6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

БР буйынса Эске эштәр министрлығы: "Европа"ла теракт булыуы инҡар ителә
27.01.11


       "Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә биналарҙы ҡуртымға алған террорсылар һәм Башҡортостан эшҡыуарҙарының конкуренттары 22 ғинуарҙа үткән янғында ғәйепле түгел. Шундай һығымтаға килде янғын үткән бинаны тикшергән һәм бер нисә экспертиза үткәргән Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
       - Беренсе көндән үк интернетта, "Европа"ла шартлатыу ҡоролмаһы ҡуйылған булған, теракт был, тигән бер ниндәй дәлилдәр менән раҫланмаған мәғлүмәт күренә башланы, - тип хәбәр итте журналистарға Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин. - Өҫтәүенә намыҫһыҙ милекселәр, Мәскәүҙәге "Домодедово" аэропортындағы ваҡиғаларҙы үҙ файҙаһында ҡулланып, яуыз ниәт менән ут төртөү версияһын яҡлап маташты. Әммә бинала үткәрелгән тикшереү барышында теракт һәм криминаль шартлау версияһы раҫланманы. Урында шартлау-техник лабораторияһы эшләне. Үткәрелгән тестарҙың береһе лә бинала шартлатыу матдәләре булыуын раҫламаны.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Европа"лағы янғын факты буйынса 219-сы статья буйынса енәйәт эше асылған. Әлеге ваҡытта был эште 35 кеше тикшерә.
       - Беҙҙең матбуғат хеҙмәте һәм кибер-енәйәтселек менән шөғөлләнгән бүлек көн һайын киң мәғлүмәт сараларын һәм интернет-порталдарҙы тикшерә, йәмәғәтселек фекерен өйрәнә, - тип билдәләне министр. - Был ваҡиға тирәләй төрлө имеш-мимештәр йөрөүен күрәбеҙ. Шуға ла ысынбарлыҡта ни булғанын асыҡ күрһәткән бер нисә фактты әйтеп үтергә теләр инек. Шулай ҙа әлегә бер ниндәй һығымта ла яһамайбыҙ.
       Беренсенән, Игорь Алешин янғында ике кешенең һәләк булыуына иғтибар итергә ҡушты. 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһы янғын ваҡытында солярийҙа булған. Әммә берәү ҙә уға ярҙам күрһәтмәгән. Кем ҡыҙҙы яңғыҙын ташлап киткән, ниңә янғын хаҡында иҫкәртмәгәндәр - быны милицияға асыҡларға тура киләсәк. Һәләк булған икенсе кеше - 35 йәшлек эшсе - бетонсы Евгений Жемчугов. Ул сауҙа-күңел асыу комплексының ҡуртымға алынған биналарының береһендә, атап әйткәндә, яҡын арала асылырға тейешле клубта ремонт эштәре менән шөғөлләнгән. Мәйетте ярыу һөҙөмтәһе буйынса, ҡыҙҙың да, ир-егеттең дә углерод окисынан ағыуланып үлеүе асыҡланған. Һәләк булған эшсенең ҡанында 1,7 промилле концентрацияһында алкоголь табылған.
       Икенсенән, министр ялҡындың тап ошо ремонт барған урындан сығыуына иғтибар йүнәлтте.
       - Янғын сыҡҡан, шартлау булған урындан беҙ имен ҡалған 200 литрлыҡ ике буяу һауытын, химик матдәләр ҡойолған туғыҙ бәләкәй пластик һауытты, йылы һауа биреүсе пушка, сымдар, шул иҫәптән яланғас сымдарҙы, газ баллондарының ҡалдыҡтарын сығарҙыҡ. Өҫтәүенә, сауҙа үҙәгенән 50-60 метр арала урынлашҡан автозаправка станцияһы янында деформацияланған металл пластиналар - шартлаған газ баллоны фрагменттары табылды.
       Быны БР буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистик үҙәге начальнигы Радик Гәрәев та раҫланы:
       - Шартлаған газ баллоны фрагменттарының береһе - бинаның эсендә клуб территорияһында, ҡалғандары урамда, шул иҫәптән заправка эргәһендә табылды. Был фрагменттарҙа ҡором бар ине. Тимәк, баллон шартлағанға тиклем газ-һауа ҡатышмаһы шартлаған булған. Өҫтәүенә газ-һауа ҡатышмаһы шартлағанда була торған билдәләр табылды. Бындай шатрлау ваҡытында баҫым арта, тәҙрәләр бәреп төшөрөлә. Ҡатышма шартлауы арҡаһында бинала температура күтәрелгән, ут сыҡҡан, артабан газ баллондары шартлаған, уларҙы күп тигәндә 45 градусҡа тиклем генә йылытырға ярай.
       Өсөнсөнән, Игорь Алешиндың билдәләүенсә, ремонт эштәре барған бинаның арендаторынан һорау алынған. Ул концерт майҙансығы төҙөү, артабан был майҙанда төрлө тамашалар әҙерләп күрһәтеү һәм ресторан бизнесы менән шөғөлләнеү өсөн "Европа"лағы бинаны 10 йылға ҡуртымға алыуы хаҡында һөйләгән. Янғын булған көндә икенсе ҡатта ремонт эштәре барған. Ремонт эштәрен башҡарған кешеләр әйтеүенсә, газ ҡорамалдарын арендатор үҙе биргән.
       Игорь Алешин әйтеүенсә, ремонт барған ойошманың һаҡсылары йылытыу пушкаларының тәүлек әйләнәһенә эшләүен һәм газ баллондарының көн һайын алмаштырылыуын раҫлаған.
       Дүртенсенән, министр әллә күпме ҡағиҙә боҙоуҙарға иғтибар итте:
       - Беҙҙең ҡарашҡа, сауҙа үҙәгендә аҙым һайын ҡағиҙә боҙолған. Был бина, бомба кеүек, еңел тоҡанып китеүсе матдәләр, газ баллондары менән тултырылған. Төп ишектән ингән урында уң ҡулдан ресторандарҙың береһе урынлашҡан. Ул янғындан зыян күрмәгән. Ләкин ҡабаттан тикшереү барышында беҙ унда йылылыҡ биреүсе электр пушкаһын, газ баллоны менән газ пушкаһын, яғыулыҡ-майлау материалына хас еҫле һарыраҡ төҫтәге шыйыҡса һалынған дүрт пластик канистрҙы (соляркалыр, күрәһең), йәнә "Пропан" тигән яҙыулы ҡыҙыл төҫтәге алты баллонды таптыҡ. Кешеләрҙе ситкәрәк алып китеп, конкуренттар һәм террорсылар тураһында һөйләргә була, әлбиттә, әммә факттар үҙҙәре үк барыһын да әйтеп тора.
       Өҫтәүенә, министр һүҙҙәренсә, сауҙа үҙәге төҙөлөшөндә лә, бинаны ҡайтанан планлаштырыуҙа ла ҡағиҙә боҙоуҙар булған:
       - "Европа" сауҙа үҙәге хужалары аңлатыуынса, бинаны ҡайтанан планлаштырыуға арендаторҙар яуаплы, был хаҡта килешеүҙә лә яҙылған. Рәсәй һәм республика закондары был хаҡта ни тиер - асыҡларбыҙ. Тағы ла был комплекстың нисек төҙөлөүе аңлашылмай. Әгәр баллон шартлауы арҡаһында бәреп төшөрөлгән кирбестәрҙе алһаҡ, уларҙа бөтөнләй тиерлек цемент булмауын күрергә мөмкин. Улар ни рәүешле бер-береһенә беркетелгәндер, билдәһеҙ. Шулай булғас, беҙгә төҙөлөш буйынса ла экспертиза үткәрергә тура киләсәк.
       24 ғинуарҙа 18.00-дә бина сауҙа үҙәгендә хәүефһеҙлек тәьмин итеү менән шөғөлләнгән шәхси һаҡ предприятиеһына һаҡлауға тапшырылған. Ҡайһы бер арендаторҙар мөлкәтен күсереп алып киткән, ҡалғандары зыянды ҡаплау өсөн экспертиза үткәрәсәк. Игорь Алешин әйтеүенсә, бина страховкаланған булған.
       Әңгәмә аҙағында министр, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бойороғона ярашлы комиссия ойошторолған, ул республикалағы бөтөн сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрен тикшерәсәк, тип хәбәр итте. Пландан тыш тикшереүҙәр серияһы ошо аҙнаның аҙағында башланасаҡ.
       Шулай уҡ "Домодедово" аэропортындағы теракт арҡаһында күмәк халыҡ йөрөгән урындарҙа, шул иҫәптән сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә, именлек саралары көсәйтелгән.
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал