6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

"Китап" милли әҙәбиәт үҙәгенә әйләнерме
29.08.03


       Күптән түгел журналист эше буйынса миңә кешеләр Китап Ғә ли йәнәптәренә хеҙмәт иткән ерҙә булырға тура килде. Ҙур бул маған ихата эсендә йәшеренгән "Китап" башҡорт нәшриәте" нең иҫке генә бинаһы Рәсәй Федерацияһының иң ҙур нәшриәттәренең береһе тигән статусҡа тап килеп етмәгән кеүек. Бина эсендә т аҙа, йыйнаҡ, әммә ... бөгөнгө заман күҙлегенән сығып ҡараған да ярлыраҡ тип әйтәйемме. Ә бына кәштәләрҙә -- китаптар, кит аптар, китаптар... Ә сифаты һуң -- бына тигән!
       Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Сауҙа - сәнәғәт палата һы ағзаһы булған күп профилле "Китап" нәшриәтенең нигеҙен уҡ ыу -педагогика, ижтимағи - сәйәси, художество әҙәбиәт, айыры м төр баҫмалар мөхәрририәттәре тәшкил итә. Йылына бында баш ҡорт, татар, рус телдәрендә фән, иҡтисад һәм мәҙәниәттең төр лө өлкәләренә арналған ике йөҙләп баҫма продукция сығарыла.
       Нәшриәттең энтузиастары йылдан - йыл үҙ алдарына ҡуйған буры старҙың иң мөһиме -- мәҙәни - ағартыу эше тип әйтергә булыр ине. Халҡыбыҙҙың бай рухи мәҙәниәтен һаҡлап алып ҡалыу, килә сәк быуындар мәхрүм ҡалмаһын өсөн уны мөмкин тиклем китапт арҙа сағылдырыу -- бына ошо маҡсаттарға ынтылалар "Китап"та. -- Бөгөнгө йәшәйеште ябай тип әйтеп булмай,-- тип һөйләй нәш риәт директоры Азамат Урманшин. -- Йәштәр хәҙер йә бөтөнләй уҡымай, уҡыһа ла мәғәнәһеҙ әҙәбиәтте генә "йота". Шуға күрә художестволы әҫәрҙәр өс мең тирәһе тираж менән генә сығарыл а. Әммә ҡасан да булһа был ситуация яҡшы яҡҡа үҙгәрер тигән өмөттө юғалтмайбыҙ. Был тәңгәлдә Башҡортостан Хөкүмәте лә бе ҙҙе ярҙамынан ташламай.
       Сығарылған продукцияның йыллыҡ тиражы -- бер миллион дана. М остай Кәрим, Зәйнәп Биишева, Назан Нәжми һәм башҡа яҙыусылар ҙың әҫәрҙәре йыйынтығы сығарылған. Рус һәм башҡорт телдәренд ә күп томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" китаптары сыҡты. Мосолмандарҙың изге китабы -Ҡөрьән дә башҡорт телендә тап о шо нәшриәттә донья күрә. "Хәтер", "Башҡортостан Республикаһ фнда сәйәси репрессиялар ҡорбандары" кеүек китаптар быныда б аҫыла. Ғөмүмән, нәшер ителгән китаптарҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Шуға ла "Китап" нәшриәте республика, Рәсәй һәм хатта Халыҡ-ара кимәлендә үткәрелгән китап күргәҙмәләрендә һ әм конкурстарҙа ҡатнаша.

Лиана Гайнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал