6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Иртәгә Башҡортостан менән Свердлов өлкәһе артабан ниндәй йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итеү хаҡында уйлаясаҡ
16.03.05


       Алдағы йылдарҙа Башҡортостан менән Свердлов өлкәһе араһындағы мөнәсәбәт әүҙемләшәсәкме Был йәһәттән яуаптар
       күпселек иртәгә Өфөлә буласаҡ осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һ өйләшеүенән торасаҡ. 17 мартта бер көнлөк эш сәфәре менән Өф өгә Свердлов өлкәһенән губернатор Эдуард Россель етәкселегендә рәсми делегация килә.
       Программа саралары көндөң беренсе яртыһына планлаштырыла һ әм бик бай булырға оҡшай. Свердлов делегацияһы самолеты
       иртәнге сәғәт туғыҙҙа Өфө аэропортына ултырасаҡ һәм шунда уҡ ҡунаҡтар Республика йортона юлланырға планлаштыра. Тәүге рәсми сара шунда уҙасаҡ. Ике төбәк башлығы - Эдуард Россель һәм Мортаза Рәхимов БР Президентының эш кабинетында
       һөйләшәсәк. Был осрашыу һәм ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙән һуң
       ҡунаҡтар Ләлә - Тюльпан мәсетенә саҡырыла. Был Свердлов
       делегацияһының Өфөләге программаһына индерелгән берҙән - бер мәҙәни объект. Унда ҡунаҡтарҙы Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә идаралығы рәйесе Тәлғәт Таджетдин ҡаршы аласаҡ.
       Артабан делегация республика сәнәғәте, дөрөҫөрәге, машина лар төҙөү комплексы, менән ҡыҙыҡһынырға ниәтләй. Уларҙы "Мотор" федераль дәүләт унитар предприятиеһында һәм "Башҡортостан троллейбустар заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәт ендә көтәләр. Федераль предприятиела Екатеринбургтан килгән ҡунаҡтар өсөн Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе етештергән продукциялар күргәҙмәһе ойошторола.
       Көн бик әһәмиәтле документҡа ҡул ҡуйыу менән тамамланасаҡ . Унда һүҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Свердлов
       өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа - иҡтисади, фәнни - техник,
       социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса конкрет саралар тураһында бара. Ошо уҡ көндө ҡунаҡтар ҡайтыр юлға сыға.
       Әйтелгән килешеүгә үткән йәй ҡул ҡуйылды. Ул ваҡытта Екатеринбургтағы коллегаларҙа ҡунаҡта беҙҙең республиканың Мортаза Рәхимов етәкселегендәге делегацияһы булып ҡайтты.
       Сәфәр шулай уҡ бер көнлөк һәм бик бай программалы булды. Сәнәғәт предприятиелары, мәҙәни объекттар, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, спорт ҡоролмалары, шулай уҡ документтар, һөйләшеүҙәр, матбуғат конференциялары...
       Раҫланған килешеү асылда ике төбәк араһындағы оҙайлы мөнәсәбәттәрҙе документаль йәһәттән нығытыуҙың дауамы булып тора. Был сәфәр барышында Екатеринбургта Башҡортостан Республикаһының Свердлов өлкәһендә даими вәкиллеге асылды.
       Ул ваҡытта, 2003 йылда, төбәк - ара мөнәсәбәттең яңы этаб ы
       башланды тип әйтергә була. Ике аралағы бәйләнеш бик күптән  килә. Ике яҡҡа ла отошло контракттарҙың маҡсатлы үҫешенә этәргес көс 1996 йылдың ғинуар аҙағында бирелде. Ул саҡта
       Башҡортостан Республикаһы һәм Свердлов өлкәһе араһында сауҙ а - иҡтисади һәм фәнни - техник хеҙмәттәшлек принциптары тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.
       Документ үҙенең практик әһәмиәтен иҫбатланы. 2003 йылдағы
       яңы килешеүгә ҡул ҡуйыу ваҡытына төбәктәр араһында тауар әйләнеше өс миллиард тирәһе тәшкил итте. Күп. Әммә беренсе
       ҡарамаҡҡа. Мөмкинселекте айыҡ баһалағанда, өс миллиард сик түгеллеге аңлашыла.
       Үткән осрашыу ваҡытында Эдуард Россель раҫланған документ тың положениеларын тормошҡа ашырыу тауар әйләнеше күрһәткестәрен кәм тигәндә ике тапҡыр арттырырға мөмкинселек
       бирәсәгенә ышаныс белдерҙе, Мортаза Рәхимов бының менән тул ыһынса килеште.
       Шулай итеп, көтөлгәндәр аҡландымы Төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәләре нисек Рәсми осрашыуҙар ике яҡлы иҡтисади әүҙемлеккә ниндәй йоғонто яһаны Һәм, ниһайәт,
       мөнәсәбәттәр алдағы бер нисә йылда ниндәй йүнәлештә буласаҡ  Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты иртәгә аласаҡбыҙ.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал