6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Борсоулы хәл

Башҡортостан студенттары Мысырҙан ҡайтырға әҙер
01.02.11


       Рәсәй Федерацияһының Мысырҙағы Илселеге әлеге ваҡытта Ҡаһирәлә уҡыған Рәсәй студенттарына ярҙам итергә әҙер. Был хаҡта "БАШвест"ҡа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре һәм ижтимағи бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов хәбәр итте:
       - Әлеге мәлдә студенттарҙың илселек хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы үтә. Улар Рәсәй граждандарын Ҡаһирәнән эвакуациялау мәсьәләһен тикшерә. Бынан алдараҡ ҡына беҙ студенттарыбыҙ менән телефон аша бәйләнешкә инеп, Рәсәй илселегенең Ҡаһирәләге студенттарҙың исемлеген алыуын һәм, әгәр шундай ҡарар ҡабул ителә ҡалһа, уларҙы эвакуациялау буйынса бөтөн сараларҙы күрергә әҙер булыуын асыҡланыҡ.
       Руслан Сәйәхов әйтеүенсә, әле Мысырҙа Рәсәйҙең 190 студенты, шул иҫәптән 50-ләгән Башҡортостан вәкиле бар. Улар барыһы ла Ҡаһирә райондарының береһендә ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәй.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатмарлы сәйәси хәлдәр һәм сыуалыштар арҡаһында Мысырҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. 25 ғинуарҙа Ҡаһирәлә һәм Мысырҙың тағы бер нисә ҡалаһында күмәк халыҡ ҡатнашлығында сыуалыштар үтте. Манифестанттар социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу, сәйәси азатлыҡты киңәйтеү, шулай уҡ 30 йыл дауамында ил башлығы вазифаһын үтәгән президент Хөсни Мөбәрәкте отставкаға ебәреү кеүек талаптар ҡуйҙы. Ҡаһирәлә полиция менән бәрелештәр булып үтте, зыян күреүселәр бар. Шуның арҡаһында Мысырҙың баш ҡалаһында бөтә дәүләт учреждениеларының, шул иҫәптән уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге туҡтатылған.
       Фото lenta.ru сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал