6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Башҡортостан студенттары Ҡаһирәнән ҡайтты
04.02.11


       Мысырҙың баш ҡалаһынан махсус рейс менән Башҡортостанға 132 кеше, шул иҫәптән Ҡаһирәлә уҡыған студенттар ҡайтты. Борттан төшкәс тә тиерлек уларҙың бер өлөшө матбуғат конференцияһына юлланды һәм унда журналистарға сыуалыштар көндәрендә нисек йәшәгәндәре, ҡайтыу юлы, уҡыуҙарын дауам итеү өсөн Мысырға кире барырға йыйыналармы-юҡмы икәнлеге хаҡында һөйләне.
       ...Икенсе курс студенты Илнур Ғиниәтуллин, ҡайтырға теләгәндәрҙең береһе лә тороп ҡалмауына инанғас, Ҡаһирәнән аэропортҡа юлланған автобусҡа иң һуңғыһы булып ултырған.
       - Транспорт менән эштәр ҡатмарлы тора. Таксистар хаҡты ике-өс тапҡырға арттыра, шулай ҙа таныштар менән һөйләшеп, улар беҙгә ике автобус табырға ярҙам итте. Ҡаланан аэропортҡа артыҡ тотҡарлыҡһыҙ барып еттек, айырыуса комендант сәғәтенә тиклем сығып китеүебеҙ шәп булды - ул ғәҙәттә 15 сәғәттән иртәнге 8-гә тиклем дауам итә. Ҡаланан сығыусы сит ил граждандарына бәйләнмәйҙәр, Мысыр халҡының ғына бының менән проблемалары булыуы ихтимал.
       Матбуғат конференцияһы геройҙары "Әл-Әзһәр" университетында уҡыған студенттарҙың күпселегенең Ҡаһирәлә бер кварталда фатир яллап йәшәүҙәре хаҡында һөйләне.
       - Дөйөм алғанда беҙҙең районда ярайһы тыныс ине, - ти Ғиниәтуллин. - Митингыға сыҡҡандар булманы, әммә мародерҙар ҡулынан зыян күрергә мөмкин ине. Ярлы райондарҙа йәшәүселәр, сыуалыштан файҙаланып, магазиндарҙы, торлаҡ йорттарҙы талай башланы. Ләкин урындағы халыҡ бик ваҡытлы ҡурғау сараларын күрҙе: йорт подъездарының ишектәрен бикләне, ҡул аҫтында булған әйберҙәр - таяҡтан алып травматик пистолеттарға тиклем ҡоралланып, күп һанлы дружинасылар урамдарға дежурға сыҡты. Улар машиналарҙы туҡтатып, халыҡтың документтарын тикшерә.
       Шулай ҙа ҡалалағы хәлдәр торған һайын насарлана бара. Интернет юҡ, ошо арҡала бихисап учреждениелар ябыла, банкоматтар эшләмәй, кәрәҙле элемтә бөтөн ерҙә лә тотмай, аҙыҡ-түлек запасы бөтөп бара, ә яңы партияның ҡасан килтереләсәген берәү ҙә белмәй. Ҡалала артабан ҡалыуҙың ҡурҡыныс булыуы аңлашыла. Илнур илселеккә шылтырата, әммә унда граждандар ғүмеренә хәүеф янауын күрмәүҙәре, кешеләрҙе күпләп эвакуациялау хаҡында иғлан итергә йыйынмауҙары хаҡында белдерәләр. Студенттар беренсе ҡорбанды көтөп тормай, уларҙы Мысырға уҡырға ебәргән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратына мөрәжәғәт итә.
       - Билет һатып алып, Мысырҙан үҙебеҙгә лә ҡайтырға булыр ине, әлбиттә, - тип дауам итә Илнур. - Әммә интернет булмағас, карточка менән аҡса алыуы үҙе бер проблема, билет артынан аэропортҡа барырға кәрәк, ә унда оҙон сират, рейстар менән даими өҙөклөктәр башланды, кешеләр бер нисә тәүлек дауамында үҙенең самолетын көтә. Хәйер, был мосолманса, дуҫтарса түгел, башҡаларҙы ташлап, нисек яңғыҙ ҡайтып китәһең? Шуға ла беҙ Мысырҙан ҡайтырға теләгәндәрҙең исемлеген төҙөнөк - 120-нән ашыу кеше йыйылды - һәм БР мосолмандары Диниә назараты менән бәйләнешкә индек.
       БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин үҙ сиратында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтан студенттарҙы тыуған илгә ҡайтарыуҙа ярҙам итеүен һорай. Властар мәсьәләне тиҙ арала арала хәл итеүгә ирешә, һәм бер нисә сәғәттән һуң, 2 февралдә урындағы ваҡыт менән 17 сәғәт 5 минутта, чартер рейсы менән "ТУ-154" Башҡортостандан Мысырҙың баш ҡалаһына юллана.
       - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы һәм беҙҙең илдең Мысырҙағы илселеге беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Мәскәү, Өфө һәм Ҡаһирәнең берлектәге көйлө эшмәкәрлеге арҡаһында ғына беҙ был бурысты тиҙ арала һәм еңел атҡарып сыҡтыҡ, - тип билдәләне матбуғат конференцияһында Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Әббәс Ғәлләмов. - Әле авиакомпания сығымдарын ҡаплау мәсьәләһе хәл ителә, әммә шуныһы билдәле, пассажирҙарҙан аҡса алмаясаҡтар.
       Башҡортостан студенттарынан тыш, Өфө борты башҡа төбәктәр, атап әйткәндә, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, Ырымбур, Силәбе, Ульяновск өлкәләренән, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Пензанан рәсәйлеләрҙе алып ҡайта. Шул уҡ мәлдә унда бер студенттар ғына түгел, Мысырҙан үҙ аллы оса алмаған башҡа граждандар ҙа була. Пассажирҙар араһында балалар ҙа күп - мәктәпкәсә йәштәге балалар ғына үҙҙәре 20 кеше, өҫтәүенә бер нисә ауырлы ҡатын бар. Туғандары менән бәйләнешкә ингәндән һуң башҡа төбәктәр халҡы Өфөнән үҙ аллы ҡайтырға тейеш, шулай ҙа айырым осраҡтарҙа Башҡортостан властары ярҙам итергә әҙер.
       - Был эвакуация түгел, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ғәлләмов. - Беҙ теләге булғандарға илдән сығырға мөмкинлек бирҙек.
       Ләкин барыһы ла ҡайтырға теләмәгән. Илнур Ғиниәтуллин әйтеүенсә, Ҡаһирәлә Башҡортостандың 15 студенты тороп ҡалған, улар сыуалыштарҙың тамамланыуына ышана, хәл-ваҡиғалар киҫкенләшкәндә иһә илселек ярҙамына өмөтләнә.
       Илнур үҙе иһә, матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы студенттар иҫәбендәге Данияр Хужахмәтов кеүек үк, Ҡаһирәгә кире ҡайтып, уҡыуын дауам итергә иҫәп тота.
       - Беҙ әле икенсе курста ғына, алда тағы ике йылыбыҙ бар, һәм мин, әлбиттә, уҡыуымды тамамларға теләйем. Ундағы хәлдәр тотороҡланғас, беренсе рейс менән Ҡаһирәгә юлланасаҡмын - мартта сессия башлана.
       Әммә журналистар менән осрашыуға килгән БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов ашыҡмаҫҡа кәңәш итә:
       - Шәхсән минең фекерем шундай: егеттәребеҙгә хәҙер Мысырға барыу менән ашығырға ярамай, уҡыуҙарын әлегә үҙебеҙҙең вуздарҙа дауам итеүҙәре яҡшыраҡ. Шулай ҙа иң һәләтлеләренең тап ошо университетта уҡып бөтөүҙәрен теләр инем. Мин үҙем дә ошо уҡыу йортон тамамланым, һәм "Әл-Әзһәр" - ысынлап та донъялағы иң яҡшы ислам вуздарының береһе. Ләкин был барыһы ла тынысланғас ҡына буласаҡ. Үкенескә күрә, тыныслыҡ ҡасан урынлашыр, ғөмүмән, берәй ҡасан урынлашырмы, әйтеүе ҡыйын.
       Артабан Әббәс Ғәлләмов Башҡортостан етәкселегенең республикала дини уҡыу йорттары селтәрен киңәйтергә теләүҙәре хаҡында белдерҙе:
       - Атап әйткәндә, мосолман ойошмалары тәҡдиме буйынса беҙ ислам академияһын булдырасаҡбыҙ. Әлбиттә, сит илдә белем алырға теләгән йәштәрҙе берәү ҙә тыймаясаҡ, шулай ҙа беҙ Башҡортостанда ислам тәғлимәттәрен иң юғары кимәлдә өйрәнә алырлыҡ альтернатива булдырасаҡбыҙ.
       Конференция аҙағында уның өҫтәп китеүенсә, республика Хөкүмәте Мәғариф министрлығына, ғәрәп илдәрендә хәүефле хәлдәр башланған осраҡта илгә ҡайтыуҙа тиҙ арала ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге булһын өсөн, был илдәрҙә күпме студент уҡыуын асыҡлау бурысын ҡуйған.
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал