6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

Рәсәйҙә "яланғас" энтузиазм осоро тамамланды
18.11.04


       Барыһы ла идеянан башлана - ул элегерәк беҙҙең илдә бер нисә үҙенсәлекле стадия: шау - шыу, аңлашылмаусанлыҡ, ғәйепһ еҙҙәргә яза биреү, ҡыҫылышы булмағандарҙы наградлау аша үтә ине. Шул уҡ ваҡытта идеяны йөрөтөүсе үҙе хоҡуҡһыҙ һәм исемһе ҙ көйө ҡала бирҙе. Бөгөн иһә Рәсәйҙә был хәл үҙгәреү юлында.
       Социаль форумдар ҙа шулай уҡ идеянан башланды. Бер нисә й ыл элек ул Пермдә беҙҙең йәмғиәт йәшәйешенең социаль өлкәһен
       урынынан ҡуҙғатыу теләге менән тормошҡа ашырыла башланы. И дея йәрминкәләре башта Волга буйы федераль округында, һуңына н илдең башҡа округтарында ла тормоштоң өйрәнелгән тәртибен емерә башланы. Идея йөрөтөүселәр үҙҙәренең проекттарын: айыр ым йәшәү урындары булмағандарҙы эшкә урынлаштырыу, инвалид б алаларҙың йәшәйешен күңеллерәк итеү, үҫмерҙәрҙе мәҙәниәткә, спортҡа йәлеп итеү, миллә - ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм б ашҡа идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинселегенә эйә булды. Яң ы башланғысты ойоштроусыларҙың исемдәре һәм йөҙҙәре гәзит би ттәре һәм телевизор экрандарында күренә башланы. Уларҙың соц иаль яҡтан яҡланмаған бик күптәр өсөн кәрәклеге асыҡланды. Һ әм, ниһайәт, уларҙың тәүге энтузиазмы гранттар менән бүләклә нә башланы. Социаль форумдар барлыҡҡа килеү менән Рәсәйҙә "я ланғас" энтузиазм осоро тамамланды тиергә була.
       Үткән аҙнала Пермдә проектлы инициативаларҙың "Социаль фо рум - 2004" тип аталған асыҡ конкурсы тамамланды. Бер нисә к өнгә Мәскәү түгел, ә Камалағы ҡала барлыҡ кимәлдәге власть о ргандарын, Рәсәйҙең ҙур йәмәғәт ойошмаларын, фән эшмәкәрҙәре н, дин әһелдәрен һәм журналистарҙы йәлеп итеүсе үҙәккә әүере лде.
       Президенттың һуңғы ҡарарҙары артынан бер ябай нимә асыҡла нды - оҙайлы ваҡыт буйына пассив көтөү режимында булған йәмғ иәт үҙаллы камиллаша алмай. Һуңғы йылдарҙа Үҙәктән бойороҡ к өтөп, ҡулдарҙы ҡаушырып ултырыу эҙһеҙ үтмәгән. Әммә бөгөн "боҙ ҡуҙғалды" һәм нимә эшләргә ҡушыуҙарын көтөп ултырыу түг ел, ә региональ стратегиялар булдырыу, йәмғиәттең төрлө көст әрен бергә туплау, социаль сәйәсәттең халыҡтың бар ҡатламдар ының да йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы моделдәрен булдырыу өҫтөндә эш башлана. Йәрминкә иһә проекттарҙы бойомғ а ашырғанда үҙҙәренең файҙалылығын раҫлаған һәм хәҙер муници паль һәм дәүләт ведомстволары үҙ эшендә ҡулланған идеялар өс өн үҙенсәлекле "инкубатор" булып хеҙмәт итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, идеялар йәрминкәһе социаль өлкәнең үҫешенә этәргес
       көс булып тора. әйткәндәй, идеялар йәрминкәһенең ил өсөн әһ әмиәте бик ҙур икәнлеген аңлаған беренсе сәйәси партия булып
       "Берҙәм Рәсәй" торҙо. Уның еңел ҡулынан сара округ форумына н Бөтә Рәсәй форумына әйләнде лә инде.
       Форумда барлығы 83 төбәк ҡатнашты. Өс көн дауамында 11 ма йҙанда төрлө форматтағы социаль проекттар, закон проекттары,
       социаль өлкә үҫеше концепциялары тикшерелде.
       Көн һайын форумда ҡырҡтан ашыу социаль темаға һөйләшеүҙәр
       үткәрелде. "Социаль форум"ға ебәрелгән 1886 проекттың 271- е призер исеменә лайыҡ булды.
       "Форумда иң мөһиме нимә" - журналистар иң йыш биргән һор ауҙарҙың береһе ошо булды. Социаль сараның мәғәнәһен РФ През иденты тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Кириенко ҡыҫҡа һәм асыҡ ит еп: "Форум пафосы - бәләкәй эштәрҙең ҙурлығында" тип аңлатты . Беҙҙең республика делегацияһы ла форумға тап ошондай эштәр
       менән килде. Ете яҡташыбыҙ конкурс лауреаты исеменә лайыҡ л айыҡ булды, уларҙың проекты форумда ҡатнашыусыларҙа оло ҡыҙы ҡһыныу тыуҙырҙы. Бер нисәүһен һанап китәм. "Арлекин" хәйриә
       театры" етәксеһе Рәйсә Устинова, мәҫәлән, легендар комбриг Муса Мортазин тураһында кинофильм төшөрөүгә гарант алды. Стә рлетамаҡтан Нәйлә Шәрипова "Балалар телеканалы: телевидениен ы үҙебеҙ эшләйбеҙ" ижади проектын уңышлы тәҡдим итте. Елена Ситдиҡова инвалидтарҙы социаль мәғариф комплексы сиктәрендә уҡытыу программаһына грант яуланы.
       Әлбиттә, "Социаль форум - 2004" власть һәм йәмғиәт алдына
       ҡуйылған барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итмәне, әммә башланғыс
       бар, ә был иң мөһиме.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал