6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

Өфө авторҙары китабының презентацияһы үтте
22.12.10


       "Йәшерен лабораторияла зиһене булған һәм эшмәкәрлек алып барырға һәләтле наноҡоролмалар өҫтөндә эшләйҙәр. Уларҙы нановит тип атағандар. Көтмәгәндә институтта ҡеүәтле шартлау яңғырай һәм нановитлы матдә тирә-яҡ мөхиткә тарала. Ә лаборатория ҡалала урынлашҡан... Һәм башлана...
       Нановиттарҙың кеше организмына үтеп инеп, уны зарарлауы, психикаһын үҙгәртә алыуы һәм... улар ҡулы менән башҡаларға ҡаршы көрәшеү, донъяны үҙенә яраҡлаштырыу өсөн, кешене буйһондороп, унан зомби яһарға һәләтле булыуы асыҡлана. Нановиттар айырым йән эйәләре кеүек түгел, ә Күс рәүешендә - коллектив аң булып йәшәй. Күстең көсө лә ошонда: айырым йән эйәләрен юҡ итергә мөмкин, ә дөйөм алғанда Күстең үҙен юҡ итеп булмай.
       Бөтә донъяға хәүеф янай. Кешеләргә бында урын юҡ, кеше ҡулдары булдырған, әммә уға дошман булған йән эйәләре расаһы - Күс шулай ҡарар иткән. Тимәк, кешеләргә берләшергә, иҫән ҡалырға һәм дошманға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ, бала һәм бабай - һәр кем яугирға әйләнергә тейеш. Тарихҡаса булған дәүерҙәге кеүек, тере ҡалыу һәм Ерҙе үҙенә кире ҡайтарыу өсөн кешеләргә яугирҙар, һунарсылар һәм геройҙар расаһына әйләнергә кәрәк", - тиелә Өфө яҙыусылары Эдуард Байков менән Всеволод Глуховцевтың "Күс" ("Рой") китабына аннотацияһында. Ошо арала ҡаланың китап магазиндарының береһендә был китаптың исем туйы үтте.
       Петербург китап нәшриәте менән август аҙағында дүрт мең тиражда сығарылған апокалипсистан һуңғы ваҡиғаларҙы һүрәтләгән боевик жанрындағы китап шунда уҡ тиерлек бестселлерға әйләнде һәм хәҙер бөтә ил буйлап һәм унан ситтә лә әүҙем һатыла.
       Авторҙар "БАШвест"ҡа бына нимәләр һөйләне:
       - Был китап ярҙамында беҙ донъяны иҫкәртергә теләнек. Беренсенән, өр-яңы фәнни эшләнмәләр, атап әйткәндә, нанотехнологиялар һәм генлы инженерия өлкәһендәгеләр, менән элеккесә еңел һәм уйламайынса эш итеү хәүефле. Шешәнән шундай енде сығарырһың, ул һиңә Ер йөҙөнән кешеләрҙе генә түгел, бар тереклекте юҡ итер. Икенсенән, беҙ романда ҙур ҡалала техноген катастрофанан һуң иҫән ҡалыу буйынса ниндәйҙер конспект булырлыҡ хәл-ваҡиғаларҙың моделен эшләргә тырыштыҡ. Һәм, өсөнсөнән, һәр катастрофанан һуң кешеләрҙең үҙҙәрен икенсе төрлө тота башлауын күрһәтергә теләнек. Ни бары бер нисә герой ғына, ҡыйыу, пассионарийҙар, иҫән ҡалырға теләгән кешеләрҙе үҙе тирәләй берләштерергә һәләтле. Йәғни, һәр кеше ҡурҡаҡҡа, әҙәм аҡтығына әйләнмәй.
       Апокалипсистан һуңғы ваҡиғаларға арналған фантастика беҙҙе шуның менән йәлеп итә: был жанрҙа күп кешеләрҙең ҡурҡыуҙарын, хәүефтәрен тулыһынса асып һалырға мөмкин. Донъя цивилизацияһы ниндәйҙер сиккә килеп етте - тергеҙеп булмаған ресурстарҙы йотоу менән бәйле технократик үҫеш юлы бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып бөттө. Кешеләр хәүефләнеп глобаль үҙгәрештәр башланыуын көтә - һәм уларҙың катастрофа характерында булыуы ихтимал.
       Авторҙар әйтеүенсә, китап ярты йыл эсендә яҙылған. Улар ижади тандемда беренсе тапҡыр сығыш яһай һәм был уңышлы килеп сыҡҡан. Тема һайлауҙары күп осраҡта ике яҙыусының да философияға яҡын булыуына бәйләнгән. Эдуард Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы аспирантураһын тамамлаған. Всеволод - философия фәндәре кандидаты, Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡытыусы.
       - Билдәле булыуынса, жанрҙарҙы бөгөн китап нәшриәттәре һәм китап һатыусылар билдәләй. Беҙҙең уйыбыҙса, постапокалипсис - һорау менән ҡулланған популяр жанрҙарҙың береһе. Постапокалипсис идеяһын беҙгә нәшриәт тәҡдим итте, әммә сюжет линияһы үҫешенә, беҙҙең ижади кухняға ул бөтөнләй ҡыҫылманы. Берлектәге эш бер үк ваҡытта еңел дә, ҡатмарлы ла. Беҙ параллель рәүештә яҙабыҙ, үҙ-ара контроль китап яҙыу процесын тиҙләтә, уртаҡ фекергә килгәнсе һәр бүлекте тикшерәбеҙ. Әле "Күс"тең дауамы өҫтөндә эшләйбеҙ, уның икенсе өлөшөн тамамлауға ла оҙаҡ ҡалманы. Романдың киләһе өлөшө лә мауыҡтырғыс һәм бай эстәлекле булһын өсөн тырышабыҙ.
       Беҙ был жанрҙа ғына туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. Планда - яңы проект өҫтөндә эш, был инде цивилизациябыҙҙың киләсәге тураһында детектив-конспирологик сюжетлы футуристик роман буласаҡ, башҡа идеялар ҙа бар, - тип серҙәрен сисә Всеволод менән Эдуард.
       Улар ниндәйҙер үҙҙәре уйлап тапҡан мегополис, китап геройҙарының йыйылма образдары хаҡында һөйләһә лә, презентацияла ҡатнашыусылар, ә улар араһында ҡәләм оҫталары күп ине, шаярыу ҡатыш, китапта барған ваҡиғаларҙа - Башҡортостандың баш ҡалаһының индустриаль райондарын, ҡайһы бер геройҙарҙың характерҙарын һүрәтләгәндә билдәле өфөлөләрҙе танырға мөмкин, тип белдерҙе.
       - Яҙыусы-фантасттарҙың бөтә Рәсәй форматындағы бестселлер сығарыуы ҡыуандыра. Киҫкен кульминацияға ҡоролған үткер сюжетлы йүнәлеш яратыусы уҡыусыларға иҫәпләнһә лә, роман бик етди, һәм классик рус әҙәбиәте традицияһында яҙылған, - тип билдәләй Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының өлкән әҙәби консультанты Александр Филиппов.
       - Романда көнүҙәк фәлсәфәүи проблемалар ҙа күренә: муллыҡ менән бергә, нанотехнологияларҙы ғәмһеҙ үҫтереү кешелек цивилизацияһы өсөн һәләкәтле һөҙөмтәләргә килтереүе бар. Зомби - ул нигеҙҙә түбән инстинкттар буйынса эш иткән йән эйәһе. Асылда - Америка кинематографы Джордж Ромеро менән Гоголь һәм Салтыков-Щедрин сатираһы стилендә уйлап табылған ҡулланыусылар йәмғиәтенә уҫал һәм ҡурҡыныс пародия был. Уның буйынса ҡулланыусылар йәмғиәте үҫешенең һуңғы пункты - зомбификация, ахыр сиктә кешеләр, аҡылдан шашҡан кеүек, супермаркеттарға ағыла. Үкенескә күрә, беҙҙең ил дә глобалләштереүҙең эҙемтәләрен тоя. Мәҫәлән, хәҙер, зыянға эшләүсе булараҡ, төрлө йүнәлешле киң мәғлүмәт сараларын әкренләп ҡыҫҡартыу һәм уларҙы коммерция, йәғни ҡулланыусылыҡ рельстарына сығарыу идеяһы популярлыҡ алды, - тип дауам итә "БАШвест"тың әңгәмәсеһе.
       Ошоноң менән бәйле һорауҙар тыуа: беҙ ҡайҙа барабыҙ, торған һайын күберәк матди байлыҡ һәм иҡтисади табыш алыуға көйләнгән цивилизация ҡайҙа хәрәкәт итә? Нановиттар менән зарарланған, зомбиға әйләнгән кешеләр - ул рухһыҙ һәм кешелекһеҙ донъяның абстракт образы. Үҙәктән - кешенеке булмаған ҡеүәтле аң менән идара ителгән бер төрлө йәнһеҙ масса. Донъяның көслө заттары - глобалләштереү идеяһы менән зарарланған транснациональ корпорациялар, махсус хеҙмәттәр, йәшерен ойошмалар вәкилдәре беҙҙе ошоға алып бара түгелме? Китап яҡташтарыбыҙҙың фәлсәфәүи һорауҙарҙы яңынан шулай киҫкен күтәреүе, фәнни-техник прогресс һөҙөмтәләренең "кире яғын" ентекләп тикшереүе менән айырылып тора.
       Презентацияла ҡатнашыусыларҙың китап һатып алырға, авторҙан автограф алырға мөмкинлеге булды.
       Автор фотоһы.

Ирек Мөхәмәҙиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал