6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Хәрби хеҙмәттән "ҡасыу" ҡатмарланасаҡ
22.02.05


       Хәрби комиссариаттар 2005 йылғы армияға саҡырылыуға әҙ ерлек эштәре алып бара. Быйыл яҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәре рәтен ә Башҡортостандан 5250 егет өҫтәләсәк. Сағыштырыу өсөн, халы ҡ һаны ике ярым тапҡырға күберәк булған Мәскәүҙә лә армияға саҡырылыусылар һаны шул сама.
       - Беренсенән, был беҙҙең егеттәрҙең "әҙерлек күрһәткесе" юғары булыуы (75 процент) менән аңлатыла, - тип билдәләне жу рнлистар менән осрашыу ваҡытында Башҡортостандың хәрби комис сары Тимофей Азаров. - Мәскәүҙә, мәҫәлән, был һан 51 процент тан, рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса - 37 проценттан артм ай. Икенсенән, Мәскәүҙә белем алыу арҡаһында хеҙмәт итеүҙе к исектереү йыш осрай, өсөнсөнән, унда армияла хеҙмәт итеүҙән "йәшенеп ҡалыусылар" етерлек.
       Әммә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һаны аҡрынлап кәмеүгә
       табан барасаҡ, - тип билдәләне республиканың хәрби комиссар ы. - 2006 йылда демографик сиккә яҡынлашасаҡбыҙ һәм армияға
       саҡырылыусылар һаны ҡырҡа кәмейәсәк. 2008 йылдан хәрби хеҙм әт ваҡытын бер йылға тиклем ҡыҫҡартырға планлаштырылыуын иҫә пкә алғанда, хеҙмәткә саҡырылыусылар рәтендә кеше етмәүе һиҙ елерлек буласаҡ. Шуға күрә һалдат һурпаһынан ҡотолоп ҡалырға
       теләүселәргә ҡарата айырыуса ҡаты сара күреләсәк.
       Республиканың хәрби комиссары ҡыҙыҡһындырғыс һандар ҙа ки лтерҙе. Үткән йыл хәрби хеҙмәткә 3305 юғары уҡыу йорто сығар ылыусыһы саҡырылырға тейеш булған, әммә бары тик 325 кеше һалдат итектәре кейгән. Ә ҡалғандары Ярар, 504 кеше хәрби к афедраһы булған уҡыу йортон тамамлаған. 786 сығарылыусы иһә уҡыуын тамамлағандан һуң һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡҡан: уларҙы ң ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. 221 егет хеҙмәткә саҡырылыуҙан асы ҡтан асыҡ ҡасып йөрөй. 240 кеше ауылда уҡытыусы булып эшләй башлауҙары тураһында белешмә алып килгән. Тикшереү һөҙөмтәһе ндә, уларҙың 16 - һы ғына ғәмәлгә ярашлы булыуы асыҡланған. Аспиранттар менән дә шундай уҡ хәл күҙәтелә: ҡағыҙҙа кандида ттар ысынбарлыҡтағынан өс тапҡыр күберәк. Ә медицина учрежде ниеларын тамамлаусылар иһә барыһы ла ауырыу булып сыҡҡан.
       - Ә бит ошо кешеләргә юғары белеме булмаған егеттәргә ҡар ағанда яҡшыраҡ шарттарҙа бер йыл ғына хеҙмәт итергә кәрәк, -
       тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тимофей Азаров. - Ярай, медиктарҙы бе ҙ һауыҡтырасаҡбыҙ һәм ялған белешмә биреүсе табип һәм башҡа белгестәргә ҡарата иң ҡаты саралар күреләсәк.
       Республиканың хәрби комиссары контракт буйынса хеҙмәт ит еү тураһында ла иҫкә төшөрөп үтте. Киләсәктә Ҡораллы Көстәр
       башлыса контрактниктарҙан торасаҡ. Бөгөнгө көнгә алты меңгә
       яҡын Башҡортостан егете контракт буйынса хеҙмәтте һайлаған.
       - 2005 йылдың мартынан башлап Алкинолағы 186 - сы инженер
       - сапер бригадаһында контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр айын а ете ярым мең һум аласаҡ, - тине Тимофей Азаров. - Әлеге ва ҡытта Алкинола контрактниктар өсөн уникаль хәрби ҡаласыҡ тө ҙөлә, унда барлыҡ шарттар тыуҙырыла, өр - яңы ҡорамалдар мен ән йыһазландырыла. Әгәр ошондай ҡаласыҡтар беҙҙә күберәк бул һа, профессиональ армия йәһәтенән проблемалар аҙыраҡ булыр и не.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал