6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Беренсе башҡорт операһы авторы
11.04.05


       Башҡорт мәҙәниәтенең күренекле вәкиле Мәсәлим Мөшәрәп
       улы Вәлиев 1888 йылдың 7 апрелендә Ырымбурҙа үҙешмәкәр музы кант ғаиләһендә донъяға килә. 14 йәшенән атаһының инструменттар ансамблендә уйнай, үҙаллы музыкаль белемгә эйә була. Музыкант булып формалашыуы нда Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеүе лә ҙур роль уйнай - Төр көстан фронты Беренсе армияның сәйәси бүлегендә капельмейстер була. 1922 йылда Ыры мбурға ҡайта, симфоник оркестрҙа уйнай, композитор булараҡ та көсөн
       һынап ҡарай.
       1932 йылдан алып Вәлиев Өфөлә йәшәй. М. Ғафури исемендәге
       Башҡорт академия драма театрының музыка бүлегенә етәкселек итә, 20 с пектаклгә көй яҙа. Вәлиев - "Һаҡмар" тип исемләнгән тәүге башҡорт опе раһының авторы (С. Мифтахов һәм М. Хәй либреттоһы). Уның пре мьераһы 1940 йылдың 3 февралендә була.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында композитор бер нисә патриот ик соло һәм хор әҫәре, Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
       өсөн йыр - листовкалар ижад итә."Шәүрә" операһын яҙа. Башҡ орт професиональ композиторҙарының береһе Мәсәлим Вәлиев баш ҡорт шағирҙары шиғырҙарына йөҙҙән ашыу йыр һәм романс, төрлө
       инструменттар өсөн 60 - тан ашыу пьеса ижад итә. Ул Башҡортостан Композиторҙар союзына нигеҙ һалыусыларҙың береһ е.
       Мәсәлим Вәлиев 1956 йылдың 2 ғинуарында вафат була.
       Композиторҙың тыуыуына йөҙ йәш тулыуын билдәләгән көндәр ҙә ул йәшәгән йорт бинаһында башҡорт һәм рус телдәрендә "Был йортт а 1940 - 1956 йылдарҙа башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һ алыусыларҙың береһе, БАССР - ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мәсәлим Мөшәрәп улы Вәлиев йәшәне (1888 - 1956)" тип яҙылға н мәрмәр таҡтаташ асыла. 1936 - сы йылғы фото: Мәсәлим Вәлиев ( икенсе рәт, уртала).

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал