6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Интернет селтәре Өфөлә тупланғанмы әллә
29.08.03


       Бөтә доньяны глобаль компьютерселтәре сорнап алды. Заман мө ғжизәһе илебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә тиклем барып еттте һ әм бер кемде лә аптыратмай. Интернет беҙҙең тормошобоҙҙа ныҡ лы төпләнде тиергә була. Уның мөмкинлектәре менән тулыһынса файҙаланмаһаҡ та, ул ҡулланыусыларға оло ярҙам күрһәтә. Мәғ лүмәтте ҡайҙалыр ебәреү тиҙлеге тураһында һөйләгәндә Интер нетты телепатия менән генә сағыштырып булалыр, моғайын. Ә бына беҙҙең илебеҙҙә Интернет барлығы тураһында бөтәһе лә бе ләме икән Рәсәйҙә Интернет көнө 30 сентябрҙә билдәләнә. П рофессиональ байрамдар исемлеген ул 1998 йылда уҡ тулыландыр а. Ул йылды Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан "Президент отелдә" 200 кеше ҡатналығында оло тантана үтә. Байрамдың тарихы бик ябай. "Инфоарт" нәшриәте ҡасандыр Интернет менән рус телен дә ҡулланыусыларҙың иҫәбен алыу уйы менән "Эй, беҙ ҡытайҙарҙ ан әҙерәкме ни" девиз аҫтында махсус кампания үткәрә. "Инфо арт" рәсми рәүештә интернет көнө тип иғлан ителгән датаға ти клем - 30 сентябргә - иҫәп алыу сайты аша селтәр менән рус т елендә ҡулланыусылар тураһында мәғлүмәт тупларға уйлай. Әйт ергә кәрәк, нәшриәт йыйған мәғлүмәттәр башҡа йәмәғәт фекере н өйрәнеүсе ойошмаларҙыҡы менән тап килә. Иҫәп алған ваҡытт а селтәр менән ҡулланыусы рәсәйлеләрҙең һаны бер милионға е тә. Ошо факт Рәсәйҙә Интернет көнөн билдәләүгә нигеҙ булы п тора ла инде.

Александр Шутов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал