6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

2011 йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы буласаҡ
03.02.11


       Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2011 йылды Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итте. Ул тейешле Указға ҡул ҡуйҙы һәм был хаҡта шишәмбе кис милли-мәҙәни берекмәләр һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге ғалимдары менән осрашыуҙа белдерҙе.
       Президенттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы арала милләт-ара, шулай уҡ конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре төрлө сәбәптәр арҡаһында беренсе планға сыҡҡанға һәм артыҡ сәйәсиләштерелгәнгә күрә, Рөстәм Хәмитов ошондай ҡарар ҡабул иткән дә инде.
       - Милләт-ара проблемалар үҙенән-үҙе тыумай, улар һәр ваҡыт йәмғиәтебеҙҙең башҡа ниндәйҙер ҡатмарлы күренештәре артынан килә, - тип билдәләне Президент. - Республикала бөгөнгө хәл ышаныслы һәм тотороҡло. Әммә һәр халыҡ ғәҙелһеҙлеккә киҫкен ҡараш белдерә. Әгәр йәмғиәт - ғәҙел, кешеләр власҡа ышана икән, һис ниндәй милли киҫкенлектәргә урын ҡалмай.
       Был кәңәшмәлә йәнә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үтергә тейешле саралар планы тикшерелде. Һүҙен тамамлап Рөстәм Хәмитов, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре менән бындай форматтағы осрашыуҙар дауам итәсәк, тип белдерҙе.
       Президент Указына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев аңлатма бирҙе. Ул, Рөстәм Хәмитовтың был ҡарары йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәгән республика өсөн бик мөһим, күп милләтлелек күрһәткесе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең бер субъектынан да ҡалышмай, тип билдәләне.
       - Беҙ халҡыбыҙҙың күп милләтлелеген проблема итеп түгел, ә баһалап бөткөһөҙ байлыҡ һәм мәҙәни күп төрлөлөк итеп ҡабул итәбеҙ, - тине Константин Толкачев. - Бындай ҡараш республикала тормошҡа ашырылған дәүләт милли сәйәсәтенең нигеҙе булып тора. Башҡортостан - Рәсәйҙең уникаль субъекты. Унда бик күп милләт һәм халыҡ вәкилдәренең бергә дуҫ һәм татыу йәшәүенең баһалап бөткөһөҙ тарихи тәжрибәһе тупланған.
       Дәүләт Йыйылышы рәйесе әйтеүенсә, күп быуаттар буйы халҡыбыҙ туплаған мәҙәни-рухи ҡиммәттәрҙе аҡыллы һәм уйлап файҙаланмай тороп, республиканың артабанғы эҙмә-эҙлекле үҫеше мөмкин түгел. Толкачев Башҡортостан үҙенең уникаль байлығын - халыҡтарҙың тарихи берҙәмлеген, уларҙың күп быуатлыҡ дуҫлығын һәм туғанлығын даими үҫтерәсәгенә ышана.
       - Һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлап ҡалыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ, - тип өҫтәне Дәүләт Йыйылышы рәйесе. - Үҙенсәлеклелекте һаҡлап ҡалып һәм төрлө мәҙәниәттәрҙәге иң яҡшыһын ғына һеңдереп, үҙ халҡың, республикаң һәм илең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп кенә ысын хоҡуҡи дәүләт һәм демократик йәмғиәт төҙөүҙең ҡатмарлы бурыстарын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итергә мөмкин.
       Андрей Старостин фотоһы (архив).

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал