6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Әжерен бирһәгеҙ... урлағанымды кире ҡайтарам
16.02.05


       "Аша - Благовар" поезы Өфө станцияһынан көн дә бер үк в аҡытта ҡуҙғалып китә. Баш ҡалала йәшәүсе бер ир кеше үҙенең эштәре буйынса Шишмәгә барып ҡайтырға була. Барыһы ла һәйбәт
       тамамланыр ине, әммә урынына уңайлап урынлашҡас, ул күршелә ге багаж кәштәһендә полиэтилен пакет эсенән ярым сығып ятҡан
       барсетканы күреп ҡала. Бына шул ваҡыт шайтан өфөлөнө ҡотор та ла инде: барсеткала ҙур сумма һәм кәрәкле документтар яты уын күҙаллап, ул уны урларға ҡарар итә.
       Ир кеше Өфө транспорт предприятиеларының береһендә иретеп
       йәбештереүсе булып эшләй. Нәфсеһен ҡуҙғытҡан әйберҙе урлауы
       уға ҡыйын булмай - вагонда кеше күп, барсетка хужаһы ла әйб ерҙәренә иғтибар бирмәй. Шишмәлә төшөп ҡалып табышын тикшер гәс, ирҙең күңеле ҡайта, аҡса көтөлгәндән аҙ - бары тик ике мең самаһы ғына була. Бынан тыш барсеткала документтар һәм а сҡыс табыла. Нисек булһа ла аҡса эшләү теләге менән янған өф өлө визиткала яҙылған телефон номеры буйынса шылтыратып хужа һына документтары кәрәкһә, ете мең түләүен һорай. Йәнәһе, ул
       был әйберҙәрҙе урамдан тапҡан. Оҙаҡ уйлап тормай, хужа риза
       була һәм "һатыусыға" осрашырға тәҡдим итә. Әммә бынан тыш о срашыу урыны тураһында ул транспорт милицияһына ла хәбәр ите ргә онотмай. Енәйәтсе Йәшел сауҡалыҡ туҡталышы эргәһендә ҡул ға алына. Һөҙөмтәлә иретеп йәбештереүсе үҙенең ғәйебен таныу ҙы һәм килтергән зыянды ҡаплауҙы хуп күрә.
       Кемдер була торған хәл тип әйтер. Көн һайын кемдер сумкаһ ын, документтарын, кәрәҙле телефонын урлата. Әммә электричка
       йә поездың һәр мөйөшөнә милиционер баҫтырып ҡуйып булмай би т. Шул турала онотмағыҙ һәм ауыҙығыҙҙы асып йөрөмәгеҙ.

Сергей Каширин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал