6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

"Өфө"лә Башҡортостандыҡылар буласаҡ
11.02.11


       Донъянан артта ҡалғандарға ғына таныш булмаған, ялҡауҙар ғына уның турала һөйләмәгән "Өфө" футбол клубы Кисловодскиҙа тәүге әҙерлек уйындарын үткәрҙе һәм унда, Ҡаҙағстандың "Каспий"ы менән генә 1:1 иҫәбенә уйнап, башҡа спарринг-партнерҙарын ҡаһармандарса еңде. Яңы команда туплау буйынса бер проблема ла юҡ. Киреһенсә, составтағы урын өсөн етди конкуренция бара тиергә мөмкин. Клуб составы яҡынса билдәләнгән дә инде. Яҡын арала контракттарға ҡул ҡуйыласаҡ.
       Кисловодскиҙа иллеләгән футболсы ҡаралды. Анталияға икенсе сборға 30-лап кеше юлланасаҡ, шуларҙың 26-һы составҡа инәсәк.
       Был составта "Өфө"нөң баш стратегы тәрбиәләгән команданан - "Торпедо-ЗИЛ"дан да уйынсылар буласаҡ. Беҙгә көслө состав вәғәҙә итәләр, улар быйыл беренсе лигаға эләгеү өсөн көрәшәсәк. Әйткәндәй, футболсылар кимәленең был беренсе лигаға ярашлылығы әле үк һиҙелә. Башҡортостан футболы тәрбиәләнеүсеһе Наил Хәбибуллин "БАШвест"ҡа бына нимә тине:
       - Сборҙа көслө егеттәр булды, уларҙың кимәле бик яҡшы.
       - Башҡортостан егеттәре араһында Белоусов үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Һәм, үҙенең әйтеүенсә, ул әле ике килограмм артыҡ ауырлығын ташлап өлгөрмәгән! - тип шатланып һөйләне беҙҙең баҫмаға "Өфө"нөң пресс-атташеһы Сергей Тыртышный.
       Башҡортостан тәрбиәләнеүселәренә килгәндә, сборҙан һуң төп составта уларҙан дүрт кенә кеше ҡалды. Был, Леонид Белоусовтан тыш, тағы өс тәжрибәле футболсы - Наил Хәбибуллин, Анатолий Завьялов һәм Павел Васильев.
       Яңы Өфө клубының генераль директоры Алексей Ощепков - йүнсел хужа. Ул быйыл йәй үк "Динамо"ның алама газонын алмаштырырға йыйына.
       - Газонды тәнәфескә туҡтаған арала алмаштырасаҡбыҙ. Йылытылмалы яһалма япманың иң яңыһы һалынасаҡ. Күп сарыф итмәҫ өсөн, әле иң отошло вариант эҙләйбеҙ, - тип хәбәр итте Ощепков "БАШвест"ҡа.
       Беҙҙең гәзит һәләтле тренер Флүр Фәхретдиновтың яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһынды. Ул Затонда, "Водник" стадионында урынлашасаҡ дубль - "Өфө-2" менән шөғөлләнәсәк.
       Күңелһеҙ яңылыҡтар ҙа бар: иң абруйлы Башҡортостан арбитры Илдус Биглов башҡаса судья булараҡ сығыш яһамаясаҡ. Ул яңы "Өфө" клубының техник директоры итеп тәғәйенләнгән.
       - Бер үк ваҡытта судья ла, клуб директоры ла була алмайым. Шуға күрә арбитр эшен тамамларға тура килә. Әле судьялар корпусын йәшәртеүгә йүнәлеш алынды. Егеттәр хәҙер 22 йәшендә үк судья вазифаһын үтәй. Йәш арбитрҙар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтер әле, тип уйлайым.
       Ҡыҙыҡ, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Динамо" спорт клубы һәм БР Футбол федерацияһынан тыш, беҙҙең туған "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы ла футбол клубын ойоштороусы булып сығыш яһаны. Шулай булғас, хәҙер беҙ хеҙмәттәшем - спортҡа күҙәтеү алып барған журналист Дмитрий Слезин менән властабыҙ һәм барыһын да етди тикшереп барасаҡбыҙ.
       Үкенескә күрә, яңы клубтың әлегә интернет-сайты ла, талисманы менән логотибы ла, формаһы ла юҡ. Ләкин былар барыһы ла миҙгел башланыуға - 15 апрелгә мотлаҡ эшләнәсәк.
       Һәм ахырҙа - бик шәп яңылыҡ! Яңы ҙур стадионды аэропорт яғына ҡарай трассала, "Метро" сауҙа комплексы районында төҙөргә ниәтләйҙәр. Дөрөҫ ҡарар. Трасса унда ярайһы киң һәм стадионға инеү юлдарын белеп ойошторғанда - уйын көндәрендә юлдарҙа "тығындар" булмаҫҡа тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал