6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яҡташыбыҙ - Советтар Союзы Геройы
04.03.05


       - Беләһегеҙме, минең төшөмә йыш ҡына яланаяҡлы малай саҡ та һыу ингән Дим буйҙары инә, - тине ҡыйынһынып ҡына Иван Е вдокимович Гриб 1986 йылдың 2 апреле көнө, Донецк өлкәһе Сла вянск ҡалаһында уның йорто эргәһендә хушлашҡан ваҡытта. М инең блокнотымда был осрашыу тураһында яҙыуҙар һаҡланған.
       Кәрәкле адресты мин тиҙ эҙләп таптым. Хужа тупһаға сығып б аҫты - оҙон буйлы, ҡаҡса ғына, буйлы күлдәктә. Алыҫтан килгә н ҡунаҡҡа аптыраманы ул. Тауышына ниндәйҙер йылылыҡ өҫтәп:"Б ашҡортстандан Тыуған яҡтарҙан тимәк..." - тип кенә ҡуйҙы.
       Һуңынан беҙ уның менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Иван Евдокимовичтың хәтере яҡшы. Ашыҡмай ғына һөйләй. Ул 1911 йыл дың 4 мартында Дәүләкән районының Ново - Ивановка ауылында т ыуған. Яҡшы уҡый, үҙаллы була. Үҙенә генә ышанырға тура килә
       малайға: атаһы беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк була. Туғ ыҙ синыфты тамамлағас, райондың ҡулланыусылар союзында эшләй . Башлы егетте Өфөгә, хисапсылар курсына ебәрәләр. Иван шунд а тороп ҡала. Армияла хеҙмәт итә. Бер урында йәшәүе ни өсөнд өр күңелһеҙ тойола уға. Йәштәр ул ваҡытта эшкә Алыҫ Көнсығыш ҡа, Себергә юллана торған була. Иван Гриб та бер көнө ҡулына
       география картаһы ала. "Станция Советская Сибирь" тигән исе м күңеленә ята уның. Ҡатыны һәм ҡыҙы менән бергә ул шунда юл
       тота. Әммә поезда проводница уларға Бийск ҡалаһында туҡталы рға кәңәш итә. Һәм Иван Евдокимович Бийск автомобилдәр базаһ ында бухгалтер булып эшләй башлай.
       Тынысһыҙ йылдар етә. Һуғыш башлана. Иван Евдокимович пехо тала взвод командиры булып хеҙмәт итә. Сталинградда, Курск Д уғаһында һуғышырға тура килә. 1943 йылдың сентябрендә Днепрғ а яҡынлашалар. Уның взводында 18 кеше була.
       Бер көнө кис батальон командиры Иванды үҙенә саҡырып ала һәм кәмә табып, йылға аша сығырға әҙерләнә башларға приказ б ирә. Днепр балыҡсылары уларға ике кәмә табырға ярҙам итә, ул арға өҫтәп иҫке ҡапҡа файҙаланыла.
       Йылға аша сығыу 1943 йылдың 23 сентябренә билдәләнә. Яҡты ра башлай. Взвод һалдаттары Днепрҙың ярында окоптар ҡаҙып ур ынлаша - 200 - 300 метр һайын икешәр кеше. Алда хаталар була , әммә унда барып етә алмайҙар: хаталар артында дошман танк тары.
       25 сентябрҙең төнөндә 7 - се гвардия армияһының төп өлөшө
       Днепрға сыға. Иртәнгә тиклем йылғаның уң яҡ ярына бер нисә подразделениены сығарыуға өлгәшәләр. Ул көндәр тураһында док ументтарҙа былай тиелә:
       " 1943 йылдың 23 сентябрендә, Днепр йылғаһын аша сыҡҡан в аҡытта кесе лейтенант Гриб үҙенең взводы менән беренселәрҙән
       булып ҡаршы ярға сығып, унда нығытмалар төҙөүгә өлгәште. Үҙ енең әүҙем хәрәкәттәре менән ул батальондың йылғаны уңышлы а ша сығыуына һәм плацдармды баҫып алырға булышлыҡ итте".
       "Һуғыш ваҡытында минең пилоткама пуля тейгән, - тип хәтер ләй Иван Евдокимович. - Егеттәр минән ниңә пилоткаң ҡырын тө шкән, тип һорай. Сисеп ҡараһам, пуля тишеп үткән эҙ бар. Бер
       - ике сантиметрға түбәнерәк тейһә..."
       Днепр аша сыҡҡан өсөн взводтан өс кеше, шул иҫәптән И. Е.
       Грибҡа ла Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Еңеүҙе Иван Евдокимович Венгрияла ҡаршы ала. Бийск ҡалаһ ына әйләнеп ҡайта. Бында Славянск ҡалаһынан килгән таныштары
       үҙәренең ҡалаһын бик маҡтап һһһөйләгәс, ғаиләһе менән шунда
       юл тота. Йәшәргә ҡалалар, йорт һатып алалар. 1969 йылға тик лем Иван Гриб заводта эшләй. Хаҡлы ялға сыға.
       Укаринанан ҡайтҡас, мин яҡташтарға Советтар Союзы Геройы тураһында һөйләнем. Дәүләкәндәр уға хат яҙып һалырға, ҡунаҡҡ а саҡырырға булдылар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрмәнеләр. 1 987 йылдың 23 ғинуарында Иван Евдокимович Гриб вафат булды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал