6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Гоп - төркөмдәр баҫа урамдарҙа
25.09.03


       Улар ғәҙәттә көтөүҙәре менән йөрөй, урамдарҙа кискә яҡҡ а ғына күренә башлайҙар... Тик күҙҙәре ҡыҙыл уттай яна тип уйламағыҙ, сөнки улар -- ябай кешеләр, тик баштарында аҡса табыу һәм күңел асыу теләгенән башҡа бер нәмә лә юҡ...
       Минең һүҙем гопниктар тураһында... Улар аҡсаһыҙлыҡ һәм күңеласыу проблемаһын хәл итеүҙең иң ябай юлын һайлай: ябай кешеләрҙе талап байый.
       Ғәҙәттә гоп - стопта ҡатнашыусылар һаны дүрттән артмай . Уларҙың "эш" ваҡытында айныҡ булғандары һирәк. Табылған аҡ са һағыҙ йә дарыуға түгел, ә араҡы, үлән йә башҡа донъя шатл ыҡтарына тотонола...
       1 - се тарих: Хеппи - энд
       Ҡышҡы кистә Димдә йәшәүсе Дима исемле егет Үҙәк универ маг эргәһендәге йорттарҙың береһендә йәшәүсе иптәшенә юл тот а. Уны бер егет ҡыуып етә һәм юлды бергә дауам атларға тәҡд им яһай. "Һин дә был райондан түгел бит, ә бында йыш ҡына гопниктар аҡса эшләй", -- тип аңлата ул үҙенең был ҡылығын. Тиҙҙән Диманың яңы дуҫының сәйер яғы ла асыла, ул егетте гар аждар яғына ҡыҫырыҡлай башлай. "Зәңгәрҙәрҙән ахыры был" тип уйларға ла өлгөрмәй Дима, теге ҡуйынынан бысаҡ сығара һәм бе ҙҙең геройға тунын, итектәрен һәм бүреген сисергә тип бойора . Әммә Дима юғалып ҡалмай. "Беләһеңме нимә,-- ти ул, -- мин
       был райондан түгел, ә бына мин әле юл тотҡан дуҫым был рай ондың авторитеты. Һәм мин уға һинең турала һөйләһәм бик тиҙ арала моргҡа эләгеүең ихтимал"...
       Ҡото осҡан гопник тиҙ арала ҡасып юҡҡа сыға. Ә Дима ун ивермаг эргәһендә йәшәүсе оләсәһенә ҡунаҡҡа килгән дуҫына иҫ ән - һау барып етә.
       Гопник менән осрашҡандан һуң бер әйберен дә юғалтмай, и ҫән - имен ҡотолоусылар бик һирәк . Бының өсөн нервылар плат инанан булырға тейеш. Юғиһә был осрашыу түбәндәгесә тамамлан асаҡ.
       Икенсе тарих: Анхеппи - энд
       Буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәгән Алена "Өфө" универ магы эргәһендәге киосктан гәзит һатып алды. Биш йөҙҙән ҡалға н аҡсаһын һанап торғанда уның эргәһенә ике йәш матур принц к илеп баҫты. Ҡыҙ менән танышҡандан һуң паспорттарын урлатыуҙа ры тураһында әкиәт һөйләп, Аленанан "ваҡытлыса" аҡса һорап т орҙолар. Аҙыраҡ ҡурҡытып та алдылар, әлбиттә. Ҡыҙғаныс тарих... Бындай хәлгә осрамаҫ өсөн бер нисә кәңәш б ирергә рөхсәт итегеҙ:
       1. Яңғыҙығыҙ һуңға ҡалып йөрөмәгеҙ.
       2. Рәсми булмаған сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, гопникта р башлыса Черниковкала, УГАТУ районында, "Өфө" универмагы, Ү ҙәк баҙар, "Спорт" туҡталышы тирәһендә тупланыусан.
       3. Үтә күренмәле пакеттарҙа ҙур сумма аҡса йөрөтмәгеҙ , муйынығыҙға бриллианттар менән биҙәлгән алтын мобильниктар аҫмағыҙ һәм башҡалар.
       4. Ғәҙәттә гопниктар үҙ райондарында билдәле һәм урындағы участковый һәм милиционерҙар менән тығыҙ бәйләнештә
       тора. Шуға күрә уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә лә ярҙ амға артыҡ өмөт итмәгеҙ.
       5. Һәм иң мөһиме: бер ваҡытта ла гопниктар тырн ағына эләкмәйәсәкбеҙ тип уйламағыҙ. Һәр нәмәгә әҙер булыу яҡ шы. Гопниктар бер нисә схема буйынса хәрәкәт итеүс ән. Уларҙың бер нисәһен түбәндәгесә: 1. Иң ябай схема буйынса гопник һеҙҙең үҙегеҙҙе ғәйепләргә т отонасаҡ ( мәҫәлән, ҡасандыр кемдеңдер оләсәһен ҡыйырһытҡанһ ығыҙ). Һәм "һөйләшеү" маҡсатында һеҙҙе берәй мөйөшкә саҡырас аҡ. Ә унда инде... үҙегеҙ аңлайһығыҙ.
       2. Һеҙҙең янығыҙға бер нисә гопник килеп баҫа һәм ярҙ ам һорап мөрәжәғәт итә ( мәҫәлән, һеҙҙә уларға оҡшаған әйбер
       бар һәм уны тотоп йә сағыштырып ҡарарға кәрәк). Һеҙ бер ним ә уйламайынса был әйберҙе тоттораһығыҙ, уларҙың артабанғы ҡы ланышы аңлашыла.
       3. Гопник һеҙҙең янығыҙға реклама агенты формаһында яҡы нлаша һәм, әйтәйек, 1000 һумға кеҫә телефонының һуңғы моделе н тәҡдим итә. Һеҙ кеҫәгеҙҙә соҡона башлайһығыҙ, аҡса йә таб аһығыҙ, йә юҡ. Бер сәғәттән ошо урында осрашырға һүҙ ҡуйышаһ ығыҙ. Килтерелгән аҡса мотлаҡ гопник кеҫәһенә күсә, ә ул үҙ е телефон артынан ҡайтып китә. Ярты (бер, ике, өс) сәғәттән һеҙ көтөп арыйһығыҙ...
       4. Гопник эргәгеҙгә килә һәм асыҡтан асыҡ аҡса таптыра
       башлай. Һеҙ бирмәйһегеҙ, гоп һеҙгә бер - икене һуғып ала. Һ еҙ ярҙам һорап ҡысҡыраһығыҙ. Шул ваҡытта тағы бер - нисә гоп ник йүгереп килә, һеҙҙе "ҡотҡара" һәм "эш" өсөн хаҡ һорай.
       Гопниктың йәшәү стиле психиатрия диспансерында иҫәптә
       тороусыларҙы ғына йәлеп итергә мөмкин тип уйларға мөмкин, ә ммә улар араһында бер ниндәй етешһеҙлек кисермәгән, интеллиг ент ғаиләләрҙән сығыусылар ҙа етерлек. Тимәк, эш тәрбиәлә то ра, тимәк, был йәш кешеләргә нимәлер етмәй. Был турала етди
       уйланырға ваҡыт, минеңсә, юҡһа бер ун йылдан һәр икенсе кеш енең гопҡа әйләнеүе мөмкин.

Лариса Парфентьева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал