6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Башҡортостандың баш ҡалаһына грипп һөжүм итә
08.02.11


       7 февралдән Өфө ҡалаһы уҡыусыларының сираттан тыш каникулдары башланды. Балалар араһында миҙгел сирҙәренең ныҡлап таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, уҡыу йорттары грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция буйынса карантинға ябылды. Ололар грипп эпидемияһы алып килгән хәүефтәрҙән ысынтылап шомлана.
       "2011 йылдың 28 ғинуарынан Һаулыҡ һаҡлау идаралығы бойороғо менән Өфөлә "Грипп буйынса эпидемия осоронда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса саралар планы" ғәмәлгә индерелде. <...> Карантин индереү поликлиникаларҙың көсәйтелгән режимда эшләүен, хәл-ваҡиғаларға мониторингыны, персоналдың мотлаҡ рәүештә битлек кейеүен, дезинфекция режимын көсәйтеүҙе, халыҡ менән профилактика саралары хаҡында эш алып барыуҙы күҙаллай", - тип яҙҙы "Йәнле журнал"да Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Һаулыҡ һаҡлау идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Руслан Бикбулатов.
       Уның әйтеүенсә, 2011 йылдың 31 ғинуарынан 6 февралгә тиклем вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны баш ҡалала 19 мең кешегә еткән. Эпидемия сиге - 1,8 тапҡырға, ә балалар араһында (14 йәшкә тиклем) 2,4 тапҡырға артып киткән.
       Шулай уҡ "тиҙ ярҙам"ға мөрәжәғәттәр ҙә артҡан. Миҫал өсөн, әгәр 26 ғинуарҙа ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә юғары температураға ялыу менән 226 мөрәжәғәт килһә, 30 ғинуарҙа был һан 494-кә еткән.
       - Хәҙер беҙҙең эштә температураһы күтәрелгән пациенттарға өйҙәрендә ярҙам күрһәтеүгә баҫым яһала, - тип һөйләй "БАШвест"ҡа Руслан Бикбулатов. - Был, тәү сиратта, поликлиникаларҙа вируслы инфекция йәки грипп менән сирләүселәрҙең сәләмәт кешеләр менән контактын булдырмаҫ өсөн эшләнә.
       Бынан тыш, һеҙгә билдәлелер, моғайын, кисектергеһеҙ ярҙам буйынса мөрәжәғәттәрҙе хеҙмәтләндереүсе Өфө поликлиникалары бер сәғәткә оҙағыраҡ эшләй башланы. Кисектергеһеҙ ярҙам мөрәжәғәттән һуң бер нисә сәғәт эсендә күрһәтелә. Эш көндәрендә иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем табипты өйгә саҡыртырға мөмкин, ә ял һәм байрам көндәрендә - иртәнге туғыҙҙан 19.00-гә тиклем.
       - Респиратор вируслы инфекция менән ауырый башлағаныңды тойһаң, ниндәй саралар күрергә кәрәк?
       - Тәү сиратта шуны хәтерҙә тоторға кәрәк: грипп булғанда үҙ аллы дауаланырға ярамай! Беренсе симптомдар күренһә, өйгә табип саҡыртып, дауалау курсы билдәләүен көтөргә. Температура күтәрелгәндә Берҙәм регистратураға түгел, йәшәү урынығыҙ буйынса поликлиниканың регистратураһына шылтыратырға һәм табипты өйгә саҡыртырға кәрәк.
       Терапевт килгәнгә тиклем күпләп эсергә кәңәш ителә. Был малина, бал менән эҫе сәй, мүк еләге йәки ҡыҙыл көртмәле морсы, минераль һыуҙар, һөт йәки үлән төнәтмәләре булыуы мөмкин.
       - Киҙеү йәки вируслы инфекцияны йоҡтороуҙан ҡотолоп буламы?
       - Эйе, мөмкин. Үҙеңде һәм яҡындарыңды гриптан йәки вируслы инфекциянан һаҡлау өсөн, бер нисә ябай ҡағиҙәне тотоу мөһим. Танау ҡыуышлығын көнөнә ике тапҡыр оксолин майы йәки балалар вазелины менән һөртөргә кәрәк - был вирусҡа организмға үтергә ҡамасаулай. Иртән, эшкә сығыр алдынан, шулай уҡ кискеһен, урамдан ингәс, тамаҡты сода ҡушылған һыу менән сайҡатырға йәки сода ҡушылған һыуҙың пары менән тын алырға кәрәк.
       Вирус һелтеле мөхиттә һәләк була. Шуға ла иртәле-кисле танауығыҙҙы тоҙло һыу менән йыуыуҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ (бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ). Бындай процедура грипп йәки ОРВИ менән ауырыу хәүефен алты тапҡырға кәметә.
       Профилактик саралар сифатында аскорбин кислотаһын һәм вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итеү ҙә артыҡ булмаҫ. Өҫтәүенә өшөмәүең, йылыраҡ кейенеүең, баш кейемен сисеп йөрөмәүең дә хәйерле. Саҡ ҡына өшөгәндә лә аяҡ һәм ҡулдар өсөн эҫе ванна эшләргә кәрәк.
       Елләтеү һәм көн һайын еүеш сепрәк менән саңдарҙы һөртөп алыуҙы ла оноторға ярамай. Бүлмәлә аҡ шыршы, артыш ботаҡтарын тоторға йәки бүлмәләге һауаны зарарһыҙландырыу өсөн еҫле майҙар (эвкалипт, аҡ шыршы, әфлисун, артыш майы) ҡулланырға мөмкин.
       Һарымһаҡ та был бурысты бик яҡшы үтәй - һауаны ауырыу тыуҙырыусы микробтарҙан таҙарта. Һарымһаҡты иҙегеҙ ҙә, һауыттарға һалып, төрлө урынға ултыртып сығығыҙ. Яҡынса бер тәүлектән һуң ошо уҡ процедураны тағы ҡабатлағыҙ.
       Йәнә күмәк халыҡ йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, йәмәғәт транспортынан бөтөнләй баш тартығыҙ. Киҙеүгә оҡшаған симптомдары булған балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына үткәрмәгеҙ. Грипп эпидемияһы ваҡытында ҡунаҡҡа йөрөмәгеҙ, әгәр ғаиләлә ауырыусылар булһа, үҙегеҙ ҙә ҡунаҡ саҡырмағыҙ. Ауырыған кешегә түшәк режимын һаҡлау, айырым һауыт-һаба һәм әйберҙәр тотоноу мөһим. Уның менән аралашҡанда алты ҡатлы марлянан торған битлек кейергә, уны өс сәғәт һайын алмаштырып торорға кәрәк.
       Эпидемия осоронда гриптан прививка эшләтеүҙең бер файҙаһы ла юҡ. Шуға ла был осорҙа ауырыған кеше менән контактта грипты профилактикалауға төп иғтибар биреү әһәмиәтлерәк.
       Фото segodnya.ua сайтынан.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал