6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Башҡортостан электричкаһы: арзан, күңелгә яҡын һәм күнегелгән
03.03.11


       Дипломат тотҡан, күҙлекле ҡоро клеркты, баҡса участкаһынан өйөнә ашығыусыны һәм рюкзагында конспекттан һәм кисәге бутербродынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған күңелсәк студентты нимә берләштерә? Эйе-эйе, һеҙ яңылышмайһығыҙ - улар барыһы ла электричканан файҙалана! Тиҙ, арзан һәм ярайһы уңайлы - бына ни өсөн Башҡортостанда тап ошо транспорт төрөн һайлайҙар.
       Республиканың (хәйер, РФ-тың башҡа субъекттарының да) ҡала яны транспорты хеҙмәтенең эше йөк ташыуҙар иҫәбенә - шулай тип аталыусы "ике яҡлы субсидиялау" нигеҙендә ойошторолған. Күптән түгел дәүләтебеҙ был аңлашылмаусанлыҡты бөтөрөргә ҡарар итте. "Ҡала яны бәйләнештәре лә табыш килтерергә тейеш! Һәр хәлдә бының өсөн тырышырға", - тип фекер йөрөттө дәүләт чиновниктары. Һәм бөтөн төбәктәрҙә лә ҡала яны маршруттарында пассажирҙар ташыу буйынса айырым компаниялар төҙөргә тигән ҡарар сығарҙы.
       Бындай эш беҙҙең республикала ла үткәрелде. Яңы компания, уның маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында журналистарға уның башлығы, "Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Ғизетдинов ентекләп һөйләй.
       - Нимә ул электричка? - тип төптән башлай әңгәмәсебеҙ.
       Ул экологик яҡтан таҙа, алмаштырғыһыҙ транспорт, бигерәк тә күмәк халыҡты ҡыҫҡа ваҡытта алыҫ араға алып барып еткерергә кәрәк булғанда. Эйе, яҡын араға пассажирҙар ташыуҙа поездар уңайлы түгел. Әммә быға ҡайһы яҡтан ҡарайһың әле! Автобустар тығындарҙа торған, халыҡ эшенә барып етә алмаған пик сәғәттәрен алығыҙ - бындай көндәрҙә электричкаларҙың халыҡ менән тулыу күрһәткестәре 160-180 процентҡа етә! Һәм транспорттың башҡа төрҙәренән айырмалы рәүештә, электр поездарының эше графигында тайпылыштар - бик һирәк күренеш.
       Был ғына нимә - тимер юл транспорты халыҡ араһында һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана! Көн һайын Башҡортостан электричкаларына ун меңдән ашыу пассажир ултыра! Республика 2010 йылда ғына биш миллион гражданды хеҙмәтләндергән. Икенсе төрлө әйткәндә, был социаль әһәмиәттәге хеҙмәт.
       Шулай булғас, дәүләттең ҡала яны бәйләнеше хеҙмәтен айырым "секторға" бүлеп, уның менән ныҡлап шөғөлләнә башларға ҡарар итеүенә ғәжәпләнергә түгел.
       Шулай итеп, 2010 йылдың 1 авгусында республикала "Башҡортостан ҡала яны тимер юл компанияһы" барлыҡҡа килде, - ти Эдуард Ғизетдинов. - Асылда, дәүләт - заказсы, беҙ (ҡала яны компанияһы) - пассажирҙар ташыусы, ә "Куйбышев тимер юлы" арендатор булараҡ сығыш яһай - инфраструктура һәм күсмә состав хеҙмәттәрен күрһәттә, тимер юл торошон контролдә тота.
       Беҙҙеке кеүек ҡала яны компанияларынан дәүләт нимә көтә һуң? Тәү сиратта, үҙҡиммәттең аңлайышлы һәм асыҡ формалашыуын. Донъя тәжрибәһенән күренеүенсә, был транспорт төрө ҡайһы ваҡыт зыянға эшләй һәм дәүләт үҙенә уға ярҙам итеү буйынса йөкләмә ала. Миҫал өсөн, республика сиктәрендә тариф хаҡы ысынбарлыҡта 63 һум тәшкил итә. Пассажир иһә ни бары 10-12 һум түләй. Етмәгән өлөшөн ҡайҙан алырға һуң? Уны, әлбиттә, дәүләт өҫтәп түләй.
       "Яңы һеперткә яңыса һеперә" тигәнде иҫәпкә алып, журналистар яңы компания етәкселегенән күберәк белергә тырышты. Һәм улар иң мөһименән башланы.
       - Яңы компания ниндәй территорияға яуаплы?
       - Рәсәй Федерацияһының биш субъекты - беҙҙең яуаплылыҡ зонаһында. Башҡортостан Республикаһы (тулыһынса), Силәбе өлкәһе (Кропачево ҡасабаһына тиклем), Татарстан Республикаһы (Яр Саллыға тиклем), Һамар һәм Ырымбур өлкәләренең бер өлөшө.
       - Нисә маршрут ойошторолған?
       - Республикала йәмғеһе 57 ҡала яны маршруты ойошторолдо. Быйыл йәй уға тағы бер нисәү өҫтәләсәк.
       - "Электричкалар" нисә вагондан тора?
       - Бөгөнгө көндә бөтөн күсмә составтар ҙа дүрт вагондан тора. Һәм был, асылда, етә. Һәр хәлдә, ошо ярты йылда граждандарҙан бер ялыу ҙа килмәне.
       - Билет хаҡы күпме?
       - Билет хаҡы һеҙҙең күпме ара үтергә йыйыныуығыҙға бәйле. Шуныһы мөһим, тарифтар билдәләү менән ҡала яны компанияһы үҙе түгел, ә Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнә.
       2010 йылда ҡала яны бәйләнешенең ун километрлыҡ бер зонаһында пассажирҙар ташыуға тариф ун һум тәшкил итә ине. Йәғни, ун километр юл үтеп, һеҙ ун һум самаһы аҡса түләйһегеҙ (1-се зона), 50 километр - 50 һум (5-се зона), 190 километр - 190 һум (19-сы зона). Һәм артабан шулай дауам итергә мөмкин. Әммә 2011 йылда был хәл үҙгәртелеп, айырымланған тариф ҡулланыла башланы. Беренсе, икенсе, өсөнсө зоналарҙа тариф 12 һум тәшкил итә, дүртенсе һәм һигеҙенселә - 11 һум. Башҡа зоналарҙа тариф үҙгәрешһеҙ ҡалды һәм шул уҡ 10 һумды тәшкил итте.
       Бүтән төбәктәр менән сағыштырғанда, тарифтар беҙҙә түбәнерәк, һәм беҙ уларҙы ҡулай кимәлдә һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, - тип билдәләй компания башлығы.
       - Поезға билетһыҙ ултырған пассажирҙарҙан өҫтәмә түләү алынамы?
       - Һис шикһеҙ. Пассажир алдан билет алып өлгөрмәһә, бөтә поездарҙа ла вагондар буйлап йөрөүсе билет кассирҙары эшләй. Әгәр ябай поезға ултырһағыҙ, билет хаҡынан тыш 24 һум күләмендә өҫтәмә йыйым түләргә тура киләсәк, ә тиҙ йөрөүсе поездарҙа - 50 һум.
       - Беҙҙең электр поездарының торошо ниндәй?
       Эдуард Ғизетдиновтың әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәренең санитар-эстетик торошо яҡшы хәлдә түгел. Сәбәбе - пассажирҙарҙың хулигандарса, хатта айырым осраҡтарҙа вандалдарса мөнәсәбәте. Ярылған быяла, тышлығы йыртылған ултырғыстар - бик йыш осраған күренеш.
       - Беҙгә, әлбиттә, бындай етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә тура килә, сөнки иң мөһиме - пассажирҙар хәүефһеҙлеге, - тип билдәләй топ-менеджер.
       Сығымдарҙың айырым статьяһы - терроризмға ҡаршы көрәш. Әлеге ваҡытта Куйбышев тимер юлының барлыҡ ҙур вокзалдары металл эҙләүсе рамкалар менән йыһазландырылған, ә йыһазландырылып өлгөрмәгәндәре улар менән яҡын арала тәьмин ителәсәк. Өҫтәүенә милиция нарядтары менән һайланма тикшереүҙәр үткәрелә. Әйтергә кәрәк, граждандар үҙҙәре лә уяулыҡ күрһәтә - хужаһыҙ рюкзактар һәм шикле шәхестәр тураһында мәғлүмәт бик йыш теркәлә (һәм улар ғәҙәттә, тикшереү барышында асыҡланыуынса, хәүефле булмай сыға).
       - Ләкин уяулыҡ, һис шикһеҙ, кәрәк, - тип иҫәпләй Эдуард Ғизетдинов. - Мәҫәлән, икенсе кешеләрҙән йөк, пакеттар һәм башҡа төрлө әйберҙәр алырға кәңәш ителмәй. Ә бына кемдеңдер онотоп киткән әйберҙәре хаҡында тейешле органдарға хәбәр итеү мотлаҡ!
       Компания етәксеһенең өҫтәп әйтеүенсә, тиҙ арала Мәскәүҙә кәңәшмә үтәсәк, унда поездарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса комплекслы программа ҡабул ителәсәк.
       "Башҡортостан компанияһы"нда иһә хоҡук һаҡлау органдары һәм шәхси эҙәрләү агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәренән торған хәүефһеҙлек секторы булдырылды. Көн һайын электричкаларыбыҙҙың 80 проценты уларҙың оҙатыуында йөрөй. Спиртлы эсемлектәр эсеүҙе, вандализм акттарын иҫкәртеү, шулай уҡ пассажирҙар менән проблемаларға юлыҡҡан кассирҙарға ярҙам итеү - уларҙың төп бурыстары.
       Белгестең билдәләүенсә, 2012 йылда компания табышлы, рентабелле производствоға сығырға ниәтләй. Хәйер, был еңел эш түгел. Электричка - социаль йүнәлешле транспорт төрө. Һәм бында бер иҡтисад хаҡында ғына һөйләргә ярамай.
       - Теге йәки был маршруттың иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлылығы, ҡулайлаштырыу хаҡында уйлағанда, беҙ кешеләрҙе лә онотмаҫҡа тейешбеҙ, - тип иҫәпләй Эдуард Ғизетдинов.
       Табышлы эшләүгә компания төрлө юлдар менән өлгәшергә ниәтләй.
       - Халыҡты билеттар һатып алыуға ҡыҙыҡһындырыр өсөн, беҙ махсус "реклама акциялары" үткәрергә йыйынабыҙ. Миҫал өсөн, ҡала яны поездары хеҙмәттәренән файҙаланған эре предприятиелар хеҙмәткәрҙәре өсөн билет-абонемент эшләргә теләйбеҙ. Күмәртә хаҡы менән һатып алынған бындай абонемент күпкә арзаныраҡҡа сығасаҡ. Компания планында автотранспорт предприятиелары менән берлектәгеге проекттар ҙа бар. Халыҡ тормошон яҡшыртыу маҡсатында, беҙ автобустар расписаниеһы менән электричкалар расписаниеһын тура килтереп эшләргә теләр инек, - тип хыялдары менән уртаҡлаша етәксе. - Ултырыу һәм баҫып барыу вагондары ҡаралған яңы тиҙ йөрөшлө маршруттар булдырыу тураһында ла уй бар. Хәйер, был яңылыҡтарҙың 2012 йылдан һуң ғына тормошҡа ашыуы ихтимал.
       Фото vlasti.net сайтынан.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал