6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Башҡортостан: кесе эшҡыуарлыҡ аҙналығы
06.12.04


       Башҡортостан Республикаһында алтынсы тапҡыр уҙғарылған Кесе эшҡыуарлыҡ аҙналығының программаһы төрлө ваҡиғаларға би к бай булды. Беренсенән, "Башҡортостан" күргәҙмә комплексыны ң беренсе павильонында ойошторолған "Эшҡыуар - 2004" республ ика күргәҙмәһе. Унда республиканың ҡала һәм райондарынан 217
       экспонент ҡатнашты.
       Икенсенән, Кесе эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә үткәрелгән бик мөһим саралар: БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы ағз аларының Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хә биров менән, эшҡыуарҙарҙың Өфө хакимиәте башлығы Павел Качка ев менән осрашыуы, "Ауылда кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше стратегияһы " ғилми - практик конференцияһы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Бын ан тыш бер нисә конкурс та үтте: "Алтын ҡуллы оҫта", "Студен ттар ирекле эшҡыуарлыҡта", "Йылдың йәш директоры", "Ҡатын - ҡыҙ - йыл директоры" һәм башҡа бик күп саралар хәтерҙә ҡалар лыҡ итеп ойошторолдо. Мин айырыуса уңыш яулаған ике ваҡиға х аҡында һөйләмәксемен.
       "Эшҡыуарлыҡ - 2004" күргәҙмәһе республиканың эшҡыуарлыҡ ө лкәһендә иң мөһим сараларҙың береһе булды тиһәм, бер ҙә артт ырыу булмаҫ. Экспоненттар араһында аҙыҡ - түлек, мебель, төҙ өлөш материалдары, полиграфия изделиелары етештереүселәр, кө нкүреш хеҙмәтләндереү, медицина йүнәлештә эшләүсе һәм башҡа бик күп предприятиелар ҡатнашты.
       Башҡортостандың кесе эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бөгөн эшкә һәлә тле халыҡтың 14 проценты мәшғүл, улар тулайым продукттың ун процентын етештерә. Әммә республика эшҡыуарҙарынан иҡтисадҡа , урындағы бюджетҡа тағы ла ҙурыраҡ өлөш индереүҙәре көтөлә . Радий Хәбиров менән осрашыу ваҡытында һүҙ ошо турала барҙы .
       Күргәҙмәлә еңеүселәр ун номинация буйынса наградланды. "И ң яҡшы экспозиция" номинацияһында Туймазы ҡалаһы һәм районы эшҡыуарҙар союзы беренсе урынға лайыҡ булды. "Фән һәм етеште реү" ҙә, үткән йылдағы кеүек үк, "Белмаш" ( Бәләбәй) етештер еү - технология үҙәге айырылып торҙо.
       Милли колорит өсөн наградалар "Арыҫлан" Хәйбулла ит эшкә ртеү заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Башҡортостан ба ҙарын үҙләштереүҙәге ҡыйыулыҡ" өсөн "Пышка" компаниялары төр көмөнә (Өфө) бирелде.
       "Сервис. Көнкүреш. Хеҙмәтләндереү - номинацияһында иң яҡш ы эшләүсе тип "СОППОР плюс" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ( Сала уат) табылды. "Эшҡыуарлыҡ инфраструктураһы" номинацияһында " Башҡортостан прическа дизайнерҙары, косметологтар һәм визажи стар союзы" коммерция булмаған партнерлыҡ (Өфө) еңеп сыҡты. "Ғаилә эшҡыуарлығы" номинацияһында Андрей Верещагиндың билмә н һәм ярым фабрикаттар етештереү цехы (Бөрө) беренселекте яу ланы. Төбәк - ара хеҙмәттәшлек өсөн "Миәкә балыҡсылыҡ компан ияһы" (эшҡыуар Рөстәм Байтурин) дәртләндерелде.
       "Халыҡ промыслаларын тергеҙеү" номинацияһында, үткән йылғ ы кеүек үк, алтын миҙалды Благовещендан "Лоза" халыҡ художе ство промыслалары предприятиеһы яуланы.
       Кесе эшҡыуарлыҡ аҙналығының иң сағыу мәлдәренең береһе б улып "Ҡатын - ҡыҙ - йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының тө бәк этабы торҙо.
       Иң почетлы "Эшҡыуарлыҡ корифейы" исеменә "Автотехно" яуап лылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Гүзәл Сәлимйәнова (Стәрл етамаҡ районы) һәм "Атайсал" етештереү берекмәһе директоры Е катерина Чуксина (Сибай) лайыҡ булды. "Йыл меценаттары" тип шәхси эшҡыуар Вәсилә Динурова (Благовещен) һәм "Башкирия" ба ҙары диркторы Людмила Чернова (Стәрлетамаҡ) танылды.
       "Ҡатын - ҡыҙ инициативаһы" номинацияһында "Уңыш" Сауҙа йо рто директоры Галина Богодерова (Белорет), Краснохолм сервис
       комбинаты директоры Рәүиә Исламова (Ҡалтасы районы) һәм "Ал иса" бөҙрәханаһы директоры Лилиә Саматова (Дүртөйлө) еңеүгә өлгәште.
       "Социум" номинацияһында 96 - сы лицей директоры Валентина
       Семенова (Өфө) һәм "Ураҡ һәм сүкеш" гәзите редакторы Фәнисә
       Иаһирова (Учалы) беренсе урын алды. "Эшлекле стиль кәүҙәлән еше" номинацияһында "Дүртөйлө" етештереү - коммерция фирмаһы
       директоры Рина Исламова һәм Кәлтә урта мәктәбе директоры Ра биға Нәғимоваға (Ҡалтасы районы) етеүсе булманы.
       "Ышаныслы партнерҙар" тип "Центральное" сельпо идараһы рә йесе Людмила Уварова ( Асҡын районы) һәм 8 - се магазин дире кторы Римма Миәссәрова (Өфө) танылды.
       "Йылдың бизнес - асыштары" - "АудитИнтеллектСервис" етешт ереү - коммерция фирмаһы директоры Марина Андрейченко (Өфө),
       "Адель - Маркет" компанияһы директоры Нәйлә Моталлапова (Си бай) һәм "Жемчужина" туй салоны директоры Анна Сирица (Стәрл етамаҡ).
       "Ғәжәйеп ҡатын" номинацияһында "Хромэкс" яуаплылығы сиклә нгән йәмғиәте директоры Надежда Пупкова (Өфө) һәм "Стекленд " етештереү - коммерция фирмаһы директоры Вероника Николаева
       (Стәрлетамаҡ) еңеү яуланы.
       "Яңы быуын директоры" исеменә "Волшебная лампа" агентлығы
       директоры Ирина Речистер (Өфө) һәм "Ягодка" махсус башланғы с мәктәп - балалар баҡсаһы директоры Анжелика Игнатьева лайы ҡ булды.
       "Барыһын да кадрҙар хәл итә" номинацияһында еңеүсе тип Ҡа лтасы районы хакимиәт башлығының социаль һорауҙар буйынса ур ынбаҫары Зоя Максимова һәм "Орфей - трэвел" яуаплылығы сиклә нгән йәмғиәте директоры Неля Савченко (Өфө) табылды.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал