6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Благовещен: зыян күреүселәр бар, ғәйеплеләр юҡ
13.01.05


       Кеше хоҡуғын һаҡлау буйынса Йәмәғәт советының республик аның Эске эштәр министрлығында үткән беренсе ултырышында һүҙ Благовещенда булып үткән хәлдәр тураһында барҙы. БР прокуро ры урынбаҫары Рәмил Исҡужин ҡалала тикшереү төркөмө эшләүен билдәләп үтте. Уға бик ҙур күләмдә эш башҡарып сығырға кәрәк буласаҡ, тине ул. Әлеге ваҡытҡа был эш буйынса 150 кешенән һорау алынған, уларҙың 35 - е зыян күргән тип табылған. Әммә , Рәмил Исҡужин билдәләүенсә, уларҙың барыһының да милиция х еҙмәткәрҙәренән зыян күреүе факт түгел.
       - Благовещенда милиционерҙарҙың үҙ вазифауи хоҡуҡтарын ар ттырып файҙалыныуы фактына ҡарата башҡорт прокуратураһы тар афынан асылған енәйәт эше буйынса аныҡ ҡына ғәйепләнеүселәр юҡ, - тип хәбәр итте "БАШвестЪ" гәзитенә БР Прокуратураһының енәйәттәрҙе тикшереүҙе күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Сәйәхов. Шулай уҡ ул Благовещенд ағы ваҡиғалар тирәләй шау - шыуҙы ҙурға ебәреүҙең сәбәбен кү рмәүен һәм уның сәйәсәткә бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмауын би лдәләне.
       Ултырышта БР эске эштәр министры урынбаҫары, Благовещен э ске эштәр бүлеге ингән оператив зона етәксеһе Анатолий Смирн ов та был йәһәттән үҙенең фекерен белдерҙе. Был ваҡиға тирә ләй шау - шыу "Зеркало" гәзитендә сыҡҡан мәҡәләнән һуң башла нды, уны башҡа ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары күтәреп алды, тине ул үҙенең сығышында.
       - Мин был публикациялар республикалағы хәл - торошҡа хәүе ф индерергә теләүсе, Эске эштәр министрлығы етәкселегенә ҡар а яғырға маташыусы ҡайһы бер әҙәмдәр мәнфәғәтенән сығып яҙыл ған тип һанайым, - тип белдерҙе Анатолий Смирнов. - Юҡһа Бла говещенда профилактик операция уҙғарған 147 милиционерҙан м инистрға буйһонған 17 омон һалдатына айырыуса ҡаты шелтә б елдерелеүен нимә менән аңлатырға.
       Башҡортостандың эске эштәр министры Рафаил Диваев үҙ сира тында Эске эштәр министрлығының дөрөҫлөккә тап килмәгән, ор гандарға ҡара яҡҡан мәғлүмәт таратыусы ҡайһы бер баҫмаларҙы судҡа бирергә йыйыныуын белдерҙе. Әйтергә кәрәк, бындай хәл БР Эске эштәр министрлығы практикаһында тәүге түгел. Һәм ки ң мәғлүмәт сараларына ҡаршы бындай дәғүәләр күпселек милиция файҙаһына хәл ителә.
       Благовещенда булған хәлдәр буйынса үҙ тикшереүҙәрен үткәр еүсе хоҡуҡ һаҡлаусылар был тема тураһында фекер алышҡанда үҙ ҙәрен көтөлмәгәнсә тыныс тотто, комментарийҙар бирмәне тип ә йтергә була. "Кеше хоҡуҡтары өсөн" хәрәкәтенең төбәк бүлексә һе етәксеһе Илдар Иҫәнғолов был эште тикшереү менән РФ Генер аль прокуратураһы шөғөлләнеүен хуп күреүен белдерҙе.
       Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының Тулы хо ҡуҡлы вәкиле эргәһендәге кеше хоҡуҡтары буйынса Координация советы вәкиле Константин Потнин әйтеүенсә, декабрь айында Бл аговещенда булған ваҡиғалар кеүек хәлдәр аҙыраҡ күләмдә, әмм ә көн һайын булып тора. Барыһының да сәбәбе - Рәсәй Эске эшт әҫр министрлығы системаһы, милицияның эш алымдары, быларҙың барыһын да күптән үҙгәртергә ваҡыт, тине ул.
       БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге кеше хоҡуғын һаҡлау буйынса Йәмәғәт советы милицияға халыҡтың уны ниндәй итеп к үрергә теләүен аңлатыр өсөн кәрәк, - тип билдәләне Константи н Потнин. - Ә Благовещен ваҡиғалары буйынса шау - шыу ҡубыуы беҙҙең милицияға файҙаға ғына буласаҡ, бындай хәлдәр ишетел ергә һәм халыҡ тарафынан тәнҡитләнергә тейеш.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал