6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Берҙәм дәүләт имтиханын "штат"ҡа алырбыҙмы
04.11.04


       Берҙәм дәүләт имтиханы бәхәстәр тыуҙырыуын дауам итә. Бы л мәсьәлә буйынса байтаҡ ҡына ғалим һәм мәғариф эшмәкәрҙәрен ең РФ Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәте ҙур тулҡынланыу ҙарға сәбәп булды. Документ аҫтында 420 кеше ҡултамға ҡуйған , улар араһында исеме киң билдәле булған кешеләр ҙә бар. Мө рәжәғәт авторҙары был экспериментты тәнҡитләп кенә ҡалмай, д өйөм белем биреү учреждениеларында сығарылыш имтихандары мен ән вуздарға уҡырға инеү имтихандарын берләштереү мөмкин түге л тип белдерә.
       Күптән түгел Мәскәүҙә үткән, 2004 йыл эксперименты йомғаҡ тарына арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә сығыш яһаусы төбәк в әкилдәре иһә икенсе төрлө фекер йөрөтә. Бер һүҙ менән әйткән дә, Берҙәм дәүләт имтиханы үҙен аҡланы, уны штат режимына ин дереү мотлаҡ кәрәк, тип белдерә улар.
       БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллинаның һүҙҙәренә ҡарағ анда, Берҙәм дәүләт имтиханы мәктәп сығарылыусыларының белем ен тулыраҡ баһаларға мөмкинселек бирә.
       Әммә хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар етерлек әле. Берҙәм дәүләт имтиханы мотлаҡ бирелергә тейешме әллә уҡыусы имтихан
       биреү формаһын һайлай аламы Мәғариф учреждениеларына аттес татҡа Берҙәм дәүләт имтиханы һәм урта мәктәп курсы өсөн һуңғ ы баһаның ҡайһыһын ҡуйыуҙы ( һуңғыһы юғарыраҡ булған хәлдә)
       үҙаллы хәл итергә рөхсәт бирергәме, юҡмы
       Ошо һорауҙар менән Башҡортостан Мәғариф министрлығы респу бликаның ҡала һәм район мәғариф бүлектәренә мөрәжәғәт итте. Күпселек имтихан тапшырыу формаһын сығарылыусылар үҙҙәре һай ларға тейеш, тип иҫәпләй. Быға ҡапма - ҡаршы фекер йөрөтөүсе ләр Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн беренсе сиратта математика, һуңынан рус телен тәҡдим итә. Был исемлеккә профилле предмет тар ҙа инә.
       Район һәм ҡала мәғариф органдарында эшләүселәрҙең күбеһе аттестатҡа мөмкин булған ике баһаның юғарырағын ҡуйыу өсөн тауыш бирә.
       Әммә Берҙәм дәүләт имтиханын штат режимына күсереүгә бәйл е һорауҙар ҙа байтаҡ.
       Яуаптар эҙләргә, яңы белем биреү процедураһын камиллаштыр ыуға ваҡыт аҙыраҡ ҡала. Берҙәм дәүләт имтиханының яҙмышы тиҙ
       арала билдәләнергә тейеш. 2006 йылдан башлап ул эксперимент
       булыуҙан туҡтаясаҡ һәм штаттағы статусын аласаҡ тип күҙалла на. РФ Хөкүмәте пландарына ярашлы, экспериментта өс йылдан а шыу ҡатнашыусы төбәктәрҙә ( улар араһында Башҡортостан да ба р) Берҙәм дәүләт имтиханы бар фәндәр буйынса ла үткәреләсәк,
       ә ҡалғандар был процесҡа әкренләп ҡушыласаҡ.
       Әлегә иһә эксперимент дауам итә. Һәм үткән уҡыу йылында у нда ҡатнашыусы 65 төбәккә быйыл тағы 13 төбәк ҡушыласаҡ. Беҙ ҙең республикала Берҙәм дәүләт имтиханы математика, физика һ әм химия фәндәре буйынса тапшырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта һәр бе р сығарылыусыға имтихан тапшырыу формаһын һайлау мөмкинселег е биреләсәк.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал