6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Эшҡыуарға студент - дуҫ һәм иптәш!
19.11.04


       "Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта" конкурсы инде бер ниндәй
       ҙә рекламаға мохтаж түгел. Был бизнес - проекттар смотры. Р еспубликала ул дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Быйыл унда егермегә
       яҡы команда ҡатнашты. Әммә абруйлы жюри иғтибарына үҙ эштәр ен тәҡдим итеү хоҡуғына уларҙың ун бере генә эйә булды.
       Конкурста ҡатнашыу, унан тыш еңеп сығыу, әлбиттә, ҙур әһә миәткә эйә. Республика йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам итеү үҙәге
       директоры Валентина Сөләймәнова билдәләүенсә, жюри ағзалары
       проект авторҙарына реаль ярҙам күрһәтә, ә БР Кредитлау ойош малары союзы быйыл приз сифатында льготалы проценттарға инве стиция займы вәғәҙә иткән.
       Михаил Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия ун иверситетының Өфө филиалында ойошторолған "СТЭП" командаһы конкурстың даими ҡатнашыусыһы булып тора. Үткән йыл ул берен се урынды яуланы. Уларҙың үҫешен күреп торған вуз етәкселеге
       "стэп"тарҙың икәүһен менеджер сифатында эшкә саҡырҙы. Был с туденттар инициативаһына йән өрҙө тиергә була, яңы тағы ла ҡ ыйыуыраҡ проекттар барлыҡҡа килде. Йәштәр тәҡдим иткән эшҡыу арлыҡ идеяларынан конкурс эше нигеҙенә бер нисәүһе алынды. Ш улар иҫәбендәге "Шоумен оҫталығы нигеҙҙәре" тип исемләнгән п роект шоу - бизнесҡа бәйле, халыҡ алдында даими сығыш яһаусы лар өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш.
       Иекнсе проект социаль йүнәлештә тора. Ул өлкән синыф уҡыус ылары һәм студенттар өсөн бушлай эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтелгән т ренингтар ойоштороу ҡоролған. Вуз командаһының шулай уҡ худо жество - технологик проекттары ла бар, әйтәйек, сувенир прод укцияһы етештереү.
       Үҙҙәренең уҡыу йортонда дәреслек һәм махсус әҙәбиәт менән
       сауҙа итеүсе "Компас" китап лавкаһы асҡан Өфө сауҙа - иҡти сади колледжы студенттарының эше лә битараф ҡалдырмай. Проек т идеяһы - китаптарҙы һәр кем һатып алырлыҡ итеү. Уҡыу йорто
       етәкселеге йәштәргә ҡаршы килмәгән: урын һәм оргтехника бүл еп, ярҙам ҡулы һуҙған. Һөҙөмтәлә йәш эшҡыуарҙар "Эдвис" уҡы у - методика үҙәге менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырған.
       Өфө дәүләт сауҙа - иҡтисади университетының Өфө институты
       студенттарының проекты ла ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. Был команда Өфөлә Нефтекама түбә ябыу материалдары етештереүсе фирма вәк иллеген асырға тәҡдим итә. Предприятие етәкселеге студенттар ҙың тәҡдимен ҙур энтузиазм менән ҡаршы алды.
       Смотр сит ил студенттарының иғтибарын да йәлеп итте. Төр лө вуздарҙа уҡыусы республика ҡунаҡтары конкурста айырым ком анда булып сығыш яһаны.
       "Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта" - был Рәсәй һәм донъя че мпионатының һайлау туры. Республика конкурсы һөҙөмтәләре Өфө лә Бәләкәй эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә иғлан ителәсәк.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал