6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Статистика

Иҫәп алыусынан кәңәштәр
13.10.10


       Ҡайһы берәүҙәр таныш булмаған кешеләр алдында ла күңелен асып һалырға әҙер, ә ҡайһы берәүҙәр һәр ваҡыт "серен сисмәҫ" кеше булып ҡала. Алдан уҡ әйтәбеҙ, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында асыҡ йөҙ күрһәтеү, һорауҙарға фәлсәфәүи яуаптар биреү кәрәкмәй. Элберт Хаббард өйрәткәнсә: "Ҙур һәм мөһим хеҙмәтте үтәү өсөн ике нәмә кәрәк: аныҡ план һәм сикләнгән ваҡыт". Ошо сикләнгән ваҡыт эсендә иҫәпселәр иҫәп ҡағыҙҙарын тултырыр өсөн өйҙән өйгә, фатирҙан фатирға йөрөп, проспекттар, урамдар буйлап әллә нисәмә километр юл үтәсәк. Ике яҡҡа ла был осраҡта түҙемле булырға, хис-тойғоларға бирелмәҫкә кәрәк. Һәм граждандарҙың күпселеге, халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген аңлап, һорауҙарға аныҡ яуап ҡайтарырға әҙер. Шулай ҙа, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, йәниҫәп улар өсөн үҙенә күрә һынау кеүек, һәм улар халыҡ иҫәбен алыуҙа ниндәй һорауҙар булыуы менән ҡыҙыҡһына.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫәпселәр халыҡтан һорау алыуға махсус уҡытылған, улар инструкция һәм иҫәп документтары формалары менән яҡшы таныш. Иҫәп ҡағыҙында күрһәтелгәндәрҙән башҡа, икенсе төрлө һорауҙар булмаясаҡ. Граждандар тыныс була ала: беренсенән, иҫәп алғанда уларҙан бер ниндәй документ та талап ителмәйәсәк - ҡағыҙға һорауға яуап биреүсе әйткәндәр генә теркәлә. Икенсенән, иҫәпселәрҙең халыҡ иҫәбен алыу барышында алынған мәғлүмәтте таратырға хоҡуғы юҡ.
       Шулай итеп, иҫәпсе тәүҙә торлаҡ бинала йәшәгән кешеләрҙең исемлеген төҙөйәсәк ("С" формаһы). Был форма граждандарҙың береһе лә тороп ҡалмаһын йәки бер кешене ике тапҡыр яҙмаҫ өсөн тултырыла. Ошонда уҡ һеҙҙең фатирҙа нисә йорт хужалығы булыуы билдәләнәсәк. Белгестәр аңлатыуынса, "йорт хужалығы" - ул, ябай тел менән әйткәндә, бер фатирҙа йәки йортта йәшәгән һеҙҙең ҙур ғаиләгеҙ. Был һеҙҙең "бер ҡаҙандан ашаған" кешеләрегеҙ (йәғни һеҙҙең килемдәрегеҙ тулыһынса йәки өлөшләтә берләштерелгән). Йорт хужалығының бер кешенән тороуы ла ихтимал. "С" формаһындағы мәғлүмәт артабан эшкәртелмәй һәм бер мәғлүмәт базаһына ла индерелмәй.
       Артабан иҫәпсе һәр кешенән "Л" формаһындағы иҫәп ҡағыҙы һорауҙарына яуап биреүҙе һораясаҡ. Һәм ошонда йорт хужалығы ағзалары үҙҙәренең йорт хужалығында кемдең баш булыуын билдәләргә тейеш. Һәм беренсе кешенең иҫәп ҡағыҙында тәүге графала "беренсе булып яҙылды" тигән яҙыу торасаҡ. Йорт хужалығының башҡа ағзаларының иҫәп ҡағыҙҙарында иһә уларҙың беренсе булып яҙылған кешегә туғанлығы күрһәтелә. Ошо уҡ "Л" формаһындағы иҫәп ҡағыҙында һорауға яуап биргән кешенең ҡайҙа һәм ҡасан тыуыуы, енесе, никахта тороуы, гражданлығы, белеме, нисә тел белеүе, туған теле билдәләнәсәк, мәшғүллек, миграция мәсьәләләре асыҡланасаҡ. Ошо һәм башҡа төрлө мәғлүмәтте ғаиләнең икенсе ағзаһы һүҙҙәренән дә яҙып алырға мөмкин.
       14 йәшкә тиклемге балаларҙың милләтен ата-әсәләре күрһәтә, ә 14 һәм унан олораҡ йәштәге граждандар милләте хаҡында үҙе мәғлүмәт бирергә тейеш.
       "Йәшәүгә средстволар сығанаҡтары" бүлеге һорауына яуап биргәндә, иғтибар итегеҙ, сығанаҡтар ғына күрһәтелә - килем суммаһын билдәләргә кәрәкмәй.
       "П" формаһындағы иҫәп ҡағыҙы һорауҙары ла ябай һәм аңлайышлы - торлаҡ төрө, йорт ҡасан төҙөлгән, тышҡы стеналарҙың материалы, уңайлылыҡ шарттары, фатирҙың дөйөм майҙаны, бүлмәләр иҫәбе. Адрес буйынса теркәлеүгә бәйле һорауҙар булмаясаҡ.
       "В" формаһындағы иҫәп ҡағыҙы Рәсәй территорияһында ваҡытлыса йәшәгән кешеләргә тәғәйенләнгән. Уларға ни бары ете һорау биреләсәк, улар араһында - енесе, тыуған йылы, даими йәшәгән иле, гражданлығы. Был ҡағыҙҙар, башҡалар кеүек үк, исемһеҙ буласаҡ, һәм бар мәғлүмәт шәхси үҙенсәлектәре булмаған килеш файҙаланыласаҡ.
       Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса иҫәпсене өйөндә ҡабул итә алмаған йәки ҡабул итергә теләмәгән граждандарҙың булыуы ла ихтимал. Ул ваҡытта бындай кешеләр стационар иҫәп алыу участкаһына саҡырыласаҡ, һорауҙарға яуапты унда бирергә лә мөмкин.
       Шулай итеп, иҫәпселәр командаһы әҙер. Уларҙы таныуы ауыр түгел. Улар йәш, мобиль, муйындарында модалы күк шарф, күкрәгендә - махсус танытма, ҡулда - йәниҫәп логотибы төшөрөлгән күк портфель.
       Иҫәпсе йәштәр йортоғоҙҙоң адресы яҙылған алтаҡтаны ҡараймы - тимәк, улар һеҙгә килеп, йәниҫәп һорауҙарын бирергә йыйына. Ручка, һыҙғыртҡыс һәм фонарҙан башҡа нәмә менән ҡоралланмаһалар ҙа, уларға хәрби һынау үтергә - граждандар менән осрашырға тура киләсәк, халыҡтың төрлөһө бар бит. Ә әлегә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған акция дауам итә. Меңәрләгән ҡала халҡы йәниҫәп эмблемаһы төшөрөлгән атлас аҡ таҫмалар алды. Әйткәндәй, бындай таҫмалар "Салауат Юлаев"тың "Югра" командаһы менән матчы алдынан "Салауат Юлаев" командаһы көйәрмәндәренә лә тапшырылды.
       Автор фотоһы.

Людмила Воробьева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал