6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Зәңгәр ҡош" - һаман да юғарыла
25.02.05


       - Артыҡ билетығыҙ булмаҫмы - тип һорау менән мөрәжәғә т итте миңә "Юбилейный" Мәҙәниәт һарайы алдында бер егет ке ше. - 500 һумға алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уға ыңғай яуап б ирә алманым, әммә уның легендар вокаль - инструменттар ансам бленең концертына эләгеү теләге шул тиклем ҙур булыуы аптыра у тойғоһо уятты. "Синяя птица" быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилей ы билдәләй. Ансамблдең концертына билеттар, аңлауығыҙса, алд ан уҡ һатылып бөткәйне. Концерт залында үткән быуаттың 80 - се йылдар мөхите хөкөм һөрә. Ул ваҡытта мин бәләкәй инем әле . Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө романтик рухты ла бик
       тиҙ тойоп алдым һәм "Белый теплоход", "Ты мне не снишься", "Так вот какая ты", "Я иду к тебе навстречу", "В море ходят пароходы", "В семь часов у Никитских ворот" йырҙарына мөкки бән китеп ғашиҡ булырға ла өлгөрҙөм. Был йырҙарҙы ишеткәнем
       булһа ла ниндәй ансамбль башҡарыуын белмәй инем. Быға "Син яя птица" төркөмөнөң 1991 йылда сәхнәнән китеүе лә сәбәп бул ып торғандыр. Яңынан улар 1999 йылдың майында ғына йырлай ба шлай.
       - Беҙҙең йырҙарҙы йырлап үҫеүселәрҙең күңел ҡылдарында уй нар өсөн генә ҡайтманыҡ, әле беҙҙең әйтер һүҙҙәребеҙ бар, - ти ансамблдең художество етәксеһе Алексей Комаров. - Бөгөнгө
       маҡсатыбыҙ - элекке йолаларҙы боҙмайынса яңы йырҙар тыуҙыры у.
       Һәм үткән йәкшәмбе, оҙайлы "туҡталыштан" һуң, "Синяя птиц а" төркөмөнөң өсөнсө концерты үтте. Юбилей туры сиктәрендә тәүге сығыш яһау урыны булып Өфө һайланмаған, бында дуҫтары быҙ һәм ижадыбыҙҙы яратыусылар күплеге төп сәбәп, тине Алекс ей Комаров. Беренсе булып мөхәббәт тураһында йыр яңғыраны.
       Беҙ үҙ стиль һәм темабыҙҙы һаҡларға тырышабыҙ һәм һаман д а мөхәббәт тураһында матур йырҙар яңғырарға тейеш тип һанайб ыҙ, тиҙәр йырсылар.
       - Яңы артистар килеүе һеҙҙең төркөмдөң "йөҙөн" үҙгәрттеме 
       - Коллектив хеҙмәт - бик ҡатмарлы эш, беҙгә бик күп төрлө
       кешеләр килде. Ҡыҙыҡлы шәхестәрҙең береһе - "Аракс" төркөмө нән Коля Парфинюк булды. Ул беҙгә 1984 йылда килде, әммә бе р йылдан китте. Уның "Мирно дремлет" композицияһы әле лә беҙ ҙең репертуарҙа ҡала. Ансаблгә кем генә килмәһен, беҙ һәр ва ҡыт вокаль - инструменталь ансамбль булып ҡалабыҙ. Был жанр нимәһе менән оҡшай ВИА - матур тауыштар гөлләмәһе, беҙҙе би релеп тыңлауҙарынан ғына ла ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәбеҙ .
       - Бөгөнгө эстрадаға ҡарашығыҙ нисек
       - Сәхнәлә ысын ижади тормош менән йәшәү өсөн, беренсе сир атта билдәле атайҙар һәм балалар конфликтынан тыйылырға һәм атайҙар ролендә сығыш яһамаҫҡа кәрәк, тип уйлайым. Бөгөнгө э страданың мәҙәниәткә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ тип һуҡрана башлау менән беҙҙе ҡабул итеүҙән туҡтаясаҡтар. Баҙар мөнәсәб әттәре тормоштоң мәҙәни өлөшөнә лә үҙ төҙәтмәләрен индерә, ә лбиттә, әммә эстрада һәм шоу - бизнес төшөнсәләрен бутарға к әрәкмәй.
       Беҙҙә йәш артистарҙы өйрәтерлек тәжрибә бар, йәштәрҙә мә ҙәниәт тойғоһон формалаштырыуҙа ла ҡатнаша алабыҙ, әммә үҙеб еҙҙе уларға ҡапма - ҡаршы ҡуйып түгел, бары тик альтернатива
       булараҡ ҡына. Беҙ тамашасыларға тулыһынса хужа булырға телә мәйбеҙ, ул ваҡытта беҙгә ансамбль ижадын күңелдәрен биреп яратыусыларҙан айырылырға тура килер ине. Шул уҡ ваҡытта йәм ғиәт закондарынан тыш та йәшәй алмайбыҙ йыртҡыстар өйөрөндә вегетариан булыуы алйотлоҡҡа яҡын... Беҙ әле эҙләү мәлендәбе ҙ, һаҡ ҡына аҙымдар менән алға атлайбыҙ. Киләсәктә ҡыллы инс трументтар төркөмөн тергеҙергә һәм тере башҡарыуҙа студия эф фектына яҡынлашырға хыялланабыҙ. Йырҙарыбыҙ изге рухта ҡалас аҡ, әлбиттә.
       Кемдер "Синяя птица" төркөмө йырҙарына ҡушылып тәүге аҙым дарын яһай, икенселәр тәүге мөхәббәтен осрата... Мин иһә ысы н йыр бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаҫын аңланым... "Зәңгәр ҡош" ә ле лә юғарыла...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал