6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Төнъяҡ баш ҡаланан - көнбайыш сиктәренә
30.03.05


       "Чартер" "Боингы" Калининград еренә 24 марттың кисен дә ултырҙы. Санкт - Петербургта үткән осрашыу һәм һөйләшеүҙә ргә бай тағы бер көн артта ҡалды.
       Аэропортта БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһын оло хөрмәт белдереп, иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙай күреп ҡаршы алдылар.
       Барлыҡ рәсми саралар 25 мартҡа планлаштырылды. Программа бу йынса барып күрәһе объекттар күп булғанлыҡтан, делегация ө с төркөмгә бүленеп, өс төрлө маршрут буйынса сығырға ҡарар и тте.
       Әммә башта делегация тулы составында Калининград өлкәһе хакимиәтенә юл тотто. Һөйләшеүҙәрҙән һуң, ике яҡ вәкилдәре документтарға ҡул ҡуйыу өсөн конференция залында йыйылды. Быға тиклем үҙ - ара мөнәсәбәт тураһында рәсми ҡағыҙ булмауы
       ике төбәк араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡлығын аңлатмай,
       әлбиттә. Башҡортостан менән Калининград өлкәһе араһында бәйләнеш булдырылғанға инде бер нисә йыл. Иң башта иҡтисади йәһәттән. Әммә мөнәсәбәттәрҙең яңы кимәлгә сығыуы булған мөмкинселектәрҙе тағы ла тулыраҡ тормошҡа ашырырға ярҙам и тәсәк. Ике төбәк араһында тауар әйләнешенең 95 проценты Башҡортостанға тура килә, әйткәндәй, ул башлыса производство
       - техник тәғәйенләнештәге продукция. Ә инде беҙгә Калинингр ад өлкәһенән килгән 5 процент - халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, күпселек, ювелир изделиелары, йәнлек тиреләре һәм балыҡ.
       Был аҙ, әлбиттә. Ә ниңә Калининградта сәнәғәттең үҫеш кимәле түбәнме Әллә Башҡортостанға тәҡдим итерлек башҡа тауар юҡмы Сәбәп ике яҡтың бер - береһен йүнләп белмәүендә.
       Әммә бөгөн делегацияларҙың осрашыуы ике яҡтың бер - береһен ә табан йүнәлешен тиҙләтеренә шикләнергә тура килмәй.
       Рафаэль Байдәүләтовтың өлкә губернаторы Владимир Егоров менән һөйләшеүе бөгөнгө хәлдең ике яҡты ла ҡәнәғәтләндермәүе
       һәм эште урынынан ҡуҙғатырға әҙер булыуын күрһәтте.
       Һөйләшеүҙәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Калининград өлкәһе Хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында
       Килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Ошонда уҡ тағы бер мө һим документ - БР Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Калининград өлкәһе б уйынса Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Ҡыҙыл Байраҡ Сик идаралы ғы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.
       Ошо урында программала ҡаралған рәсми саралалар тамамланд ы һәм өс төркөм үҙ маршруттары буйынса китте. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең үҙ маршруты - һөйләшеүҙәр өҫтәле артында ҡайһы бер һорауҙарҙы хәл иткәндән һуң, улар урындағы предприятиела р менән танышырға теләк белдерҙе. Власть органы вәкилдәре өлкәнең стратегия йәһәтенән мөһим объекттарына йүнәлде. Делегацияның бер өлөшө Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә Балтийскка, уның урынбаҫары Фидус Ямалтдинов етәкселегендәге
       икенсе төркөм Багратионовскка юл тотто.
       Балтийскта беҙҙең вәкилдәрҙе айырыуса "Башҡортостан" исемен йөрөткән карап ҡыҙыҡһындырҙы. Үҙ ваҡытында республика уны шефлыҡа алған ине һәм әле лә унда гуманитар ярҙам ебәреп тора. Һуңғы был ярҙам 2004 йылдың февралендә килгән - делегация 20 тонна гуманитар йөк, карап өсөн 60 тон на яғыулыҡ алып килгән һәм экипажға "Газель" микроавтобусы б үләк иткән. "Башҡортостан" карабы делегацияһы ла Өфөлә үткәр елгән төрлө байрам сараларында даими ҡатнашып тора. Карапта күп кенә Башҡортостан егеттәре хеҙмәт итә.
       Шул уҡ ваҡытта Фидус Ямалтдинов Василий Утин исемен йөрөткән сик заставаһында булып, унда хеҙмәт иткән егеттәр менән аралашты, әйткәндәй, уларҙың бишеһе Башҡортостандан. С ик заставаһы исемен йөрөткән Советтар Союзы Геройы һәйкәленә
       сәскәләр һалды.
       Ҡунаҡтар Калининград архитектураһының иҫ киткес матур ҡомартҡыларының береһе - Кафедра соборында булды. Ошонда уҡ билдәле философ Иммануил Канттың музейы урынлашҡан.
       Бер көнлөк сәфәрҙең мөһим мәлдәре ошолар. Кисен үткәрелгә н рәсми банкетта Владимир Егоров беҙҙең делегацияға күмәк составта килергә ваҡыт тапҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе:
       - Был бит бер "Боинг" министрҙар! Беҙҙә, ғөмүмән алғанда, "Боингтар" йыш туҡтамай, уларҙың бортында был тиклем күп һан да министрҙар булыуы тураһында әйтергә лә түгел! Ошондай делегациялар килгән ваҡытта беҙ үҙебеҙҙең Рәсәйҙең бер өлөшө
       булыуыбыҙҙы аңлайбыҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим.
       Дөйөм алғанда, сәфәр ошоноң менән тамамланды. Рәсәй көнбайышына "сәйәхәттән" ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Был дуҫлыҡ
       артабанғы уңышлы мөнәсәбәттәр өсөн нигеҙ булырға тейеш.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал