6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Йәштәр армияны яратмай
22.02.05


       "Салауат Юлаев" был миҙгелдә тәүге тапҡыр күсмә ярыштарҙ ан 100 процент йыйып ҡайтыуға өлгәште. "Молот" командаһын ең гәндән һуң, өфөлөлөләр үҙҙәренән көслөрәк булған, плей - офф
       өсөн көрәшеүсе ЦСКА - ҡа ла бирешмәне.
       Мәскәүҙә осрашҡанға тиклем "юлаевсылар" баш ҡала армеецта ры алдында өс тапҡыр сигенгәйне. Был уйын алдынан йәш форва рд Андрей Таратухин был юлы беҙ еңергә тейешбеҙ, тип белдерҙ е һәм, күп кенә белгестәрҙе аптырашта ҡалдырып, улар теләген ә иреште. Хәҙер инде белгестәр генә түгел мәскәүҙәрҙең остаз ы Вячеслав Быков та армеецтар плей - оффҡа эләгә алмаясаҡ ти п иҫәпләй. Хәйер, әле ЦСКА һигеҙенсе урындан 7 мәрәйгә генә ҡалыша.
       Осрашыуҙың тәүге этабы гол килтермәне. Өфө хоккейсыларын биш тапҡыр уйындан сығарҙылар, әммә армеецтар бының менән фа йҙаланып ҡала алманы.
       Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә "Салауат Юлаевтың" яңы капитан ы Андрей Сидякин шайбаны һаҡсы Леонид Канарейкинға бирҙе һәм
       һуңғыһы яҡын аранан ҡапҡаға индерҙе.
       Егерме минуттың аҙағында шул уҡ Сидякин һәм Канарейкин я рҙамында Игорь Григоренко үҙен күрһәтә алды.
       Бүленгән ваҡыттың һуңғы өлөшөн хужалар үҙәренең тиҙ арал а һөжүм итеү стилендә үткәрҙе. Матч башланыу менән Соин өфөл өләрҙең ҡапҡа һаҡсыһы Йони Пууруланы "ҡоро" серияны туҡтатыр ға мәжбүр итте. 1 : 2 - хужалар өсөн ниндәйҙер өмөт барлыҡҡа
       килгән кеүек. Әммә ошо ваҡыт ЦСКА командаһын тулыһынса тар - мар итеү бурысын Андрей Сидякин үҙ өҫтөнә ала һәм Логинов
       һәм Макаров ярҙамында ҡаршы яҡ ҡапҡаға өсөнсө голды индерә . Бындай "дәрестән" һуң армеецтар бер аҙ оялды, ахыры. Һуңғы
       секундтарҙа Николишин үҙ командаһына мәрәй алып килде.
       Уйын тамамланыуына 45 секунд ҡалғас Озолинды ҡапҡаға таб ан этәләр һәм ҡапҡаны урынынан шылдырған өсөн судья буллит и ғлан итә! Әммә хоккей "эйәһе" бөгөн өфөлөләр яҡлы буғай - Же рдев шайбаны ҡапҡанан өҫкә ташлай. "Салауат Юлаев" еңә - 2 :
       3! Күрәһең, Өфөнөң йәш хоккейсылары Рәсәй армияһын яратып е ткермәйҙер.
       Сергей Николаев Мәскәүҙә үткән матчта ҡатнашмаһа ла запас тар эскәмйәһендә ултырып, осрашыуға объектив баһа бирә алды . - Һуңғы ике матчта оборона ярайһы уҡ ышаныслы булды. ЦС КА командаһы был миҙгелдә башҡа осрашыуҙар менән сағыштырған да көсһөҙөрәк күренде. Мәскәүҙәргә Мозякиндың етмәгәне һиҙел де. Тик уйын аҙағында ғына армеецтар үҙ - үҙҙәренә оҡшай баш ланы. Ә былай ҡарағанда улар плей - оффҡа эләкмәйәсәктәре ме әнн килешкәндәй тойолдо.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал