6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Качкаев үҙен волейбол оҫтаһы итеп күрһәтте
12.04.05


       БР дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында Башҡортос тан Республикаһы Президенты Хакимиәте Кубогы өсөн Спартакиад а "Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәте" командаһы ның еңеүе менән тамамланды. Мортаза Рәхимовтың ярҙамсылары ярыштарҙың аҙаҡҡы
       өлөшө - волейбол ярыштарында дүртенсе, дөйөм иҫәп буйынса, беренсе урын яуланы.
       Турнир башланғанға тиклем "Башҡортостан Республикаһы Пре зиденты хакимиәте" командаһы спортсылары алдында ябай бурыс - алты к оманда араһында бишенсе урындан да кәм урын яуламаҫҡа тигән мәсьәлә
       тора ине. Һәм "президент гвардияһы" ике команда - "Башҡортостан Респуб ликаһы
       Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай секретариаты" һәм "Өфө ҡалаһының
       Киров районы муниципаль берәмеге хакимиәте" командаларын артта ҡал дырып, теләгенә иреште.
       Ярыштарҙа ир - аттар менән бер рәттән гүзәл заттарҙың да ҡатнашыуы иғтибарға лайыҡ, һәм улар команда буйынса партнерҙарынан ҡал ышмау ғына түгел, уларҙың ҡайһы берҙәренән уҙҙырып та ебәреү гә өлгәште.
       Волейбол турнирында еңеүсе - "Башҡортостан Республикаһы Х өкүмәте аппараты". Тәжрибә һәм йәшлек, көс һәм техника берләшеүе был
       команданы шунда уҡ алға сығарҙы. Тәүге матчтарҙа "Хөкүмәт а ппараты" өсөн уның етәксеһе Фәтих Ҡаҙаҡбаев уйнаны. Әммә икенсе уйында, аяғын а уырттырыу
       сәбәпле, ул ярыштан сығырға мәжбүр булды. Шулай ҙа етәксеһе ҙ ҡалған
       волейболсылар бирешергә уйламаны һәм турнирҙың биш матчында
       ла еңеү яуланы.
       Ярыштың иң сағыу йондоҙо, һис шикһеҙ, Өфө хакимиәте башлы ғы Павел Качкаев булғандыр. Буйы бик бейек булмауына ҡарамаҫтан, мэр һикереүҙә һөжүм яһарға ла, блок ҡуйырға ла, уйынсыларын дәртләндерергә
       лә өлгөрҙө. Беҙ Өфө хакимиәт башлығына бер нисә һорау менән
       мөрәжәғәт иттек:
       - Ярыштарҙан алған тәьҫораттарығыҙ ниндәй
       - Бына тигән. Тик график ауырыраҡ - көнөнә биш матч. Аяҡт ар ауырта башланы инде.
       - Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле - был ярыштарға алдан әҙерләнд егеҙме
       - Махсус рәүештә - юҡ. Әммә беҙ һәр ваҡыт аҙнаһына бер та пҡыр ошо уҡ
       составта волейбол уйнайбыҙ.
       - Уйнарға яратыуығыҙ һиҙелә, ә тамашасы булараҡ Өфөнөң ни ндәй командаһы өсөн "көйәһегеҙ"
       - "Энергетик" өсөн юҡ, ә бына "Нефтяник Башкортостана" ко мандаһы уйындарына барғылайым. Дөрөҫ, миңә бөгөн ундағы хәл оҡшап ет мәй - сит ил уйынсыларын һатып алалар, ә һөҙөмтә юҡ кимәлендә. Был баш ҡа спорт төрҙәрендә лә күҙәтелә. Шул уҡ "Аҡ Барс" командаһын алайыҡ -
       миллиондар һалынған, ә һөҙөмтә!
       Һуңғы тур алдынан беренсе урын "БР Хөкүмәте аппаратына" э ләгәсәге, икенсе урынды "БР Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы власт ь органдары объекттарын һаҡлау идаралығы" командаһы аласағы көн кеүек асыҡ ине инде. Һуңғылар ҙа билдәләнде: аҙаҡҡы урында "Өфө ҡалаһы Киро в районы муниципаль берәмеге хакимиәте" коллективы, "БР Дәүләт Йыйылы шы - Ҡоролтай секретариаты" уларҙан бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәре лде, "Өфө ҡала хакимиәте" бронза миҙалға лайыҡ булды.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал