6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беҙҙең хоккейсылар плей - оффта!
23.03.05


       Нисек кенә ғәжәп яңғырамаһын, әммә "юлаевсылар" пле й - оффта уйнай. Дөрөҫ, улар сит форма кейгән һәм башҡа, көс лөрәе командалар намыҫын яҡлай.
       Бөгөн плей - оффта сығыш яһаусы өс хоккейсы - Өфө мәктәбе
       тәрбиәләнеүселәре, улар формаль рәүештә беҙҙең клубҡа ҡарай
       һәм арендаға бирелгән: Волков һәм Цулыгин - "Динамола", Заварухин - Магнитогорск "Металлургында". Был алдынғы "юлаев сылар" уларҙан тыш та оҫта уйнаған командаларҙы көсәйтеү өсө н тапшырылған. Арендаторҙарҙың отошта булыуын билдәләргә кәрәк. Үҙҙәренең яңы клубтарында беренсе роль уйнамаһалар ҙа , өфөлөләр һиҙелерлек файҙа килтерә.
       "Салауат Юлаевтың" элекке капитаны Николай Заварухиндан башлайыҡ. "Металлург" командаһының тренеры Марек Сикора тәжрибәле Өфө тәрбиәләнеүсеһенә һөжүм итеүсе дүртенсе "тройкалағы" урынды ғына ышанып тапшырҙы. Һәм Омск "Авангардына" ҡаршы тәүге уйында уҡ Николай командаһының еңеүенә ҙур өлөш индерҙе - уның иҫәбендә ике мәрәй. Өсөнсө периодта, "Металлург" файҙаһына 3 : 2 иҫәбендә, Заварухин Гончарҙан алған шайбаны ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына индереүгә өлгә ште. Ғөмүмән алғанда, осрашыу 5 : 2 иҫәбе менән тамамланды.
       Ҡалған матчтарҙа Заварухин үҙ кимәлендә уйнаны, әммә башҡ а мәрәй йыйманы.
       Игорь Волков "Динамо" ( Мәскәү) - "Нефтехимик" ( Нижнекам ск) серияһында хәл иткес осрашыуҙа үҙен герой итеп күрһһәтт е. Ул "аҡлы - зәңгәрлеләр" өсөн ун өсөнсө матчта шайба индер ҙе - һәм тап ошо шайба мәскәүҙәрҙе ярымфиналға сығарҙы!
       Крикунов Игорҙән юҡҡа ғына яҡшы һөҙөмтәләр көтмәгән икән.
       Һуңғы ике матчта "Динамо" тренеры Өфө тәрбиәләнеүсеһен
       Павел Роса һәм Александр Фролов кеүек гол оҫталарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
       Игорь менән һөйләшеүҙән бер өҙөк:
       - "Локомотив" һәм "Аҡ Барс" араһындағы матчтың нисек тамамланыуын беләһегеҙме
       - Эйе. Беҙ команда менән буллиттар серияһын телевизорҙан ҡараныҡ.
       - Бөгөн Ярославлдә билдәле сәкән оҫталары 22 буллиттың бишәүһен генә тормошҡа ашырҙы. Ковальчук менән Ковалев икешәр тапҡыр уңышһыҙ сығыш яһаны. Иң яҡшы күрһәткес - 50 процент. Һеҙҙе был миҙгелдә "бергә ноль" сығыштарын түбән кимәлдә хәл итеүҙә ғәйепләйҙәр. Әммә бөгөнгө менән сағыштырғанда Волковтың һөҙөмтәләре яҡшыраҡ килеп сыға.
       - Миңә ҡалһа, улар бөгөн артыҡ сәпсәләнде. Даими чемпиона тта был оҫталар буллиттарҙы тормошҡа ашырыр ине.
       - Команданы ярымфиналға сығарған еңеү шайбаһы ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы Ғөмүмән, үҙегеҙҙең сығыштан ҡәнәғәтһегеҙме
       - Ҡәнәғәт булған урындар ҙа, булмағандары ла бар. Бөгөнгө   матчҡа тиклем миңә уйын ваҡыты аҙ бирелә ине - хатта аҙсылыҡ та ла сыҡмай торғайным. Бөгөн иһә тренер миңә "күпселекте үл тергәндә" уйнауҙы ышанып тапшырҙы. Үткән ике уйында йүгереп тә туймай инем, ә хәҙер хатта бер аҙ арыным да.
       - Командала мөхит ниндәй "Динамолар" өсөн бер аҙ ял кәрә к тип иҫәпләйһегеҙме
       - Был минең өсөн икенсе плей - офф. Быға тиклем аҙ уйнаны м - шуға күрә белмәйем, әммә тәжрибәле егеттәр әйтеүенсә, ял
       итеп алыу яҡшыраҡ.
       - Еңеүсе командала үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ"Динамола" һеҙ ҙең кәйеф нисек
       - Беләһегеҙме, "Салауат Юлаев" өсөн плей - оффта бөгөн "Д инамо" командаһындағы кеүек мөхит ине.
       - Плей - оффта һеҙ алты матч үткәрҙегеҙ Иҫтә ҡалғаны ҡайһ ыһы
       - Сергей Николаев командаһында Ярославль "Локомотивына"
       ҡаршы уйнағанда буллиттар буйынса бирешкән матч.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал