6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Еңеүҙең 60 йыллығына

Телефон аппаратының яугирҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуы тураһын да
08.02.05


       Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында элемтәселәр дошман уты аҫты нда ҡалып хәрби подразделениеларҙы элемтә менән тәьмин иткән . Йыш ҡына хәрби операцияларҙың кем файҙаһына тамамланыуы ла уларҙың оҫталығы һәм яуаплылығынан торған. Советтар Армияһ ында башлыса Өфөлә етештерелгән, барлыҡ хәрби элемтәселәргә лә яҡшы таныш УПА аппараты файҙаланылыуы билдәле. Ағас йә шниккә урынлаштырылған был күсмә аппарат ниндәй шарттарҙа ла яҡшы эшләүе меәнн айырылып тора. Әйткәндәй, күп кенә фронт элемтәселәренең ғүмерен ул тура мәғәнәһендә ҡотҡарып ҡалған . Был ваҡиғаны миңә Башҡорт кавалерия дивизияһының элекке эл емтәсеһе, Өфө телефон аппаратураһы заводы, хәҙер "БЭТО" акци онерҙар йәмғиәте ветераны Хәсәнша Ғәҙелша улы Биглов бәйән итте. Минең был заводҡа килеп эләгеүем яҙмыш ҡушыуы буйынса булды, ти ул.
       Хәсәнша Ғәҙелша улы 1924 йылдың июлендә тыуа - уға үткән йыл 80 йәш тулды. 15 йәшлек сағында малай тыуған төйәге Благ оврҙан Өфөгә килә. Ҡайҙа тура килә, шунда эшләй ул, һуңынан электр монтеры һөнәре буйынса уҡып сыға, артабан фрезеровщи к ярҙамсыһы уҡыусыһы булып урынлаша, әммә уҡыуын тамамларға һуғыш ҡамасаулай.
       Билдәле булыуынса, Өфөгә бик күп предприятиелар эвакуциял ана, эшсе ҡулдар етешмәй һәм Хәсәнде ( иптәштәре уны шулай т ип йөрөтә) Моторҙар заводына оҙаталар. Бында Рыбин заводынан килтерелгән ҡорамалдарҙы тиҙ арала урынлаштыралар һәм тәүге продукцияны етештерергә лә тотоналар. 17 йәшлек Биглов та т әжрибәле эшселәрҙән ҡалышмай. Ул ваҡытта бөтә ил "Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!" девизы аҫтында йәшәй. Өфөл ә авиация моторҙары етештерелә. Хәрби самолеттарға ҡуйылған һәр икенсе мотор Өфөлә эшләнгән була.
       Башҡа йәштәштәре кеүек үк Хәсән Биглов та йәһәтерәк фронт ҡа эләгеү хаҡында хыяллана. Дүрт тапҡыр хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә, ә инде тамам өмөтөн өҙгәс, уны предприятиеның хәрби өҫтәленә саҡыралар ( фронтҡа оҙатыу менән шөғөлләнгән бүлек шулай атала).
       ...Кавалерия дивизияһына атта яҡшы саба белгәндәрҙән тыш, техника менән дә таныш булған егеттәр ҙә кәрәк булыуы аңлаш ыла. Хәсән өс айлыҡ радистар курсына оҙатыла. Уны ла ваҡыты нан алда тамамлағас, егет фронтҡа эләгә. Бына беҙ яугир - ка валеристың тормошонда ҙур роль уйнаған ваҡиға ла яҡынлаштыҡ. Совет - Польша сигендә ул элемтә линияһы торошо өсөн яуаплы итеп билдәләнә. Һәр саҡтағыса линия буйлап бара, проводтың өҙөлгән урынын эҙләй һәм уны тоташтыра. Ҡапыл дошмандар бомб аға тота башлай. Егет ергә ҡолай, башын ҡулдары менән ҡаплай , эргәһенә аппарат һалынған ағас йәшникте ултырта. Яҡында ғы на снаряд шартлай, бар донъя тамуҡҡа әйләнгәндәй була. Бер а ҙҙан барыһы ла тынысланғас, Хәсән телефонды ҡарап сыға. Бөтә урыны ла имен кеүек, ә телефон эшләмәй. Землянкаға ҡайтҡас ҡына ярсыҡтың схема аша үтеп йәшен, ҡайтарғыста, егеттең баш ынан бер нисә сантиметрҙа туҡтап ҡалыуы асыҡлана.
       - Ошо хәлдән һуң, әгәр иҫән ҡалһам, мотлаҡ Өфөгә ҡайтып, ошондай ышаныслы аппарат етештереүсе заводҡа урынлашырға ҡар ар ҡылдым, - ти ветеран.
       Шулай итә лә. Әммә уға тиклем дивизия менән Бранденбургҡа тиклем барып етә һәм унда һуғыш тамамланыуы хаҡында ҡыуаныс лы хәбәрҙе ишетә. Артабан ике йыл Кавказда хеҙмәт итә.
       Тыуған яғына Хәсәнша Ғәҙелша улы 1947 йылда әйләнеп ҡайта . Башта бәләкәй туғандарына ярҙам итә, әсәһе 1945 йылда үлеп ҡалған була. Һуңынан телефон аппаратураһы заводына килеп эш кә урынлаша. Ошонда мөхәббәтен осрата, өйләнә.
       Коллективта уны бер нисә тапҡыр профессияһы буйынса иң яҡ шы эшсе булараҡ наградлайҙар. 1971 йылда Хәсәнша Биглов Өфө авиация институтына күсә: уҡыта, хеҙмәт һаҡлау буйынса инжен ер вазифаһын башҡара. Бөгөн Башҡорт кавалерия дивизияһының В етерандар советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Завод менән дә бәйләнешен өҙмәй.
       Һүрәттә: Х. Г. Биглов ( фото из семейного архива)

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал