6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Бындай ҙур булмаған Ер шарында башҡаларҙан айырым йәшәү мөмкин түгел
31.01.11


       Морат Кейекбаев - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, РФ Дәүләт Думаһының Миләттәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы, социология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры. Өфөлә 2011 йылдың февраль башында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының милли сәйәсәт мәсьәләләре буйынса ултырышы алдынан "БАШвестЪ" был билдәле кеше менән әңгәмә ҡорҙо.
       - Рәсәй - күп милләтле ил. Нисек кенә булмаһын, төрлө халыҡ ниндәйҙер кимәлдә барыбер бер-береһенә йоғонто яһай. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара йоғонтоһо халыҡтарҙың бер-береһен байытыуына алып киләме, әллә берәүҙәр иҫәбенә икенселәрен ярлыландырыуғамы?
       - Үҙ-ара хеҙмәттәшлек - ул кемдеңдер юғалтыуын, кемдеңдер отоуын билдәләгән процесс түгел. Үҙ-ара йоғонто яһау үҙ-ара алмашыуҙы күҙаллай, һәм уның нигеҙендә яңы мөхит, артабан яңы йәмғиәт барлыҡҡа килә. Шуға күрә мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә тьәҫир итеүе - ул ике яҡтың да байыуы, эргә-тирәләге бөтөн нәмәне толерантлы ҡабул итеү нигеҙе ул. Кеше донъяны әүҙем танып белһә, турист сифатында донъя буйлап сәйәхәт иткән хәлдә лә, был файҙаға ғына буласаҡ. Был йәмғиәт уға оҡшаймы-юҡмы, башҡа халыҡтар тәжрибәһенән нәмәне үҙләштерергә әҙер - һығымтаны ул үҙе яһай. Шуға ла халыҡтарҙың үҙ-ара аралашыуы - ыңғай юл ул.
       Изоляция иһә этник эгоизмдың, башҡа халыҡ вәкилдәренә, теле һәм мәҙәниәттәренә ышанмауҙың юлдашы ул. Миҫал өсөн йөҙәр йылдар дауамында кешелек цивилизацияһынан ситләшеп йәшәгән Африка пигмейҙарын йәки Ориноко һәм Амазонка йылғалары бассейны индеецтарын алайыҡ. Үҙҙәренең үҫешендә улар ни ҡәҙәр алға китә алған? Күп нәмәгә өлгәшкәндәрме? Эйе, этнография, антропология күҙлегенән сығып ҡарағанда, улар ҡыҙыҡлы объект иҫәпләнә, әммә шунан артыҡ түгел. Улар тағы ла оҙаҡ ваҡыт цивилизация сигендә, айырым көн итергә мәжбүр буласаҡ. Уларҙың берләшмәһе күҙлегенән сығып баһалағанда был, бәлки, яҡшылыр ҙа. Әммә иртәме-һуңмы уларға цивилизация менән күҙмә-күҙ осрашырға тура киләсәк. Бындай ҙур булмаған Ер шарында дөйөм донъя процестарынан ситтә йәшәү мөмкин түгел. Был прогресс юлы түгел.
       - Халыҡтарҙың татыу йәшәүе буйынса Башҡортостандың күп йыллыҡ тәжрибәһе бар. Дөйөм Рәсәй кимәлендәге милләт-ара хеҙмәттәшлек практикаһына республика халҡы ниндәй өлөш индерә ала?
       - Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһының күп милләтле субъекты. Һәм төрлө милләтле, төрлө конфессиялы халыҡтарҙың татыу йәшәү тәжрибәһе этник толерантлыҡтың юғары кимәле хаҡында һөйләй. Элек бөтөнләй осрашмаған тиерлек халыҡтар бында күп быуаттар дауамында иңгә-иң терәп йәшәй һәм эшләй. Республикала Төньяҡ Кавказдан, элекке БДБ илдәренән, Урта Азиянан, Ҡаҙағстандан килгәндәр үҙ урынын тапҡан. Һәм Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен өйрәнеү күп милләтле илебеҙ күләмендә файҙаланыу өсөн ғәмәли яҡтан да, фәнни күҙлектән ҡарағанда ла ысынлап та бик ҡыҙыҡлы.
       - Милли республикаларға ҡатнаш никахтар хас - яҡшымы был? Бындай ғаиләләрҙә балалар үҙҙәрен кем тип һанай? Диндәге айырмалар уларҙың тормошонда нисек сағыла?
       - Ҡатнаш никахтар - бөтөн донъяла күҙәтелгән күренеш, һәм уға ыңғай йәки кире баһа биреп булмай. Миҙгелдәр алмашыныуын нисек баһалайһың? Был да шуның кеүек. Факторҙар барлыҡҡа килә, улар йоғонтоһонда төрлө милләт вәкилдәре йәмғиәт ячейкаһын булдыра. Бындай ғаиләлә балаларҙың ата-әсәнең икеһенең дә телен һәм мәҙәниәтен үҙләштереүе тәбиғи. Ҡайһы берәүҙәрҙең ата-әсәнең береһенең генә телен һайлауы ихтимал, әммә практикала күренеүенсә, бындай ғаиләлә балалар ике мәҙәниәтте лә үҙ итә, ике тел белә. Ошо яҡтан ҡарағанда ҡатнаш никахтарҙы ыңғай күренеш тип баһаларға мөмкин. Әммә ҡайһы берәүҙәр үҙ халҡының йәшәүгә хоҡуғын яҡлай икән, уның өсөн ҡатнаш никахтар халҡы, теле һәм мәҙәниәтенә ҙур хәүеф иҫәпләнә.
       Этностарҙың ҡасан да булһа юғала, трансформациялана башлауына, ике-өс этнос нигеҙендә бығаса йәшәгән халыҡтарҙың береһенә лә оҡшамаған айырым берләшмәләр барлыҡҡа килеүенә әҙер булырға кәрәк. Бынан фажиғә яһамай, истерикаға бирелмәй, уны булырға тейешле нәмә, объектив күренеш тип ҡабул итергә кәрәк. Беҙ беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ, халыҡтар ҙа үлемһеҙ түгел. Кеше ҡартайып, үлем түшәгенә ятҡан кеүек, халыҡ та ҡартая һәм үлә, тарихи аренанан төшә. Ҡеүәтле дәүләте, мәҙәниәте, теле, йолалары булған бихисап халыҡтар сыҙамлыраҡ, һерерәк халыҡтарға урын биргән. Был объектив тарихи процесс.
       - Бик күп аҙ һанлы халыҡтар, мәҫәлән, Төньяҡ халыҡтары, юҡҡа сығып бара. Уларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн дәүләт нимә эшләй ала һәм эшләргә тейеш?
       - Дәүләт иң элек улар йәшәгән традицион мөхитте һаҡлап ҡалырға тейеш. Мәҫәлән, Көньяҡ Америка индеецтары өйрәнгән тормош тәртибен ташламай, һәм берәү ҙә быны насар тимәй. Был уларҙың тормошо, уларҙың хоҡуғы. Улар был рәүешле оҙаҡ йәшәй алырмы - быныһы инде икенсе мәсьәлә. Төньяҡ, Алыҫ Көнсығыш һәм Себер халыҡтары хаҡында ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин. Рәсәй йәмғиәте уларға бөтөн яҡлап ярҙам итергә, яҡларға, һаҡларға, уларҙың үҙҙәрен мөмкин тиклем иркен хис итеүенә булышлыҡ итергә тейеш. Ә бының өсөн өйрәнгән мөхиттәрен, традицион кәсептәрен - һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, болан үрсетеүҙе һаҡларға кәрәк. Бындай иғтибар уларҙың тыныс йәшәүенә, цивилизацияға әкренләп өйрәнеүенә булышлыҡ итәсәк. Ярангала йәшәргәме, әллә Мәскәүгә барып, унда ижади эшмәкәрлек йәки коммерция менән шөғөлләнергәме - һайлау мөмкинлеге, альтернатива булырға тейеш.
       Әммә әлегә бер ниндәй альтернатива ла булмағас, төп милләт вәкилдәре борон-борондан төйәк иткән урындарын ташларға мәжбүр, һәм ахыр сиктә төшөнкөлөккә бирелеп, улар эскелек һаҙлығына бата. Һәм тәбиғи һайланыш темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, тағы ла ҡабатлап әйтергә кәрәк, ҡайһы бер халыҡтар тирә-яҡ мөхиттең баҫымына ҡаршы тора алмай, тарихи аренанан китә. Был процесты туҡтатып була, әлбиттә. Был уларҙың яҙмышына, уларҙың киләсәгенә, йәшәү рәүешенә дәүләт менән йәмғиәттең нисек ҡарауынан тора. Ыңғай миҫалдар донъяла бик күп. Һуңғы тиҫтә йылдар дауамында Аляскалағы эскимостарҙың, Патагония һәм Австралиялағы ерле халыҡтарҙың тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Йәғни аҙ һанлы халыҡтарға ниндәй зыян эшләнеүен аңлаған цивилизациялы, индустриаль-мәғлүмәти йәмғиәт уларға ҡарашын үҙгәртте. Бер яҡтан, уларҙың традицион йәшәү рәүешен һаҡлау өсөн бөтөн шарттар ҙа булдырыла, ә икенсе яҡтан, уларға цивилизациялы йәмғиәттә адаптацияға мөмкинлек бирелә. Беҙҙә лә ошондай шарттар булдырылһа, Рәсәйҙә йәшәгән аҙ һанлы халыҡтар тормошо ла үҙгәрәсәк. Мин әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитетында эшләйем. Беҙ яңыраҡ ҡына Төньяҡ Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы аҙ һанлы халыҡтарҙың борондан көн иткән биләмәләрен яҡлау һәм һаҡлау менән бәйле закондар өҫтөндә эшләнек, мәғариф буйынса комитет менән берлектә мәғариф тураһындағы закондың туған телдәрҙе уҡытыу хаҡында һүҙ барған өлөшөнә төҙәтмәләр индерҙек.
       - Урбанизация проблемаһы бик күп халыҡтарҙы борсой. Ҡала башҡорттары проблемаһы хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Ҡала башҡорттарының төп проблемаларын атап китә алам. Ҡала башҡорттары берләшмәһе тәбиғи артыу иҫәбенә түгел, ә ауыл халҡының ҡалаларға миграцияһы иҫәбенә формалашыуы арҡаһында, ауыл халҡының бер ҡаршылыҡһыҙ, һөҙөмтәле адаптацияһы мәсьәләһе ҡалҡа. Уларҙың ҡалала төпләнеүе үҙҙәренә лә, ҡалаларҙа күптән йәшәгән башҡа халыҡтар өсөн дә проблемалар тыуҙырмаҫҡа тейеш.
       Ҡала башҡорттарының үҙҙәренең социаль-иҡтисади урынын эҙләүе - икенсе мәсьәлә. Урбанизацияланған мөхит шарттарында өйрәнеп китеү өсөн башҡорттарҙың да, улар менән бергә йәшәгән халыҡтарҙың да теләге бер булырға, мәғариф, мәҙәни, тел характерындағы механизмдар эшкә егелергә тейеш. Ҡала мәҙәниәте, ҡағиҙә булараҡ, рус телле, шуға ла үҙҙәрен уңайһыҙ тоймаҫ өсөн, башҡорттарға рус телен белеү зарур. Ләкин шул уҡ мәлдә үҙ телеңде лә һаклау мөһим. Сөнки, ата-әсәләр, ауылдан сыҡҡан кешеләр, өйҙә һаман башҡортса һөйләшһә, ҡала шарттарында тәрбиәләнгән балалар мәктәптә лә, балалар баҡсаһында ла башлыса рус телендә аралаша, һәм бер-ике быуындан һуң телдең бөтөнләй юғалыуы мөмкин. Ә тел юғалыу менән милли ҡиммәттәргә, мәҙәниәт элементтарына йүнәлеш бөтә, бөтөнләй икенсе мәҙәни-тел мөхитенә ориентир алына.
       Һәм өсөнсө проблема - күршеләр, хеҙмәттәштәр - икенсе милләт вәкилдәре менән шәхес-ара мөнәсәбәттәр булдырыу. Башҡорттарҙа ла, улар менән аралашҡандарҙа ла психологик дискомфорт күҙәтелергә тейеш түгел.
       Әгәр кешеләр ҡала шарттарындағы мигрант-маргиналдар түгел, ә ысын мәғәнәһендә ҡала граждандары булырға теләһә, мөмкин тиклем тиҙерәк башҡорт ҡала мәҙәниәтенең ниндәйҙер элементтарын - әҙәбиәт, драматургия, кинематографты формалаштырырға кәрәк. Нимәһен йәшерергә - башҡорт театры репертуарына күҙ һал - барыһы ла үткәндәргә - ауылға ориентирланған. Ә хәҙерге заман башҡорттарына был ҡыҙыҡ түгел! Заманса, урбанизацияланған тематика булмаһа, ике-өс быуындан һуң улар икенсе мәҙәниәткә йүнәлеш аласаҡ, артабан тулыһынса ассимиляцияны көтөргә генә ҡала.
       - Атайығыҙ - билдәле төркиәтсе, телсе, йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Кейекбаев, шундай ваҡыт етәсәк, барыһы ла бер-береһен тәржемәсеһеҙ ҙә аңлаясаҡ, тип хыялланды. Һеҙ был идеяға нисек ҡарайһығыҙ?
       - Атайым ҙур романтик ине. Күп тел белгән кеше булараҡ, ул, кешеләр күп аралашырға, телдәр өйрәнергә тейеш, был халыҡ күңелен, мәҙәниәтен аңларға мөмкинлек бирәсәк, һәм ахырҙа халыҡтарҙың Ер йөҙөндә гармонияла йәшәүенә нигеҙ буласаҡ, тигән фекерҙе яҡланы. Ләкин ул үҙенең шәхси тәжрибәһе менән сикләнде, сөнки күп телдәр белеү - ҡағиҙә түгел, ысынында һирәк күренеш. Шуға күрә уның теләге романтик саҡырыу, телсе ғалим хыялы ғына булып ҡалды. Мин атайым хаҡында, нигеҙҙә, әсәйем һүҙҙәренә ҡарап фекер йөрөтәм. Сөнки ул вафат булғанда, миңә ете генә йәш булған, һәм мин уны тоноҡ хәтерләйем. Ләкин әсәйем һөйләгәндәр миңә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген һайлауға этәргес бирҙе. Уның өлгөһө, бер яҡтан, - стимул биреүсе фактор, әммә икенсе яҡтан мин атаһы иҫтәлеге алдында улдарҙа була торған яуаплылыҡты тоям һәм теләгемдең ҙур булыуына ҡарамаҫтан, мин уны үтеү түгел, уның фәнни ҡаҙаныштарын ҡабатлай алмаясағымды ла аңлайым. Ата-әсәһе ғалим булмаған кешеләргә фән менән шөғөлләнеүе еңелерәк, улар нулдән башлай. Атайым тел белгесе генә түгел, яҙыусы ла, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, шиғырҙар, ҡобайырҙар, балалар әкиәттәре, роман, повестар авторы ла ине. Ләкин ул үҙен әҙәби эшмәкәрлек менән мөмкинлек булғанда ғына шөғөлләнгән ғалим тип иҫәпләне.
       Фото phototimes.ru сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал