6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Апрель айының ҡояшлы биш көнө
18.02.05


       Күп кенә өфөлөләр, айырыуса әҙәбиәтселәр, яҙыусы Леонид Сергеевич Соболевтың ялҡынлы телмәрен әле булһа хәтерләй. Ун ың тауышы 1958 йылдың апрель айында Өфөлә, Министрҙар совет ының ҙур залында үткән РСФСР яҙыусылары союзының ойоштороу к омитеты пленумында яңғыраны. Сарала Совет Башҡортостаны торм ошонда тәү тапҡыр башҡорт прозаһы, шиғриәте, драматургия һә м балалар өсөн ижад ителгән әҙәбиәт тикшерелде. Леонид Собол ев ул ваҡытта Рәсәй Яҙыусылар союзының ойоштороу комитеты рә йесе ине. Уның менән бергә баш ҡалабыҙға оло һүҙ оҫталары Ва лентин Катаев, Сергей Михалков, Сергей Смирнов, Михаил Лукон ин, Сергей Васильев, Сергей Сартаков, Хәсән Туфан һәм башҡал ар килде.
       РСФСР Яҙыусылар союзының мөһим бурыстарының береһе - авт ономиялы республика, край һәм өлкәләрҙә, йәғни Рәсәй халыҡта рының төрлө телдәрендә яҙышыусы авторҙар өсөн даими ижад өсө н тейешле шарттар тыуҙырыу булғанлыҡтан, Өфөлә башҡорт әҙә биәтенең хәле һәм үҫешенә ҡағылған һорауҙары тикшерергә ҡар ар ителде лә инде.
       - Шулай итеп, Икенсе пленум Өфөлә, ошо матур залда, яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында үтәсәк, һәм был осрашыуҙың һис шикһеҙ ф айҙалы булыуына иманым камил, - тип башланы үҙенең сығышын Л еонид Соболев. - Һәм, ғөмүмән, иптәштәр, был зал стеналарына н ситтә лә барыһы ла һәйбәт. Бееҙек бөйөк Ватаныбыҙ бер ваҡы тта ла бөгөнгөләй ҡеүәтле булғаны юҡ ине әле. Совет халҡы ла
       үҙ көсөнә бөгөнгөләй ышанмай ине. Барыһы ла - яҙғыса, асылы рға йыйынған бөрөләй, барыһы ла үҫеү юлында...
       Ошо тойғо беҙҙең эшебеҙҙә лә ярҙам итһен. Ә эш күп буласа ҡ. Бында сығыш яһаясаҡ иптәштәр башҡорт әҙәбиәте материалынд а ҡайһы бер дөйөм әҙәбиәт һорауҙары ҡуйһын ине тип теләге ки лә...
       Сарала башҡорт шиғриәте тураһында Мостай Кәрим, башҡорт милли романы үҫеше хаҡында Кирәй Мәргән, башҡорт драматургия һы темаһына Ибраһим Абдуллин, балалар әҙәбиәте тураһында Әнү әр Бикчәнтәев һөйләне.
       Леонид Соболев йомғаҡлау доклады менән сығыш яһаны. - Ба шҡорт әҙәбиәтселәре докладтарының ярайһы уҡ юғары кимәлен, у лар индергән яңылыҡтарҙы, әҙәбиәттәге тәбиғилек, тасуирилыҡ
       һәм сифат кимәлен билдәләү ҡыуандыра... Минең ҡарамаҡҡа был
       доклад һәм сығыштарҙың иң ҡиммәтле сифаты уртаҡ урындар бул мауы, образдарҙың конкретлылығы, ҡайһы ваҡыт, әйтәйек, Моста й Кәримдең докладындағы кеүек ябай шиғрилек. Башҡорт яҙыусы ларының тыуған әҙәбиәте тураһындағы һүҙҙәренең аҡыллы яңғыра уы һәм эскерһеҙлеге был әҙәбиәт һәм уның эшмәкәрҙәренең үҫеү е, нығыуы, аяҡтарында ныҡ баҫып тороуы улар алдында киң юл я тыуы тураһында һөйләй. Был юлда беҙ һеҙгә ысын йөрәктән ҙур уңыштар теләйбеҙ...
       РСФСР Яҙыусылар идаралығының буласаҡ рәйесе Леонид Соболе втың һүҙҙәре Башҡортостан әҙәбиәтселәре өсөн изге теләктрә б улып яңғыраны.
       Буласаҡ яҙыусы диңгеҙ училищеһын тамамлаған. 19 йәшендә ул Советтар власе өсөн көрәшкән матростар менән бергә Балтик ала була. Штурман Леонид Соболев төрлө кораблдәрҙә ун йылдан
       ашыу хеҙмәт итә. Уның барлыҡ китаптарында "шат һәм ҡыйыу ҡы ҙыл флот йәне, ниндәй тәүәккәллеккә лә әҙер, паника һәм өмөт һөҙлөк төшөнсәһе ят булған ғәҙел һәм тоғро большевик, комсо молец, ватанына йәне - тәне менән бирелгән ул йәне йәшәй..."
       Совет яҙыусыларының беренсе съезында Леонид Соболев барыһ ына ла билдәле һүҙҙәрҙе әйтте: "партия һәм хөкүмәт совет яҙы усыһына барыһын да бирҙе һәм бары бер нимәне - насар яҙыу хо ҡуғын тартып алды..."
       Леонид Соболев Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатна ша, ҡатнаша һәм яҙыуын даум итә. Ул билдәле "Капиталь ремонт ", "Диңгеҙ йәне", "Йәшел нур" китаптарын ижад итә, был әҫәрҙ әрҙе өйрәнеү мәктәп программаһына ла индерелә. Совет әҙәбиәт е үҫешендәге ҡаҙаныштары өсөн ул Социалистик Хеҙмәт Геройы и семенә лайыҡ була.
       Интернационалист - яҙыусы Ҡаҙағстан әҙәбиәтен һәм тарихын
       яҡшы белеүе менән дә билдәле, ул М. Ауызовтың "Абай" романы н тәржемә итә. РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булараҡ,
       ил буйлап бик күп йөрөй, мәҡәләләр, очерктар, докладтар мен ән сығыш яһай. 1985 йылдың декабрендә үткән бишенсе яҙыусыла р съезы алдынан БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе Ә. Мирзаһитов ү ҙенең сығышында Леонид Соколовты башҡорт әҙәбиәтенең аяғында
       ныҡ баҫып тороуына үҙ өлөшөн индергән һүҙ оҫтаһы тип атай. Леонид Соболев алып барған күсмә Пленумды ла хәтеренә төшөрө п үтә.
       "Бер нисә айҙан, - тип яҙа Ә. Мирзаһитов, - беҙҙең рус һә м рус совет әҙәбиәте менән күптән булдырылған бәйләнеш Рәсәй
       Федерацияһының башҡа халыҡ әҙәбиәт бәйләнештәре кеүек үк ны ғытыу алды. Шул көндән алып башҡорт яҙыусылар ойошмаһы һан с оставы буйынса Мәскәү, Ленинград, һәм Ҡазандан ҡала дүртенсе
       урынды алып Рәсәй яҙыусылар союзының тигеҙ хоҡуҡлы ғаиләһе нә инде.
       Беҙҙең әҙәбиәт һаны менән түгел, үҙенең эштәре, яҡшы кита птары, авторҙарҙың билдәле исемдәре менән данлы".
       17 февралдә Леонид Соболевтың вафат булыуына 34 йыл тулды .

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал