6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Мәскәү тәнҡитселәре спектаклдәребеҙҙе маҡтаны
09.02.11


       Февраль башында билдәле театр тәнҡитселәре Людмила Остропольская һәм Александр Иняхин Башҡортостандың баш ҡалаһында ижади командировкала булды. Мәскәү тәнҡитселәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры етәкселеге саҡырыуы буйынса килде. Башҡорт драма театры труппаһы эксперттар иғтибарына алты спектаклен тәҡдим итте. Былтырғы һәм ағымдағы театр миҙгеле премьералары ла - улар араһында.
       - Советтар союзы ваҡытында төбәк театрҙары спектаклдәренең сифатын һәм драматургияһын баһалау өсөн Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм башҡа ҡалаларҙан тәнҡитселәр саҡырыу практикаһы киң ҡулланыла ине. Һуңынан был онотолдо, әммә беҙ традицияны тергеҙергә булдыҡ, - ти Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Әбүшахманов.
       Людмила Остропольская һәм Александр Иняхин - Башҡортостан өсөн яңы кешеләр түгел. Мәскәү тәнҡитселәре республикала үткәрелгән театр фестивалдәрендә һәм конкурстарында бер нисә тапҡыр белгестәр сифатында ҡатнашты. Людмила Остропольская "Театр яҙы - 2010" республика фестивалендә тәнҡитселәр коллегияһын етәкләне. Башҡортостандың театр сәнғәтендәге эштәр торошон улар үҙҙәре күреп белә һәм уның үҫешен баһалай ала. Уларҙың төплө фекерен ишетеү Башҡорт драма театрында эшләгән артистар һәм режиссерҙар өсөн дә мөһим ине.
       Мәскәү тәнҡитселәренә "Шәүрәкәй" спектакле көслө тәьҫир ҡалдырҙы. Башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың әҫәре буйынса эшләнгән романтик музыкаль драманы театр сәхнәһенә Айрат Әбүшахманов сығарған. Театрҙың баш режиссеры риүәйәттәргә нигеҙләнгән пьеса буйынса милли колоритлы сағыу спектакль ҡуйған.
       - "Шәүрәкәй" спектакле - Башҡорт драма театрының йөҙө. Ул башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, уның йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә, - ти Людмила Остропольская.
       "Шәүрәкәй" драмаһына театрҙа һәр ваҡыт аншлаг. Был спектакль тамашасының да, тәнҡитселәрҙең дә һөйөүен яулаған. Әммә Туфан Миңнуллин әҫәрҙәре хаҡында һүҙ сыҡҡас, тамашасылар менән тәнҡитселәрҙең фекерҙәре айырылды. Беренселәренә татар драматургы буйынса ҡуйылған спектаклдәр оҡшай, икенселәре улай оптимистик рухта түгел ине.
       Мәскәү тәнҡитселәре Башдрамтеатрҙың Туфан Миңнуллин әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған "Яратыу гонаһмы?" һәм "Мулла" (режиссеры Айрат Әбүшахманов) спектаклдәрен ҡараны. Ике сәхнә әҫәре лә тормошта булған ваҡиғаларға арналған һәм аҙағы матур тамамлана.
       - Тамашасылар бындай спектаклдәрҙе төп геройҙарҙың төрлө ауырлыҡтарҙы үтеп, ахырҙа еңеүсе булып сыҡҡаны өсөн ярата. Был персонаж менән үҙҙәрен сағыштырып, халыҡ тамашанан рухланып сыға. Әммә тәнҡитселәргә был ғына аҙ. Уларға ҡатмарлырағы кәрәк, - ти Айрат Әбүшахманов.
       Мәскәү тәнҡитселәре Америка кинорежиссеры, сценарист, актер Вуди Аллен әҫәре буйынса ҡуйылған "Good morning, Enid!" (Хәйерле иртә, Энид!") спектаклен дә билдәләне. Башҡорт драма театры сәхнәһендә уны Мәскәү яңы драма театры режиссеры Нәркәс Искәндәрова ҡуйҙы. Антон Чехов әҫәре буйынса ҡуйылған "Туй" тамашаһы ла тәнҡитселәр иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рус классигы әҫәрен Өфө тамашасылары Санкт-Петербург режиссеры Борис Цейтлин ҡуйылышында күрҙе. Ике спектакль дә драматургия материалын аңлау һәм уны тамашасыға еткереүҙең үҙенсәлекле булыуы менән айырыла.
       - Ҡуйылыш концепцияһы үҫеше процесында, актерҙар менән эшләгәндә режиссерға ҡыҙыҡ булыуын күҙалларға мөмкин. Әммә эш, минең ҡарашҡа, аҙағынаса алып барып еткерелмәгән. Шулай ҙа алымдары, режиссер сюжеттары - бик ҡыҙыҡлы, - ти театр тәнҡитсеһе Александр Иняхин.
       Бик күп донъя театрҙарында, шул иҫәптән Башҡортостан театрҙарында ла, спектаклдәр ҡуйыу өсөн икенсе ҡалалар һәм илдәрҙән режиссерҙар саҡырыу практикалана. Бындай ижади лабораториялар үҙен аҡлаймы икән, тип фекер йөрөтә Людмила Остропольская:
       - Һәләтле режиссерҙарҙы саҡырырға кәрәк - бынан театр ота ғына. Мине ҡайһы ваҡыт сит илдәрҙән режиссерҙар саҡырыу хәүефләндерә. Бик йыш 20-30 урынлыҡ подвал театрҙарында эш иткән режиссерҙар килә, һәм Рәсәй театры коллективтарына ҡарағанда уларҙың мәктәптәре күпкә көсһөҙ булып сыға.
       Мәскәү тәнҡитселәре 2010 йылдың декабрендә премьераһы үткән "Буратино" спектаклен дә ҡараны. Башҡорт драма театры Алексей Толстойҙың "Алтын асҡыс" әкиәтенә (режиссеры Айрат Әбүшахманов) спектакль әҙерләп, Яңы йыл алдынан йәш тамашасыларына бүләк эшләне. Труппа спектаклде рус һәм башҡорт телдәрендә уйнай.
       Баш ҡала тәнҡитселәре Башҡорт драма театрының көслө актерҙар составын билдәләне, улар сәхнәлә, тәнҡитселәр фекеренсә, донъя драматургияһы өлгөләрен дә кәүҙәләндерә ала.
       - Һәр театр ниндәй тел системаһына ҡарай, шул телдә уйнарға тейеш, тип иҫәпләйем. Башҡорт драма театры - башҡорт телен һаҡлаусы, шуға күрә рус, сит ил классикаһы ла уның сәхнәһендә башҡорт телендә уйналырға тейеш, - ти Людмила Остропольская.
       Бөгөн Башҡорт драма театрында Василий Шукшин хикәйәләре буйынса спектаклдең репетициялары бара (режиссеры Айрат Әбүшахманов). Уның премьераһы мартта үтәсәк.
       Андрей Старостин фотоһы (архив).

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал