6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Үзбәкстан парламенты депутаты Йондоҙ Усманова фонограммаға йырлауҙы күрә алмай
11.04.05


       Тыуған яғыңа бер ҡағылып алыу ҙа - бәхет ул. Ул йы раҡта, ҡыш оҙаҡҡа туҡталмаған, йәйгә инер өсөн бер нисә аҙы м ғына яһау ҙа еткән урында... Каштан, өрөк, персик, әстрхан сәтләүеге, гранат ағастары шау
       сәскәгә күмелеп ултырған, ҡоймаларҙы ҡыҙыл рауза сәскәләре уратҡан, тәмле былау еҫе аңҡыған, ҡыҙҙары әле лә сәстәрен ваҡ ҡына толомдарға үре п, халат аҫтынан ирмәк кенә итеп ыштан кейеп йөрөгән... Үзбәкстан ул.
       Ҡасандыр был төбәккә минең оләсәйем, атайым, әсәйем мөккибә н китеп ғашиҡ булған. Һуңынан мин дә уны бар күңелем менән яратыуымды аңланым. Шуғ а күрә Өфө ҡалаһына Үзбәкстандың халыҡ артисткаһы Йондоҙ Усм анованың килеүе минең өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды. Быға тикле м уның концерттарында булырға тура килмәне, бары тик кассеталарҙан ғына йырҙарын ишеткәнем
       бар ине.
       Йондоҙҙоң тауышы иҫ киткес матур. Ташкент консерваторияһы у ҡытыусылары юҡҡа ғына уны опера йырсыһы итеп күрмәгәндер, мо ғайын. Әммә ҡыҙ эстрада артисткаһы булырға хыяллана. Ул әсир итә, ғәжәпкә ҡа лдыра белә һәм һәр ваҡыт үҙенең ижадын яратыусыларҙы ҡыуандыра. Өфөлә ү ткән концертҡа Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән дә килеүселәр б ар ине.
       - Беҙ үҙебеҙ Андижандан, - ти Расужон Ҡадиров, - 1888 йыл дан алып Силәбелә йәшәйбеҙ. Йондоҙҙоң Башҡортостанға килеүе тураһында ишеткәс, килергә булдыҡ Йырҙарынан тағы бер йылға етерлек энергия тупланыҡ.
       Сығыш алдынан йырсының бер аҙ кәйефе төшөп алды: аппарату ра менән нидәйҙер проблемалар килеп сыҡты, шуға күрә концертты ла ваҡ ытынан һуңыраҡ башларға тура килде. Артистка "тереләй" йырларға күн еккән, "йөҙө менән һатыу итергә яратмай".
       - Сәхнәлә эшләү - тимәк йырлау, ә ауыҙыңды асып ҡына торо у түгел, - ти
       Йондоҙ. - Хатта ҡайһы бер билдәле артистар ҙа бының менән ш аярырға ярата. Мин дә техниканың һуңғы мөмкинселектәре менән
       яҡшы таныш, әммә уларҙы альбомдар яҙғанда файҙаланырға кәрә к, концерт ваҡытында түгел. Сөнки төп судья - тамашасы алдын да яуаплылыҡ тойғоһон юғалтырға ярамай.
       - Йондоҙ, Ташкенттағы үзбәк тамашасыһы Рәсәйҙәге үзбәк та машасыһынан айырыламы
       - Беренсеһе, барыбер, үҙ йортонда. Үҙен иркенерәк тоя. Ты уған яҡтан ситтә ҡыйыныраҡ, ризалашығыҙ...
       Ташкент тамашасыһы ниндәйҙер, белмәйем, әммә Өфөләгеһе бө гөн рәхәтләнеп күңел асты. Тамашасының артистканы ни тиклем ярат ыуын ҙур аҡ һәм ҡыҙыл раузалар гөлләмәләренән тойомларға була ине...
       Ике сәғәтлек концертта Йондоҙҙоң Европа һәм милли стилдә аранжировкаланған элекке һәм яңы йырҙары яңғыраны. Үзбәк көй ҙәре беренсе урында булды, әлбиттә. Әйткәндәй, Йондоҙҙоң реп ертуарындағы күп кенә әҫәрҙәрҙе ул үҙе ижад иткән, артистка - дүрт йөҙгә яҡын композиция авторы. Ул йырҙарын мөхәббәт, әсә, тыуған яҡ темаһына арнай. Концертта Алишер На вои һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны: "Мин үҙемде тапмаһ ам..." тигән йыры айырыуса күңелгә үтеп инде, ә Йондоҙҙоң әс әләргә бағышлап башҡарған йырынан күҙҙәр йәшләнде. Һүҙҙәрен аңламаһам да, йырсының тауышы һәм көй күңел
       ҡылдарын сиртә алды...
       Йондоҙ Усманова Фирғәнәнең Маргилан ҡалаһында тыуған. Эшс е ғаиләһендә үҫә: уның ата - әсәһе ғүмер буйы тегеү комбинатын да эшләй. Һигеҙенсе синыфтан һуң Йондоҙ ҙа шунда эшкә урынлаша. Предпр иятиеның
       клубында йыш ҡына сығыш яһай. Бәхетле осраҡ Усманованы СССР
       - ҙың халыҡ артисткаһы Тамара Ханым менән осраштыра. Тап ул ҡыҙҙың
       ата - әсәһен уны консерваторияға уҡырға ебәрергә өгөтләй ҙә
       инде.
       Бөгөн Йондоҙ - Үзбәкстандың халыҡ артисткаһы, бынан тыш -
       Үзбәкстан парламенты депутаты, сәнғәт проблемалары буйынса эш алып бар а. Европала гастролдәре йыш була. Рәсәйҙә уның киләһе концер ты Мәскәү ҡалаһында 22
       апрелдә уҙасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал