6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Шым! Тарифтар формалаша
19.11.10


       Йыл аҙағы... Һәм беҙгә тағы күтәреләсәк тарифтар иҫкә төшә. Йәнә бер нисә ай - һәм беҙҙе яңы, мотлаҡ үтә күңелле булмаған суммалар менән яңы квитанциялар көтә. Эйе-эйе, быны таныуы нисек кенә ҡыйын булмаһын - йәнә хаҡтар арта! Ә нимә эшләргә - булған аҡсаларыңды һанарға ла, ауыр тормошҡа зарланырға ғына ҡала.
       Хәйер, барыһы ла улай уҡ насар түгел. Беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ яҡлана, һәм был яҡтан хафаланырға кәрәкмәй.
       - Бер мәлгә генә граждандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҡтисади нигеҙләнгән тарифтар буйынса иҫәпләшә, тип күҙ алдына килтерегеҙ, ул саҡта түләүҙәр шунда уҡ ике-өс тапҡырға артасаҡ! - ти БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев. - Әммә был хәлгә юл ҡуйылмай, сөнки тарифтар ҡаты дәүләт контролендә.
       Ошо арала БР Тарифтар буйынса дәүләт комитетының яңы башлығы ведомство эшендәге яңылыҡтар менән уртаҡлашыу, бер юлы 2011 йылға тарифтар үҫеше параметрҙары тураһында һөйләү өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә матбуғат конференцияһына килде.
       Тәүҙә Фәдис Сәләмгәрәев, Дәүләт комитетының төп бурыстары -ҡулланыусылар мәнфәғәтен яҡлау, предприятие-тәьмин итеүселәр эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, конкурентлыҡ мөхитен үҫтереү, ике яҡлы субсидиялауҙы бөтөрөү, шулай уҡ ҡулланыуҙың социаль нормаларын билдәләү, тип белдерҙе.
       Артабан ул ведомство функциялары менән бәйле бер нисә мәлде телгә алды.
       - Иң мөһим үҙгәрештәрҙең береһе - быйыл Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын көйләү функцияһы беҙҙең ведомствоға тапшырылды. Элек бының менән муниципалитеттар шөғөлләнә ине. Сәбәбе - айырым райондарҙа күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар күҙәтелде (республикала 2010 йылда - 14 муниципаль берәмектә), - тип дауам итә Дәүләт комитеты башлығы.
       Бынан тыш, беҙ үҙебеҙ өсөн яңы өлкәне - дарыу средстволары баҙарын үҙләштерәбеҙ. Бында дарыу хаҡтарына өҫтәмәләрҙең юғары сиген билдәләү тураһында һүҙ бара. Күптән түгел Рәсәйҙә дарыу менән тәьмин итеү тураһында яңы закон ҡабул ителде, һәм уға ярашлы улар барыһы ла хәҙер беҙҙең компетенцияға индерелде. Шул уҡ мәлдә мөһим сикләү бар - дарыуға юғары хаҡтарҙы беҙ йылына бер тапҡыр ғына билдәләй алабыҙ.
       Шулай ҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Тарифтар нисек көйләнә һуң? Төрлө алымдар бар. Шуларҙың береһе - иҡтисади нигеҙләнгән сығымдар методы (предприятие табышына ҡарап), сағыштырыу методы (ресурстар етештереүсе предприятиелар үҙ-ара сағыштырыла), шулай уҡ индексация методы (уҙған йыл тарифтары нигеҙендә).
       - Һуңғы арала беҙ оҙайлы ваҡытҡа көйләүгә күсә башланыҡ (биш йылға тиклем), - тип дауам итә Дәүләт комитеты башлығы. - Энергия етештереү һәм транспортлау менән шөғөлләнеүсе предприятиелар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән инвестиция программаларына мохтаж. Ниндәй инвестиция программалары хаҡында һүҙ бара? Мәҫәлән, энергия селтәрҙәрен үҫтереү, ҡорамалдарҙы модернизациялау, энергияны һаҡсыл файҙаланыу буйынса проекттар. Шул уҡ ваҡытта предприятие сығымдары, эш хаҡы, дөйөм хужалыҡ сығымдары иҫәпкә алына. Тап ошолар нигеҙендә хаҡтар артыуының һуңғы сиге билдәләнә.
       Шуныһы мөһим: бөтә ауырлыҡ ҡулланыусылар елкәһенә ятмаһын өсөн, бындай инвестиция программалары дәүләттән финанслана.
       Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары 2011 йылда күпмегә үҫәсәк һуң?
       - Электр энергияһы буйынса хаҡ артыуы 10 процент тәшкил итәсәк, йылылыҡ энергияһы буйынса - 14 процент, газ буйынса - 15 процент, һыуға - 14 процент. Дөйөм алғанда, Башҡортостан халҡы өсөн коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар киләһе йылда 15 проценттан күберәккә артасаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Фәдис Сәләмгәрәев.
       Теүәл суммаһы әлегә иҫәпләнмәгән һәм 2010 йылдың декабренә тиклем билдәле буласаҡ.
       Шул уҡ мәлдә төрлө муниципалитеттар өсөн тарифтар төрлө буласаҡ, сөнки һәр райондың үҙенең үҫеш параметры бар, предприяте ҡеүәттәре бер төрлө түгел. Ауыл һәм ҡала халҡы өсөн тарифтарҙа ла айырма буласаҡ.
       Тарифтар күтәрелеүенең төп сәбәбе нимәлә һуң? Беренсенән, был тәбиғи инфляция процесы. Икенсенән, энергия сығанаҡтарына хаҡтар арта. Һәм өсөнсөнән - ике яҡлы субсидиялау бөтөрөлдө (сәнәғәт предприятиеларына халыҡ өсөн түләргә тура килгән осраҡтар).
       Шул уҡ мәлдә тарифтар бер ҡасан да билдәле күрһәткестән - юғары сиктәге индекстан артыҡ артмаясаҡ. Унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе йыйыу, дөйөм ғаилә килемендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә киткән сығымдар өлөшө, килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған халыҡ өлөшө иҫәпкә алына.
       - "Кәрәк осраҡта" үҫеш индекстары түбәнәйеү яғына ҡайтанан ҡарала, - тип аңлата докладсы.
       Дөйөм алғанда иһә, Тарифтар буйынса дәүләт комитетының төп ориентиры - ҡулланыусыларға күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифталы һәм һәр кем ҡуллана алырлыҡ булыуы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фәдис Сәлимгәрәев.
       Эште яҡшы ойоштороу өсөн республикала айырым Мәғлүмәти-аналитик система - ойоштороу-коммерция характерындағы структура (Рәсәй электрон хөкүмәте өлөшө) булдырылған. Унда коммуналь комплекс предприятиелары берҙәм селтәргә тоташтырылған. Ул интернетта айырым портал булып тора, унда предприятиелар электрон ҡултамға ярҙамында теркәлә. Системала статистика өсөн иҫәп-хисап биреү ҡаралған, уның нигеҙендә етештереүсе план күрһәткестәрен үтәгәнме-юҡмы икәнен ҡарап бара ала.
       Мәғлүмәти-аналитик системаның төп маҡсаты - хеҙмәттәр күрһәтеү процесына контроль, тарифтар формалаштырыуҙың үтә күренеүсәнлеге. Шул уҡ мәлдә система ресурстар етештереүселәргә лә, ҡулланыусыларға ла берҙәй кәрәкле. Ҡулланыусы ла тарифтар һәм түләүҙәр суммаһы үҙгәреүен күҙәтеп бара ала - бының өсөн адресыңды, фатир метражын күрһәтеп, эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы сығарып түгеү һәм башҡа һәр төрлө түләү буйынса мониторинг үткәрергә кәрәк.
       - Субъективлыҡты йәки тарифтар билдәләүҙә хаталарҙы булдырмаҫ өсөн яҡын арала республикала эксперт советы барлыҡҡа киләсәк, ул 16 ҡатнашыусынан - муниципаль берәмектәр, фән һәм уҡыу йорттары, министрлыҡ вәкилдәренән торасаҡ. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡабул иткән ҡарарҙар ошо хеҙмәттәр аша үтәсәк, ул киләһе йылдан эшләй башлай, - тине Дәүләт комитеты башлығы.
       Фото nedelya.ru сайтынан.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал