6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Күп балалы ғаиләләрҙең ҡайғы-шатлыҡтары
04.03.11


       Башҡортостандан йәнә 75 күп балалы әсә "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды. Күп балалы әсә булыу һәр ваҡыт маҡтаулы, әммә шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла. Бигерәк тә әсәгә балаларҙы бер яңғыҙ, ирһеҙ, олатай-өләсәйҙәрһеҙ үҫтерергә тура килһә. Бында үҙеңә һәм, әлбиттә, дәүләт ярҙамына ғына өмөтләнергә ҡала...
       Ошондай еңел булмаған яҙмышлы күп балалы әсәләрҙең береһе Белоретта йәшәй. Тол ҡалған Гөлнара Әхмәтйәнова бер үҙе биш бала тәрбиәләй, уларҙың иң олоһона 19 йәш, ә кесе ҡыҙына - ике йәш ярым.
       Барыһы ла алты йыл элек Әхмәтйәновтарҙы йортһоҙ ҡалдырған янғындан башлана. Өйҙән көл-күмер ҡала һәм Әхмәтйәновтар янғындан ҡаза күреүселәр статусын ала.
       - Беҙгә барактан бүлмә бүленде, - тип һөйләй "Әсәлек даны" миҙалын алған Гөлнара Ғәбделхаҡ ҡыҙы. - Бүлмәнең дөйөм майҙаны - ни бары 18 квадрат метр, һәр беребеҙгә өсәр "квадрат". Был барак булғас, бар <уңайлыҡтар> ҙа, һыу ҙа, билдәле, тышта.
       Бөтөн барак буйлап һуҙылған дөйөм коридор магнит кеүек "түбәнгә тәгәрәгән" кешеләрҙе - алкоголиктарҙы, наркомандарҙы үҙенә тарта - бүлмәгә инеп етеүе ҡурҡыныс. Балалар йыш ауырый, нимә эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәйем...
       - Һеҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торғанһығыҙҙыр бит?
       - Эйе, янғындан һуң шунда уҡ тиерлек сиратҡа баҫтым. 2008 йылда мин сиратта 331-се инем. Артабан, 2008 йылда күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ сертификатын алыуға сират булдырылғас, күп балалы әсә булараҡ, мине шунда күсерҙеләр. Был сиратта өс йыл элек етенсе инем. Хатта, 2010 йылда барактан яңы торлаҡҡа күсеп, балалар менән йорт туйларһығыҙ әле, тинеләр.
       Ҡыуандым, иркен тын алдым, әммә шатланырға иртә булған икән. Сиратымдың күпмегә яҡынайыуын белешергә барғайным, унда минең бөтөнләй документтарым булмауы асыҡланды. Улар серле рәүештә юҡҡа сыҡҡан, әйтерһең, мин бөтөнләй сиратта тормағанмын.
       Мин сиратта "барлығымды", унда электән тороуымды иҫбатлауға өлгәштем. Икенсе эш, хәҙер мине күп балалы ғаиләләр өсөн бирелеүсе торлаҡҡа сиратҡа ҡуйырға теләмәйҙәр, сөнки улыма әле 19 йәш. Ике йыл элек уға 17 генә йәш ине, бәлиғ булмағас, беҙ күп балалы ғаиләләр өсөн бирелеүсе торлаҡҡа дәғүә итә ала инек, тип иҫбатларға тырыштым. Ләкин минең дәлилдәрем ышандырырлыҡ булманы, күрәһең, сөнки хәҙер 304-се һан аҫтында дөйөм сиратта торам...
       Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаиләбеҙ өсөн торлаҡ - беҙҙе бөгөнгө көндә иң ныҡ борсоған мәсьәләлер, моғайын. Мин үҙем "Белорет металлургия комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә арҡан үреү буйынса машинист булып эшләйем. Бәләкәй ҡыҙым Ләйләгә йәш ярым тулғас та, эшкә сығырға тура килде. Хәҙер уға ике йәш ярым, әлегә өйҙә ултыра, сөнки балалар баҡсаһында урын юҡ. Бәлки, ҡыҙыма өс йәш тулғас, уны балалар баҡсаһына урынлаштырып булыр...
       - Һеҙ эштә булғанда Ләйләне кем ҡарай һуң?
       - Башлыса, 10 йәшлек ҡыҙым Юлиә. Сменам минең төрлөсә: бер көн көндөҙ тура килә, икенсе ваҡыт төнгөлөккә сығам, нисек тә хәл итәбеҙ инде. Бына биш йәшлек улым Арсен менән бер проблема ла юҡ - ул балалар баҡсаһына йөрөй. Тиҙ арала Ләйлә лә йөрөй башлар, тип ышанам...
       Бер-ике бала тәрбиәләгәндәр өсөн дә торлаҡ - етди проблема, бында күп балалы ғаиләләрҙе әйтеп тораһы ла юҡ. Республика Йортонда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарға почетлы наградалар тапшырғанында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновтың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта меңгә яҡын күп балалы ғаилә торлаҡ сертификатын алыуға сиратта тора. Фатир бүлеү - ҙур сығымдар талап иткән эш, шуға күрә яҡын арала, һәр хәлдә хәҙер үк, барыһына ла ярҙам итеп булмай.
       Фидус Әғләм улы хәлдәрҙең киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәререн инҡар итмәй, "ғаиләләргә нисек ярҙам итеү тураһында уйлаясаҡтар", ләкин әлегә торлаҡ сертификатына эйә булыусылар, үкенескә күрә, беҙ теләгәнсә күп түгел.
       Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал