6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы

Ер фильтрҙарын һаҡлап ҡалыу мөмкинме
30.11.04


       Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы аҙағына яҡынлаша, әммә бы л башланған эштәрҙе туҡтатырға ла ярай, тигәнде аңлатмай. Эк ологтар тарафынан күтәрелгән проблемалар хәл итеүҙе талап ит ә.
       Тәбиғәттең бысраныуы - мөһим фактор булыуына ҡарамаҫтан, экология буйынса икенсе урында тора. Рәсәй тәбиғәтте күҙәте ү идаралығының БР буйынса айырыуса һаҡланған биләмәләр һәм б иоүҙенсәлектәрҙе һаҡлау бүлеге начальнигы Йәүҙәт Ноғманов жу рналистар менән осрашыу ваҡытында ошо турала һүҙ алып барҙы.
       - Тирә - яҡ мөхиттең төрлө сәнәғәт ҡалдыҡтары менән бысра ныу проблемаһы беренсе сиратта иҡтисади проблема булып тора,
       - тип билдәләне Йәүҙәт Әнүәр улы. - Аҡса булғанда уларҙы х әл итеүе ауыр түгел. Әммә бөгөн барлыҡ заводтарҙы туҡтатҡан хәлдә лә экологик хәл артыҡ үҙгәрмәйәсәк: тәбиғәт системаһын а туҡтауһыҙ ҡыҫылып, беҙ матдә һәм энергия балансын боҙғанбы ҙ инде.
       Завод төҙөйбөҙмө, ер һөрәбеҙме, беседка ултыртабыҙмы, мөһ им түгел, был урын экологик функцияларын үтәүҙән туҡтай. Йәғ ни, кешенең емереүсе эшмәкәрләге тәбиғәтте һаҡлау саралары һ әм капитал индереү менән ҡаплана алмай. Бында иң мөһиме саф,
       хужалыҡ эшмәкәрлеге ҡағылмаған, тимәк үҙенең таҙартыу эшен алып барған, ҡалдыҡһыҙ технология системаһы булып торған би ләмәләрҙе һаҡлап ҡалыу. Һәм кешелектең киләсәге беҙҙең уларғ а ни тиклем иғтибар бүлеүебеҙҙән тора.
       Бөгөн беҙҙең өсөн тәбиғәт хаҡы тигән төшөнсә юҡ. Ул үҙенә н - үҙе барлыҡҡа килгән, тимәк, сикһеҙ, мәңге буласаҡ бер әй бер кеүек ҡабул ителә. Ә бына мәскәүҙәр иҫәпләүе буйынса, "Л осиный остров" паркының бер гектары 430 мең доллар тора. Был
       һанды парк майҙанына - 11 мең гектарға ҡабатлағанда!
       Ә хәҙер майҙаны 254 мең гектар тәшкил иткән Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының күпме тороуын күҙ алдығыҙға кил тереп ҡарағыҙ!
       Беҙҙең гәзиттең республикала Польшаның WWF проекты - "Б ебжа" милли паркының тәжрибәһе ни тиклем перспективалы булыу ы тураһындағы һорауға, матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы өс дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директорҙары - Вәсилә Яныбаева (Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы), Фәнүр Әлибаев ( Көньяҡ Урал), М ихаил Косарев ( Шүлгән таш), "Башҡортостан" милли паркы дире кторы Фәрих Ҡорбанаев һәм Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын ың өлкән ғилми хеҙмәткәре Александр Волков яуап бирә алманы тип әйтергә була. Рәсәйҙә айырыуса һаҡланған биләмәләр бүле генә тәбиғәтте һаҡлау сараларына йүнәлтелгән аҡсаның бары 0, 7 проценты тотонолған саҡта нимә тип яуап бирәһең инде. Миҫа л өсөн, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы федераль ҡаҙнанан йылына дүрт миллион һум ала. Шул уҡ ваҡытта "Бебжа" милли па ркы үҙ дәүләтенән ете тапҡыр күберәк ала.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бер урында торабыҙ тип әйте ргә ярамай. БР Хөкүмәтендә бөгөн "Система ООПТ" документы ҡа рала, ул республикала тәбиғәтте һаҡлауҙы юлға һалырға ярҙам итәсәк. Әммә был ғына етмәй. Ерҙең ҙур булмаған ошо фильтрҙа рын һаҡлауҙың мотлаҡ кәрәклеге барыбыҙҙың да аңына барып ете үе мөһим.
       Белгестәр иҫәпләүенсә, кеше Ерҙең 83 процентына төрлө фор мала тура йоғонто яһай. Ҡалған 17 проценты - сүллек һә аркти к төбәктәр, унда кеше йәшәмәй тиерлек. Әммә бәлә Ерҙә йәшәүс еләрҙең бары тик биш проценты хәлдең етдилеген аңлауы һәм ун ы кешелектең беренсе сираттағы проблемаһы тип ҡарауында.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал