6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Республиканың хөрмәтле кешеләре юғары наградаларға лайыҡ булды
21.03.05


       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов беренсе дәрәжә А лександр Невский ордены менән наградланды. "Милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә индергән өлөшө өсөн" юғары награда республика башлығына ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың башҡорт парламентына 10 йыл тулыуына арналған тантаналы йыйылышында тапшырылды.
       Һәм был Башҡортостан Президенты лайыҡ булған берҙән - бер
       награда түгел. Закондар сығарыу өлкәһендә уңышлы эшләүе өсөн Мортаза Рәхимовҡа Рәсәй Дәүләт Думаһының юғары наградаһы - Почет грамотаһы һәм күкрәккә тағыла торған алтын билдә тапшырылды. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты дәүләт тө ҙөлөшөнә һәм парламентаризм үҫешенә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн беренселәрҙән булып БР Дәүләт Йыйылышының юғары наградаһы - быйылғы йылдың ғинуар айында раҫланған Почет грамотаһы менән наградланды.
       Закондар сығарыу өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн РФ Дәүләт Думаһының Почет грамотаһы шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы Комитетының закондар сығарыу, дәүләт төҙөлөшө һәм суд - хоҡуҡ һорауҙары буйынса рәйесе Марат Харисов һәм республика парламентының мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, тури зм һәм йәштәр эштәре буйынса Комитет рәйесе Рафаил Мирсаевҡа тапшырылды.
       Еңеүҙең 60 йыллығы алдынан башҡорт парламенты рәйесе Константин Толкачев маршал Жуков миҙалы менән наградланды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал