6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

Амбициялы "Өфөнөң" стартын "йондоҙҙар" менән биҙәнеләр
27.12.10


       Шатлыҡ-ҡыуаныс тойғоларын нисек әйтеп бирергә? Оҙон эссе яҙырғамы, тик уның аҙағына тиклем күңелһеҙлектән был тойғолар юҡҡа сығасаҡ бит? Бихисап йәйәләр ҡуйып, "смайликтар" теҙергәме? Шулай ҙа иң яҡшыһы, минең уйымса, булғанды бәйән итергә - Башҡортостанда яңы клуб барлыҡҡа килде. "Өфө" футбол клубы тип атала. Һәм уның иң төп бурысы - һөҙөмтәләрҙә прогресс, премьер-лигаға тиклем, хәйер...
       Хәйер, Башҡортостан Республикаһы Футбол һәм мини-футбол федерацияһының Попечителлек советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов билдәләүенсә, команда 11 миллионерҙың һәр төрлө финалға сығыуы өсөн төҙөлмәй. Барыһы ла етдиерәк бында. Беҙ оло проекттың тормошҡа ашырылыуын күҙәтәсәкбеҙ - һәр ҡалала яңы сифатлы майҙандар, Өфөлә яңы заманса стадион, бөтә республика буйынса балалар өсөн спорт мәктәптәре, үҙебеҙҙең футбол академияһы буласаҡ, матбуғаттан хәбәр ителеүенсә, уны тәжрибәле һәм аҡыллы етәксе етәкләйәсәк. Мин был вазифаға Марат Мортазинды тәҡдим итер инем - балалар менән эшләү, етди спорт проекттары буйынса бай тәжрибәле белгес һәм шәп ойоштороусы.
       Клубты "Өфө" тип атарға ҡарар иттеләр. Соломон ҡарары. Шәхсән миңә "Сармат" оҡшай, шулай ҙа әле бынан насарыраҡ исем менән атамауҙарына шатмын. "Башнефтезаправкалаусы" йәки "Ирәмәл ҡуяны" кеүек атамалар оҙаҡ ваҡыт ҡурҡыныс төш булып йонсотасаҡ әле.
       Яңы клубтың тренер-консультанты итеп билдәле тренер - Сеул олимпиадаһы чемпионы Анатолий Бышовец тәғәйенләнде. Футбол донъяһында абруйлы кеше, һис шикһеҙ, командаға, уның ыңғай имиджын булдырыуға ярҙам итәсәк. Бышовец ғәҙел футбол өсөн көрәшсе булараҡ билдәле. Беҙгә тап ошондай кеше кәрәк тә инде.
       "Өфө" футбол клубының төп тренеры - легендар футболсы Андрей Канчельскис. Канчельскис - легенда. Легендар "Манчестер Юнайтед"та уйнаған кеше. Бөйөк тренер сэр Алекс Фергюссон уны һаман хәтерләй һәм хөрмәт итә. Үҙенең мегакомандаһы менән Мәскәүгә килгәнендә, ул тап уның менән һәм Шотландияла эшләгән Учалы "Таусы"һының тренеры Анатолий Коробочка менән осрашҡайны.
       Минеңсә, Бышовец кеүек, Канчельскисҡа иҫәп тотоуҙары ла - дөрөҫ, ҡыҙыҡлы сағыу футбол булмаҡсы. Андрей үҙе лә был фекерҙе раҫланы һәм, "Өфө" футбол клубы ике һөжүмсе һәм флангаларҙа әүҙем уйын менән техник яҡтан матур футбол күрһәтәсәк, тине.
       Һөжүм итеүсе футбол өсөн яҡшы майҙан кәрәк. Һәм "БАШвест"ты, "Динамо"ла йылытылмалы яһалма газон буласаҡ, тип ышандырҙылар.
       Өфөнөң вице-мэры Алексей Ощепков яңы команданың генераль директоры булырға ризалыҡ бирҙе. Почетлы президент итеп "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ғайсин һайланды. Улар икеһе лә спортты ихлас ярата, һәм был иң мөһиме.
       Шуны ла билдәләргә кәрәк, тәүге арала футбол клубы хоккейҙан 20 тапҡырға тиерлек арзанға төшәсәк. Был хаҡта Ростислав Мырҙағолов белдерҙе. Футболдың төп попечителе фекеренсә, беҙҙә хоккейҙы ғына өҫтөн күрәләр, тип әйтеү төптө хата. Хоккейға ҡарағанда, беҙҙә футбол уйнаусы кешеләр күберәк.
       Башҡортостан да, Өфө лә, бөтә Рәсәй ҙә - футбол-хоккей яратыусылар ере, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Юҡҡамы ни ҡайһы бер баҫмалар "Футбол-Хоккей" тип аталманы. Спорттың был ике төрө - иң мөһимдәре. Һәм уларҙың икеһен дә үҫтерергә кәрәк. Мотлаҡ, "Өфө" футбол клубының да - көслө, "Салауат"тың да ҡеүәтле булыуы кәрәк беҙгә. Юғиһә ғәҙел булмаясаҡ, Татарстан алдында ла оят, унда бер нисә популяр спорт төрө буйынса чемпион командалар бар.
       Тамашасы футболға йөрөрме һуң? Йөрөйәсәк, әммә шунда уҡ түгел. Уңайлы урында стадион төҙөү мөһим, команданы ла шундай итеп әҙерләргә кәрәк, һәр уйыны тамашасы күңелен яуларҙай булһын. Ул ваҡытта популярлыҡ ҙур буласаҡ - "Рубин"ға йәки "Зенит"ҡа ҡаршы матчта 30 меңлекте, хатта 50 меңлекте лә тултырасаҡбыҙ.
       Көйәрмәндәребеҙ тыныс беҙҙең, бола ҡуптармаясаҡ. Ә ситтән килгәндәрҙе ҡаһарман милиция контролдә тотасаҡ. "Өфө" футбол клубын республикала һәм Рәсәйҙә ғәҙел һәм аҡыллы рекламаларға кәрәк, матбуғат һәм көйәрмәндәр тәгәрмәсенә таяҡ тыҡмаҫҡа. "Тегендә бар, бында барма, атыу аккредитацияңды тартып алабыҙ - бөтөнләй аккредитацияһыҙ булырһың" - урта быуат был. Спорт-РR-ға тәжрибәле белгестәр кәрәк, ә беҙҙә ҡабул ителгәнсә түгел - шәләй-вәләй, яҙ ҙа, ҡағыҙыңды йомарлап ырғыт. Клубҡа пресс-атташе килә, галстук таға белә, ә спорт төрөнөң ҡағиҙәләрен белмәй. Йәки белһә лә, - ялҡау, йәиһә шул тиклем ипле һөйләшергә, һаҡ эш итергә тырыша, хатта уның рәсми сайтын уҡыуы ла күңелһеҙ. "Өфө" футбол клубы менән бындай хәл булмаҫ, тип ышанам.
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал