың да, йәш авторҙарҙың да портреттары бар.
       Рәссам һәм графиктар ғына түгел, скульпторҙар ҙа портрет жанрында эшләй. Марат Хәбибрахманов - "Ҡатын-ҡыҙ портреты"н , Александр Гуслин - "Рафаэль Моратшин протреты"н, ә Радик Хәсәнов башҡорт ырыуы башлығына арналған "Ҡәнзәфәр бей" композицияһын тәҡдим иткән.
       Экспозицияла декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫталары башҡарған эштәргә лә урын табылған. "Соs*мы" квартеты вәкиле Ольга Суханова тамашасы хөкөмөнә "Ауыл йырсыһы" эшен тәҡдим итә. Оҫтабикә текстилдән сәнғәт әҫәре ижад иткән. Уның хеҙмәттәше Альбина Сәфиуллина ҡорама тегеү техникаһын ҡулланып, картинаһын ғаилә портреты жанрында башҡарған. Йәнә бер нисә үҙенсәлекле портрет - Ольга Галанцева эштәре. Был ҡыҙҙарҙың марля аша эшләнгән фотолары.
       "Портрет" республика күргәҙмәһе БР Рәссамдар союзының быйылғы йылдағы проекттар программаһын тамамлай. Өфө художество галереяһындағы экспозиция 2011 йылдың 20 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал