6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Көрәш

Башҡортостан дзюдосылары Рәсәйҙең ике чемпионатында еңде
13.01.11


       Миңә Башҡортостандың дзюдо көрәше буйынса паралимпия йыйылма командаһының быйылғы йылдағы беренсе күнекмәһендә булырға тура килде.
       - Спорт оҙайлы паузаларҙы яратмай. Көсөн тергеҙеү өсөн спортсыға интенсив тренировканан һуң өс көн дә етә. Бөгөн Яңы йыл каникулдарынан һуң беҙ юғары пульста күнекмәләр үткәрәбеҙ, - ти Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валентин Пегов.
       "Геркулес" олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәбенең тарыраҡ залында тиҫтәләгән дзюдосылар, шул иҫәптән өс ҡатын йүгереү, һикереү, шыуышыуҙы үҙ эсенә алған күнекмәләр башҡара. Айырыуса бында яурындарҙы яҙыуға иғтибар бирелә. Тренер күнекмәләрҙе цирк ритмында бер өҙлөкһөҙ алып бара.
       Көрәшселәрҙән тир аға, дзюдогаларҙы һығып алырға була, әммә егеттәр шунда уҡ һәр төрлө алымдар өҫтөндә эшләүгә күсә. Яҡшы дзодосыны үбеүҙәр менән генә тәрбиәләп булмай, тиҙәр бит. Шулай ҙа күнекмәләр мәлендә шаярыуға ла урын бар. Ауыртыуға бәйле алым башҡарыр алдынан "башты өҙә сабыу" командаһы яңғырай - был ваҡытта дзюдосы, билдәле бер алым башҡарып, аяҡтары менән көрәштәшен башын бушатыу, ҡаршы көрәшеү мөмкинлегененән мәхрүм итә.
       - Ҡурҡыттың! - тип ҡысҡырып өндәшә тренер, һәм көрәшсе аяғы менән алдатҡыс киҫкен хәрәкәт яһай.
       Дзюдосыларҙың серҙәре етерлек. Был серҙәргә көрәшселәрҙе тәрбиәләнеүселәре - Башҡортостан дзюдосылары менән биш Паралимпиадала һәлмәк миҙалдар коллекцияһы алыуға өлгәшкән арҙаҡлы тренер Пегов өйрәтә. Дзюдо менән таныш булғандарға Афинала көмөш миҙал алған һәм Пекиндағы Паралимпиадала чемпион булған Олег Крецулдың исеме яҡшы таныш. 2009 йылда Олег Европа чемпионатында еңде, 2010 йылда 90 килограмм ауырлыҡ категорияһында донъя чемпионы булды. Уның әҙерлеге Лондондағы Паралимпиадала ҡатнашыуға йүнәлтелгән. Һәм уның быға тиклем дә томанлы Альбиондағы халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашҡаны булды.
       Пеговтың ҡул аҫтында бөгөн үткән Паралимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары традицияларын дауам итәсәк спортсылар шөғөлләнә. Төркөмдә - ишетеү һәм күреү һәләтенә зыян килгән 2-се төркөм инвалидтары. Әммә улар барыһы ла бик яҡшы формала, һәм һәр сәләмәт көрәшсе лә бергә-бер көрәштә уларға ҡаршы сығырға тәүәккәлләмәҫ. Былтыр Валентин Алексеевичтың татыу компанияһы насар күреүсе спортсылар араһында ла, насар ишетеүселәр араһында ла дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаттарында һәм кубоктарында еңде. Бер һүҙ менән әйткәндә, татамила беҙ - һис шикһеҙ лидерҙар.
       Күнегеүҙәр ваҡытында Өфөнән оҙон буйлы теремек Рөстәм Нәжметдинов көрәшкәндә үҙен ышаныслы тотоуы менән үҙенә йәлеп итә. Ул Францияла үткән донъя чемпионатының бронза миҙалын алған, шулай уҡ ике тапҡыр Рәсәй чемпионы. Икенсе талантлы дзюдосы Стәрле егете Ринат Ҡадиров 19 йәшендә уңыш баҫҡысы буйлап ауыр юлға сыға. Башҡортостан физик тәрбиә биреү институтының өсөнсө курс студенты үткән йылда Волга буйы федераль округы беренселегендә 90 килограмм ауырлыҡ категорияһындағы сәләмәт спортсылар араһында бронза миҙал ала, ә насар ишетеүселәр араһында Мәскәүҙә үткән Рәсәй чемпионатында уға тиңдәштәр табылмай. Ринат көҙөн Голландияла Европа чемпионатында сығыш яһарға әҙерләнә һәм Паралимпия уйындары кеүек үк дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән Сурдолимпия уйындарына эләгергә хыяллана.
       Светлана Ғәниева тренировкаһын ышаныслы киҫкен манерала алып бара. Күреү һәләте менән проблемалары булған Өфө ҡыҙы 30 йәшендә дзюдоға килгән. Үткән ете йылда ул республика кубоктарында һәм беренселектәрендә бер генә еңмәгән. Светлананың багажында Германияла үткән халыҡ-ара турнирҙың бронза миҙалы, Венгриялағы Европа чемпионатының "көмөшө", Рәсәй чемпионаттарының алтын миҙалдары бар.
       Олег Зыковҡа яҙмыш илтифатлы булмаған. Ул дзюдо менән етелә уҡығанда шөғөлләнә башлай. Һәм шул уҡ йылда һаҡһыҙлығы арҡаһында күҙһеҙ ҡала. Ләкин көрәш дәрестәрен ташламай һәм 17 йәшендә мастер нормативын үтәй. Республика ярыштарында уңышлы сығыш яһағандан һуң Зыков республика йыйылма командаһына саҡырыу ала.
       - Миңә 44 йәш, - ти Олег, - әммә үҙемде 30 йәштәге ваҡытҡа ҡарағанда яҡшырам һиҙәм. Мин бер нисә йыл Күмертау ҡалаһында "Прометей" комплексы залында эшләнем. Әлеге ваҡытта тыуған еремдә - Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында йәшәйем һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дзюдо буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләйем.
       Валентин Алексеевичты оҙаҡ йылдар беләм һәм, ул дзюдоны бар нескәлектәрендә белгән оҫта, халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашыу өсөн сыҙамлы, бирешмәҫ көрәшселәрҙе алдан күреп, һайлап ала белеүсе кеше, тип әйтергә теләйем. Миҫал өсөн, Канадала, асылда насар күреүселәр өсөн бәләкәй Паралимпиада кеүек булған Бөтә донъя уйындарында, Рәсәй йыйылма командаһы уның етәкселеге аҫтында Японияның бығаса еңелеү белмәгән татами оҫталарын финалда 3:2 иҫәбе менән еңде. Командаһының еңелеүенә күңеле тулған дзюдосы Рәсәй тренерының яурынына башын һалып иланы.
       Әммә бөгөн элекке ҡаҙаныштар иҫәпкә алынмай. Таҙа ҡағыҙ бите кеүек барыһы ла яңынан башлана. Төрлө илдәрҙең спортсылары Рәсәй дзюдосыларының үксәһенә баҫып килә. Пегов командаһы көрәшкә саҡырыуҙарын ҡабул итә һәм һәр ваҡыт татамиға Лондондағы Паралимпиаданы күҙ уңында тотоп сыға.
       Автор фотоһы.

Виталий Чемляков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал