6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Егерме ғәйепләү: ирҙәр ҡатын - ҡыҙҙар, ә ҡатын - ҡыҙҙар ирҙә р хаҡында
09.02.05


       Ҡатын - ҡыҙҙарға урамда, автобустарҙа, туҡталышта, кафе һәм дискотекаларҙа, уҡыу йә эш буйынса осрашырға тура килгә н, ғөмүмән, үҙҙәрен уратып алған ир - аттарҙың ниндәй сифатт ары оҡшап етмәй
       Баҡһаң, бөгөнгө заман ирҙәренең бик күп сифаттары ҡатын - ҡыҙҙарҙы ҡәнәғәтләндермәй икән. "БАШвестЪ" гәзите ойошторға н һорау биреүҙәрҙән һуң 17 йәштән алып 60 йәшкә тиклем ҡатын - ҡыҙҙар ир - аттарҙа иң алама сифаттар исемлегендә беренсе урынға һаранлыҡ, ваҡсыллыҡ, иҫәпселлек, һәм ҡурҡаҡлыҡты ҡуй ыуын белдерҙе (80 процент). Ҡатын - ҡыҙҙарҙың 50 проценты ир ҙәрҙең шаяртҡанды аңламауы, ҡанһыҙ, сикләнгән, һауалы, иҫәпс ел һәм оятһыҙлығын ҡабул итә алмай. 20 проценты ирҙәрҙең инф антиллеге, көнләшеүе, һуҡранырға, үҙен йәлләтергә яратыуы һә м аумаҡайлығынан ғазап сигә икән. Биш проценты иһә ирҙәрҙең артыҡ теүәл булырға тырышыуы, таҙалыҡ яратмауы, әммә үҙ - үҙ ен башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ яратыуына зарланды.
       Ҡатын - ҡыҙҙар үҙҙәре эргәһендә ниндәй ир кешене күрергә теләр ине 95 процент ҡатын - ҡыҙҙар өсөн идеаль ирҙең төп с ифаты - уның "уртасанан юғарыраҡ" аҡыл эйәһе булыуы, йәғни т әбиғәт биргән сифаттарға алған белеме һәм тормош тәжрибәһен дә өҫтәп, үҙен һәр саҡ камиллаштырырға ынтылыу. Һорау бир елгән Өфө ҡатындарының биш проценты ғына бәхет өсөн иң кәрәг е аҡса тулы янсыҡ тип һанай.
       Ә инде ир кешенең ыңғай сифаттары исемлегендә изге күңел лелек, һөйә белеү, үҙ эшен яратыу, тапҡырлыҡ, маҡсатҡа ынтыл ыш, асыҡ күңелле булыу тора.
       Барлыҡ ыңғай сифаттары һәм етешһеҙлектәрен бергә ҡушһаң, ниндәй ир - ат күҙ алдына баҫа һуң Күңелегеҙҙе ҡырырға т еләмәйем, әммә беҙ һорау менән мөрәжәғәт иткән ҡатын - ҡыҙҙа р был "портретты" бик үк мауыҡтырғыс тип иҫәпләмәй. Йыйылма образ былай: ул эшҡыуар ҙа, эшһеҙ ҙә булыуы мөмкин. Әгәр уны ң аҡсаһы күп икән, машина менән йорттан тыш ул ғәҙәт буйынса "ҡатын менән һөйәркә лә һатып ала". Эш менән килеп сыҡмай и кән, ул ғәҙәттә йәшел йылан менән дуҫлаша һәм бар бәләләренд ә лә ҡатынын ғәйепләй ( һирәгерәк күршеләрен, дуҫтарын, таны штарын). Егеттәр хәҙер күпселек ҡыҙҙарҙың күңелен табырға ты рышып ваҡыт әрәм итмәй, ҡаршы яҡтан иғтибар билдәләре көтә. Улар икенсе яртыһын иҫәп буйынса эҙләүҙә лә ҡыҙҙарҙан бер ҙ ә артта ҡалмай.
       Ирҙәргә килгәндә инде, улар өсөн ҡатын - ҡыҙҙа иң ҡиммәтл е сифат - матурлыҡ ( 98 процент). Көлөргәме, иларғамы, белмә йем, әммә һорау бирелгән 80 ирҙең береһе генә үҙе өсөн ҡатын - ҡыҙҙарҙа оҡшаған сифаттар иҫәбендә тоғролоҡ, яҡшы хужабик ә булыу, таҙалыҡ яратыу кеүек сифаттарҙы атаны. Тағы береһе яуап бирергә ҡыйынһынды. Ә бына ҡалғандары һорауҙы ишетеү ме нән бер һүҙ әйтте:
       - Матурлыҡ.
       - Ә башҡа сифаттар һуң
       - Ә тағы нимә кәрәк!
       Уның ҡарауы, һөҙөмтәлә ирҙәргә оҡшамаған сифаттар байтаҡ йыйылды. Улар ҡатын - ҡыҙҙарҙа йүләрлек һәм тупаҫлыҡ, намыҫһ ыҙлыҡ һәм хәйләкәрлекте, сикләнгәнлек һәм һаранлыҡты күрә ал мауын белдерҙе.
       Заман ҡатын -ҡыҙҙары, ирҙәр фекеренсә, "ап - аҡ һәм йомша ҡ" түгел, һатыла һәм һатып та ала. Ғөмүмән, ирҙәрҙең үҙен "д жентльмендарса" тотмауында ҡатын - ҡыҙҙар үҙҙәре ғәйепле.
       Ә бына ирҙәрҙең 25 проценты бының менән риза түгел. Хәйер , идеаль кешеләр юҡлығы күптән раҫланған. Ә донъяны бары мөх әббәт ҡотҡара алыуы барыбыҙға ла мәғлүм.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал