6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡортостан менән Свердлов өлкәһе һигеҙ миллиардҡа сыҡты
18.03.05


       Кисә Башҡортостандың баш ҡалаһында ваҡиғаларға үтә лә бай көн булды. Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы, 22 - се ултырышы һәм республика парламентының 10 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте. Әммә был көн икенсе мөһим ваҡиғанан башланып к итте - иртәнге сәғәт туғыҙҙа Өфөгә губернатор Эдуард Россель
       етәкселегендә Свердлов ҡалаһынан делегация килде.
       Ҡунаҡтарҙы республика Президенты Мортаза Рәхимов һәм башҡалар ҡаршы алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, журналистар йола буйынса самолет трабы эргәһендә интервью ала алманы. Был аңлашыла ла, делегацияның эше баштан ашҡан. Ә журналистар менән осрашыу сценарийҙың аҙағында ҡаралған булып сыҡты.
       Аэропорттан делегация тура Республика йортона йүнәлде. Ун да төбәк башлыҡтары икәүҙән - икәү генә һөйләште. Артабан Свердлов делегацияһы тулы составында беҙҙең республика етәкселеге вәкилдәре менән осрашты. Форма буйынса был программа сараларына старт биреүсе осрашыу булһа, асылда
       иһә һөйләшеү күптәнге дуҫтарҙың осрашыуын хәтерләтте.
       Ике төбәктә лә хәл тотороҡло булыуы билдәле. Икеһе лә юға ры сәнәғәт потенциалы һәм уны үҫтереүгә ынтылыш менән айырылып тора. Аралашыуҙы ла буш урындан башларға түгел: беҙҙең предприятииелар араһында күптән хеҙмәттәшлек юлдары һ уҙылған.
       Башта Свердлов өлкәһе делегацияһы Өфө буйлап, дөрөҫөрәге,
       үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған сәнәғәт объекттары буйлап йөрөп сыҡты. Уларҙың иғтибарын башлыса Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе һәм Башҡортостан троллейбус заводы йәлеп итте. Ҡунаҡтар производствоны ҡараны, предприятие етәкселеге менән һөйләште, үҙҙәре өсөн һығымталар яһаны.
       Артабан республикалағы коллегалары менән бергә Республика
       йортонда йыйылдылар. Делегацияның Өфөгә килеүенә төп сәбәп булып торған эш ошонда башҡарылды: алдағы бер нисә йылға мөн әсәбәт үҫешен билдәләүсе документтарға ҡул ҡуйылды. Унда ике яҡ та үҙҙәренең "социаль - иҡтисади, фәнни - техник һәм мәҙәниәт өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлек һәм Башҡортостан Р еспубликаһы һәм Свердлов өлкәһе биләмәләрендә урынлашҡан хуж алыҡ субъекттарына производство һәм технологик бәйләнештәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса ниәттәрен" раҫланы.
       Был протоколға 2005 - 2008 йылдарға саралар план индерелг ән. Унда республика һәм өлкәлә киләһе йылдарҙа планлаштырыл ған эштәр һанала. Әҙер продукция ҡайтарыу, Башҡортостан тау - металлургия комплексы үҫеше, ресурс - энергия һаҡлау һорауҙары буйынса ғилми - тикшеренеү, тәжрибә - конструкторл ыҡ эштәрен уртаҡ финанслау, төҙөлөш комплексында яңы
       технологиялар булдырыу һәм башҡалар тураһында әйтелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был план иҡтисади һәм социаль йәһәттән тормоштоң бар өлкәләрен дә үҙ эсенә ала.
       Документтарға ҡул ҡуйғандан һуң Мортаза Рәхимов менән Эдуард Россель матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Улар әйткәндә н барлыҡ осрашыу һәм һөйләшеүҙәрҙең ҙур проектҡа әйләнеүе һәм төбәктәр өсөн бик ыңғай һөҙөмтәләргә килтереүе аңлашылды. Эдуард Россель билдәләүенсә, һуңғы ике йыл эсендә республика менән өлкә араһында тауар әйләнеше 1,9 тапҡыр артҡан. 2004 йыл һөҙөмтәһе булып һигеҙ миллиард һумлы ҡ тауар әйләнеше тора! Комментарийҙар кәрәкмәйҙер, тип уйлай ым.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал