6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Эйч - Эс - Би - Си - Банк" менән хеҙмәттәшлек дауам итә
05.04.05


       Апрель айында иң мөһим иҡтисади яңылыҡ булып, һис һүҙһеҙ,
       Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Эйч - Эс - Би - Си - Банк" (Лонд он) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында кредит килешеүенә ҡул ҡуйылыуы тора. Был хәл 4 апрелдә булды. Сәғәт 11. 00 - д ә Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Б айдәүләтов һәм банк идараһы рәйесе Джеффри Асселстайн кредит килешеүе аҫтына үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, банк республикаға бер йылға биш процент менән 25 миллион доллар кредит бирәсәк. Рафаэль Байдәүләтов билдәләүенсә, Башҡортостанға үҙенең юғары рейтингы менән дә (Standart & Poor's агентлығы республикаға "ВВ" кимәлендәге (тотороҡло), "Moody's" халыҡ - ара рейтинг агентлығы "Ва1" кимәлендәге (тотороҡло) рейтинг билдәләне) Рәсәйҙә бындай отошло шарттары булған кредитор табыуы ҡыйынға тура килер ине. Өҫтәүенә инглиз банкыһы һәм республика араһында был килешеү тәүгеһе түгел.
       Үткән йыл да Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм "Эйч - Эс - Би - Си - Банк" араһында кредит килешеүенә ҡул ҡуйыл ды. Ул ваҡытта Башҡортостан бер йылға 15 миллион доллар кред ит алды. Был бурыс быйылғы йылдың 29 мартында ҡапланды.
       Хәйер, был да ике яҡтың үҙ - ара хеҙмәттәшлегенең башы тү гел. Партнерлыҡ мөнәсәбәттәре 1997 йылда, банк тарафынан "Ур алСиб" банкына 25 миллион доллар кредит бирелгәндән алып юлғ а һалынды. 1998 йылда "Эйч - Эс - Би - Си - Банк" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостанға 15 миллион доллар кредит бирҙе. Хеҙмәттәшлек 2003 һәм 2004 йылдарҙа ла дауам итте. Әйткәндәй, бөгөнгө кредит шарттары буйынса иң отошлоһо.
       Әйтергә кәрәк, бындай тығыҙ партнерлыҡ мөнәсәбәттәре, беренсе сиратта, халыҡ - ара финанс баҙарында республикаға ҡарата ышаныс менән ҡарауҙары һәм уның юғары кредит рейтингына дәлил булып тора. Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло хәле лә көнбайыштағы партнерҙарҙа тығыҙ хеҙмәттәшлеккә теләк уята.
       Кредит аҡсаһы республика иҡтисадын үҫтереүгә, атап әйткән дә, нефть химияһы, нефть эшкәртеү тармағын, шулай уҡ төҙөлөш тө финанслауға тотоноласаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал