6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Ике быуат оҙайлығындағы күпер
02.09.03


       Өс йылға менән уратып алынған башҡалабыҙ Өфөнөң ҡәҙимге тормошон күперһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ҡала халҡы н аҙыҡ -түлек менән элек-электән Ағиҙелдең икенсе ярынан
       килтереп тәьмин иткәндәр. Сауҙагәр халҡы ризыҡтарҙы йыл ға аша сығарыу ҡыйын икәнлеген иҫәптән сығармай, хаҡтарҙ ы ла күтәрә төшкән. Ағиҙел аша күпер төҙөү идеяһы 195 йыл элек, Ырымбур кисеүе ндә "йөҙөүле" күпер һалынғас, килеп тыуа. Кәмәләр өҫтөнә
       таҡталар һалып эшләнгән күпер, әлбиттә, халыҡ өсөн уңайл ы булмай. Һыуыҡтар төшкәнсе уны ҡутарып алырға кәрәк була , үткән-һүткән баржалар йыш ҡына күперҙе нығытып торған ар ҡандарҙы өҙә... Уны тәртипкә килтерер өсөн байтаҡ сығымда р ҙа талап ителә. Шулай булһа ла 1891 йылда ике, ә тағы ла бер йылдан һуң ете "йөҙөүле" күпер төҙөлә. Уларҙың б арыһын да билдәле бер тәртиптә тотоу ҡала кеҫәһен байтаҡ б ушата.
       Өфө тарихында 1888 йылда Ағиҙел аша Һамар-Златоуст тимер юлының күпере һалыныуы оло ваҡиға булып тора. Оҙонлоғо 639 метр тәшкил иткән күперҙең проектын Николай Белелюбский т арафынан төҙөлә.
       Ә инде 1971 йылда Вавилов кисеүендә иң ҙур күпер һалына. Уның оҙонлоғо 838 метрға һуҙыла.

Ирина Самойленко.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал