6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Башҡортостан шифаханаларына ҡыҙыҡһыныу арта
21.02.05


       Республикабыҙ шифаханалары бөгөн нисек "тын ала" Ошо һ орау менән мин "Башҡортостан курорттары" яуаплылығы сикләнгә н йәмғиәтенең путевкалар һатыу бүлеге начальнигы Валентина К оноплинаға мөрәжәғәт иттем. Әйткәндәй, "Башҡортостан курортт ары" үткән йылдың декабренән башлап путевкалар һатыу буйынса
       үҙаллы ойошма булараҡ эшләй башланы һәм уның путевкаларҙы ш ифахана хаҡтары буйынса һатыуын да билдәләргә кәрәк.
       - Беҙҙең ял йорттарына ҡыҙыҡһыныу арта барыуын билдәләргә
       кәрәк, - тип билдәләне Валентина Сергеевна. - Ял итеүселәрҙ е беҙҙең шифаханаларға башлыса һаулыҡты нығытыу мөмкинселеге
       йәлеп итә. Бында башлыса республикала йәшәүселәр дауалана,
       әммә башҡа төбәктәрҙән туристар йәлеп итеү буйынса ла эш ал ып барыла. Ошо маҡсатта беҙ реклама менән шөғөлләнәбеҙ, мәҫә лән, ошо арала республиканан ситкә, Көнбайыш Себер - Төмән яҡтарына юлланырға йыйынабыҙ.
       - Быйылғы йылды республика шифаханалары ниндәй һөҙөмтәләр
       менән ҡаршы алды
       - Хеҙмәтләндереүҙең яҡшырыуы сәбәпле шифаханаға килеүселә р күбәйҙе, һөҙөмтәлә килем дә артты. Әгәр 2003 йылда республ иканың идаралыҡ ҡарамағындағы 11 шифаханаһында 70779 кеше һа улығын нығытһа, 2004 - се йылда был һан 10,2 процентҡа күбер әк ( 77986 кеше). Килем 19,4 процентҡа артҡан.
       Яҡын арала шифахана, шифахана - профилакторий һәм балал арҙы һауыҡтырыу учреждениеларын үҙаллығынан мәхрүм итмәйенсә
       бер шифахана - курорт селтәренә берләштереү планлаштырыла, был уларға яҡшыраҡ үҫешергә булышлыҡ итәсәк, сөнки идаралыҡ ҡарамағындағы шифахана һәм ял йорттарында ғилми эш һәм кадрҙ арҙы әҙерләү буйынса эш алып барыла.
       Был учреждениеларҙың күбеһе бөгөн льгота менән файҙаланыу сыларҙы һауыҡтырыу буйынса реестрға инде. Республиканың 34 ял йорто ветерандар һәм башҡа льгота менән файҙаланыусыларҙы
       һауыҡтырыу буйынса республика конкурсында еңеп сыҡты. "Бай маҡ" ял йортон ғына алайыҡ, бында физиотерапевт процедуралар
       үтергә, минераль һыу, ҡымыҙ менән дауаланырға мөмкинлеген и ҫәпкә алғанда, льгота менән файҙаланыусылар өсөн һәйбәт дауа ланыу процесын ойошторорға мөмкин. Бынан тыш "Баймаҡта" шифа лы ләм менән дауалау урыны ла асылды.
       - Хаҡтар нисек билдәләнә
       - Төрлө кимәлдәге шифаханаларҙа "люкс" номерҙары бар, урт аса килем алып эшләүселәр өсөн дә бүлмәләр ҡаралған. Улар өс өн беҙ социаль путевка тәҡдим итәбеҙ. Әйтәйек, Яҡтыкүлдә ста ндарт корпустағы өс урынлыҡ номерға социаль путевка тәүлеген ә 630 һум, ике урынлыҡ номер 900 һум тора.
       Социаль путевка унда йәшәү йә иһә дауаланыу кимәле түбәне рәк булыуын аңлатмай. Бары тик уларға йышыраҡ өс - дүрт урын лыҡ бүлмә эләгә. Үткән йыл социаль путевка буйынса Чернобылд ә зыян күреүселәр һәм эш урынында йәрәхәт алыусылар ял итте.
       Бөгөн шифаханаларҙа социаль путевкалар буйынса льгота менән
       файҙаланыусылар һаулығын нығыта. Шулай уҡ балалар менән ял итеүселәргә беҙ шаҡтай ташлама яһайбыҙ.
       - Һеҙҙең шифаханаларға килеп ял итеү өсөн ниндәй документ тар кәрәк
       - Башта беҙ дауалаусы табип менән кәңәшләшергә, шунан һуң
       курорт картаһын тултырырға тәҡдим итәбеҙ. Юҡһа йыш ҡына кир еһенсә килеп сыға - клиент башта путевка һатып ала, һуңынан инде табипҡа мөрәжәғәт итә.
       Путевка һатып алыр өсөн паспорт һәм аҡса кәрәк, ҡул аҡсаһ ыҙ иҫәп менән файҙаланырға ла була. Шифаханала ял итеү өсөн үҙең менән путевка, шифахана - курорт картаһын һәм паспорт а лып килергә кәрәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал