6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Иҫтәлекле даталар

Шәйехзада Бабич
04.02.05


       Дүртенсе февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур зал ында үҙ иленә дан йырлаған башҡорт шағиры Шәйхзада Бабичтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған концерт уҙасаҡ.
       Үткән быуаттар сигендәге тынғыһыҙ ваҡытта йәшәгән шағирҙы ң яҙмышы тулҡынландырғыс: ул бары 24 йыл йәшәп ҡала - 1919 й ылдың 28 мартында БАССР - ҙың Йылайыр районы Йылайыр ауылынд а уны йыртҡыстарса үлтерәләр.
       Ауыл муллаһының улы Шәйхзада Бабич бала сағынан белемгә ы нтыла, тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү менән яна. 16 йәшендә була саҡ шағир Өфөнөң "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уның тәүге шиғырҙары "О, китап", "Бәхетһеҙмен", "Беҙҙең баҡса", "Ямғыр, яу" һәм башҡалар 1910 йылда яҙылған ( ул ваҡытта үҫмергә ни бары 15 йәш була). Тәүге әҫәрҙәре "Шура" журналында баҫыла ( 1913), үҙе иҫән сағында Ырымбурҙа "Зәңгәр йырҙар. Йәш Башҡ оротстан" тип исемләнгән бер генә шиғырҙар йыйынтығы сығарып өлгөрә (1918).
       Шәйхзада Бабич әҙәбиәткә аң - белем таратыу идеялары менә н илһамланып килә. Уның рухи һәм ижади эҙләнеүҙәре башҡорт х алҡының нужаларына тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, Февраль революцияһы дәүерендә ул Троицк ҡалаһында "Ирекле милләт" гәзите ойошор орға һәм сығарырға ярҙам итә һәм уның тәүге һандарында уҡ үҙ енең революция рухы менән һуғарылған шиғырҙарын баҫтыра. Ул ваҡыттағы сәйәси хәлде, мөхитте Бабич үҙенең шиғыр һәм поэма ларында оҫталарса асып бирә, улар әҙәбиәттең юғары өлгөһө ге нә түгел, "дәүер сағылышы" булып тора. Шул уҡ ваҡытта Шәйхза да Бабич шиғырҙарында тәбиғәт матурлығын да, мөхәббәт, шатлы ҡ, ҡайғы кеүек күңел тойғоларын сайпылтмайынса бирә белеүсе нескә күңелле лирик та булып ҡала ("Яҙғы йыр", "Ҡурай", "Фәр ештәм" һәм башҡалар). Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм б ашҡа күп кенә композиторҙар уның шиғырҙарына йыр һәм романст ар яҙҙы.
       Шәйхзада Бабичтың шағир ғына түгел, бына тигән сатирик һә м юморист та булыуын оноторға ярамай: ""Ҡандала" балладаһы ( 1916), "Ғазазил" поэмаһы ( 1916), "Китабеннас" эпиграммалар циклы төрки телле әҙәбиәттә үҙ урынын биләй.
       Бабич үҙ ижадында башҡорт халыҡ йырҙары һәм ҡобайырҙарын уңышлы файҙаланып, шиғыр яҙыу культураһын юғары күтәрҙе.
       Республикала халыҡ шағиры Шәйехзада Бабичты онотмайҙар, у ның ижади яҙмышы милли мәҙәниәтебеҙҙә иң сағыуҙарының береһе булыуына шик юҡ. 1995 йылда шағир иҫтәлегенә Башҡортостанда уның исемендәге йәштәр премияһы булдырылды. Шағирҙың тыуған яғы, Дүртөйлө районының Әсән ауылында Бабичҡа ҙур һәйкәл ҡу йылған, йорт - музей асылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал