6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Шәхес

Ожмах хаҡында хәтирәләр
05.03.11


       Яңы йыл етеү менән кеше киләсәге, планетаһы, иле, ғаиләһенең артабан нисек йәшәйәсәге хаҡында уйлана башлай. Леонтий Борисович Тарунтаев планетабыҙ кешеләргә ысын ожмахҡа әйләнһен өсөн, уны нисек төҙөкләндерергә кәрәклеген белә. Уның фекеренә ул ағза булып торған "OtherWays" Бөтә донъя сауҙа лидерҙары ойошмаһында ла ҡолаҡ һалалар. Был Бөтә донъя ойошмаһының өс наградаһын алған кеше өсөнсө мең йыллыҡтың лидеры һанала. Тарунтаевтың 19 наградаһы бар. Ул уйлап тапҡан кешелек тормошоноң моделе киләсәк төҙөүгә нигеҙ булараҡ ҡабул ителгән. Донъялағы 20 ил был кеше менән хәҙмәттәшлек итергә риза, һәм беҙ уның менән уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырырға теләйбеҙ.
       Леонтий Борисович Тарунтаев кеүек кешеләрһеҙ, әфәнделәр, тормошта йәшәүе күңелһеҙ. Кемдер уны сәйер кеше, кемдер гений тип атар, ә кемеһелер сикәһе тәңгәлендә бармағын бороп күрһәтер... Ә мин үҙем уның менән, ижады менән танышҡас, эстетик шок кисерҙем.
       Нижегородкалағы элекке балалар баҡсаһының ярым емерек хәлдәге бинаһына ингәс, ожмах баҡсаһына, бәлки, зиннәтле батша йәки әмир һарайына эләгермен, тип башыңа ла килтермәҫһең. Ошо кешенең ҡулдары менән эшләнгән мебелдең илаһи матурлығын күреү бәхетенән илау теләге тыуа.
       Әммә, әйҙәгеҙ, барыһын да баштан башлайыҡ. Леонтийҙы тормош бала сағынан иркәләмәгән. Дүрт йәшендә ул етем ҡала. Ата-әсәһе - Любовь Солдатова менән Борис Тарунтаев аслыҡтан үлә. Ул оло апаһы менән бергә балалар йортона ебәрелә. Ләкин тиҙ арала Леонтийҙы уҡырға өйрәткән һөйөклө апаһы һигеҙ йәшендә генә ҡорһаҡ тифынан вафат була. Аслыҡта үткән бала саҡтан Леонтийҙа ғүмерлеккә икмәккә булған оло хөрмәт иҫтә ҡалған. Балалар йортонда күрше өҫтәлдән икмәк валсығын алыу ҙа ярамаған эш иҫәпләнә. Әлегә тиклем Леонтий Борисович ҡунаҡта өҫтәл артына ултырырға ҡыйыуһыҙлана: бала саҡтан буштан килгән аҙыҡҡа өйрәнмәгән. Ләкин тап ошо икмәк йомшағы ярым ас малай өсөн беренсе материал булып хеҙмәт итә. Икмәктән ул танкылар, самолеттар яһай ҙа, һуңынан уларҙы ашап ҡуя.
       Балалар йортонан Леонтийҙы күп балалы инәһе ала. Ул ауырыу баланы дауалай, аяҡҡа баҫтырыуға өлгәшә. Леонтий Өфөләге 44-се мәктәптә етенсе класҡа тиклем белем ала. Артабан "Медпром" артеленә эшкә төшөргә, киске һәм художество мәктәбендә уҡып эшләргә тура килә. Сәнғәткә маһирлыҡ балаға нәҫелдән бирелгән. Уның ҡартатаһы Мәскәү Кремлен һырлап биҙәй, ә атаһына - рәссамға рус-япон һуғышында илбаҫарҙар, башҡаса һүрәт төшөрә алмаһын өсөн, бармаҡтарын өҙә саба. Леонтийҙа ла был һәләт иртә асыла. Өфөнөң агрегат заводында токарь булып эшләгәндә уның һәләтен күрәләр һәм завод рәссамы итеп алалар. Тиҙҙән ул "Башмебельбыт" предприятиеһына баш конструктор итеп саҡырыла. Һәм шул уҡ йылды уның эштәре Бөтә союз күргәҙмәһендә беренсе урын ала. Артабан Халыҡ хужалыҡтары ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ-ның) Алтын миҙалы һәм Халыҡ-ара наградалар килә. Тормош уңышлы башланған кеүек була: ғаилә, балалар, эш... Ләкин 1974 йылда Тарунтаев етди юл-транспорт фажиғәһенә эләгә һәм бихисап баш яраһы ала. Бынан һуң ул саҡ тере ҡала. Ләкин тап ошонан һуң Леонтий Борисович ижадының яңы, үҙенсәлекле этабы башлана ла инде. Уға ниндәйҙер йәшерен серҙәр асыла биргән кеүек, Әҙәм менән Һауаның гонаһ ҡылғанына тиклем ерҙәге ожмахтың ниндәй булыуы хәтергә төшкән һымаҡ була. Ниндәйҙер Илаһи зат күктән рәссамға, социаль статусҡа, расаһына һәм матди хәленә ҡарамаҫтан, бар кешеләр ҙә яҡшы йәшәһен өсөн, Ер шарында тормошто нисек төҙөргә кәрәклеген өйрәтеп торған кеүек була. Төрлө йүнәлештә белем бирелә: йәшәү өсөн уңайлы йорт ниндәй булырға тейеш, балаларҙы нисек уҡытырға, урмандарҙы ҡайһылай тергеҙергә, ҡалаларҙы нисек дөрөҫ төҙөргә, экологик таҙа продукттар етештереүҙе ойошторорға, йәшелсә-емештәрҙе нисек үҫтерергә, һәр кешенең Ерҙәге миссияһын һәм тәғәйенләнешен нисек дөрөҫ билдәләргә һәм шул уҡ ваҡытта - ҡасан яратырға һәм һөйөлөргә...
       Леонтий Борисович күңелендә һәр ваҡыт Моцарт, Бах, Бетховен, Вивальдиҙың бөйөк музыкаһы яңғыраған һәм яңғырай. Һәм ошо моң аҫтында ағасты һырып эшләнгән ожмах ҡоштарының, ағастар, үләндәр, сәскәләрҙең гүзәл һындары тыуа. Уның мебель гарнитурҙары, шкафтары, комодтары, карауат, өҫтәл, ултырғыстары һәм сәғәттәре билдәле музыкаль әҫәрҙәр исемен йөрөтә.
       "Мин бала саҡтан ярым түңәрәкте яратманым, һәр ваҡыт мөйөш төшөрҙөм", - тип яҙҙы бер ваҡыт билдәле шағир. Ләкин беҙ, ошо заман кешеләре, бала саҡтан тура һыҙыҡтар, мөйөштәр, квадраттар, дүртмөйөштәрҙе генә күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә тәбиғәттә бындай формалар юҡ. Ысын тәбиғи энергиялар һәр ваҡыт түңәрәк, спираль буйлап хәрәкәт итә. Ә кешеләр торлағы төҙөлөшөндә һәм мебель эшләгәндә мотлаҡ Леонардо да Винчиҙың алтын киҫелеш принцибы ятырға тейеш, тип фекерен уртаҡлаша оҫта. Уның йортонда, мәҫәлән, ике карауат тора. Береһе ГОСТ буйынса эшләнгән, ә икенсеһе - алтын киҫелеш буйынса: оҙонлоғо 2 метр 40 сантиметр, киңлеге 1 метр 60 сантиметр.
       - Тап ошондай батшалар тәхетендә йоҡлауы иң уңайлыһы, - тип раҫлай Леонтий Борисович.
       - Һәр ғаиләнең баҡса һәм матур ҡойма менән уратылған үҙ йорто булырға тейеш, - тип фекерен артабан үҫтерә Тарунтаев. - Кеше өсөн уңайлы йоҡо бүлмәһенең майҙаны 40 квадрат метрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш, түбә бейеклеге - 4 метр. Аҫта - гараж...
       - Ләкин бындай торлаҡты байҙар ғына ала ала бит! - тип йөрәкһеп өндәшәм.
       - Юҡ, бындай торлаҡҡа һәр кем лайыҡ, - тип һүҙемде бүлә оҫта, - байҙар һәм ярлыларға бүлеү булырға тейеш түгел. Беҙҙе бар ҡылыусы кешеләргә шулай ти: һинең өсөн ысын ожмах - ул һин йәшәгән, һәр ваҡыт үҙеңә кәрәгенсә төҙөкләндерелгән үҙ планетаң...
       Ошо ожмахтың бер өлөшөн миңә ярым емерек һыуыҡ Өфө барагында күреү бәхете тейҙе.
       Леонтий Борисович берәүҙән дә бер нәмә лә һорамай, пенсияһы менән дизайн һәм ағасты һырлап эшләү өлкәһендә "Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы" исеменә ташламаларға йәшәй. Уға 2003 йылда Санкт-Петербургта үткән, 100-ҙән ашыу ил ҡатнашҡан Бөтә донъя мебель күргәҙмәһендә иң яҡшы мебелсе тип табылыуы һәм был смотрҙа ҡатнашҡан бар илдәрҙең уны оҫта итеп таныуы ла етә. Италия оҫталары бындай мебель эшләүгә патентты үҙҙәренә биреүен һораған. Бик күп сит ил фирмалары уның мебелен импортҡа оҙатыуға килешеү төҙөргә тәҡдим яһаған. Сит илдәрҙең береһендә Тарунтаев патенты буйынса күпләп мебель етештереү өсөн һанлы программалы идара менән махсус станоктар эшләнгән. Леонтий Борисович мебель етештереү өлкәһендә Рәсәйҙең алдынғы эксперты тип танылған, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына алынған. Оҫта донъяның күп илдәренең абруйлы наградалары менән бүләкләнгән. "Яңылыҡ эҙләү" - "OtherWays" Бөтә донъя ойошмаһы ағзаһы. Был ойошмаға планетаның иң абруйлы кешеләре ҡабул ителә һәм ошо ойошманың исемле алтын картаһы - быға дәлил.
       Уны төрлө илдәргә һәм төрлө ҡалаларға эшкә саҡыралар, бөтөн уңайлыҡтар булдырырға тырышалар, ләкин ул тыуған илендә генә ижад итә ала, сөнки Нострадамустың күрәҙәлегенә ҡәтғи ышана: "Планетаның тергеҙелеүе айыуҙы символы итеп күргән дәүләттән башланасаҡ". Шуныһы иғтибарға лайыҡ: мебель етештереүҙең үҙенсәлекле стилен дә оҫта тап ошо "Тергеҙеү" һүҙе менән атаған.
       Андрей Старостин фотоһы.

Светлана Ғәфүрова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал