6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // БР Дәүләт Йыйылышында

Үҙәккә арҡаланырға тура килмәйәсәк
03.11.04


       Һөйләшеүҙе шунда уҡ күңелһеҙ нотала башлағы килмәй, әлб иттә, әммә яңы йылдан алып халыҡтың социаль яҡланмаған өлөшө нә дәүләт ярҙамы бик аҙ тейәсәген белә тороп нисек итеп күңе лләнергә мөмкин һуң Юҡ, дәүләт үҙ - үҙен ҡарарға һәләтһеҙ б улғандарға ярҙамдан баш тартмай, әлбиттә. Үҙәк үҙенең ветер андарға, өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға, балаларға ҡарата был бурыстарын федерация субъекттарына йөкмәтә. Әйткәндәй, т әғәйенләү тәртибенән алып аҡсалата хәл итеүҙәргә тиклем барл ыҡ функцияларын да тапшыра ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, хөрмә тле субъект, аҙ тәьмин ителеүселәргә ярҙам итергә теләйһең и кән, был ҡатламға инеүселәрҙе билдәлә һәм уларға пособие түл ә, федераль бюджеттың быға ҡыҫылышы булмаясаҡ.
       Төбәктәр килешеүҙән башҡа нимә эшләй алһын инде. Халыҡ үҙ ебеҙҙеке бит. Кемебеҙҙең аҙ тәьмин ителеүсе һәм мохтаждар ар аһында күршеһе, таныштары, туғандары юҡ Улар ҙа төбәк парл аментарийҙары һәм башҡарма власть органдарын һайлауҙарҙа ҡат нашты, тимәк, үҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫтарына ышаналар. Бар төбәктәр өсөн дә яуап бирергә йыйынмайым, әммә Башҡортос танда был һорауға ҡараш ыңғай тип әйтергә була. Быға октябр ь аҙағында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡорол тай депутаттары тарафынан ҡабул ителгән социаль йүнәлештәге закон проекттары дәлил булып тора. Республика парламентарийҙ ары, киләһе йыл Башҡортостан ҡаҙнаһы дефицитлы буласағына ҡа рамаҫтан, халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламдарын иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
       Яҡын арала "Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары
       тураһында" республика законы тыл эшсәндәре һәм хеҙмәт ветер андарына ҡарата үҙгәрештәр кисерәсәк, хәҙер уларға льготалар ҙы субъекттар билдәләй һәм түләй башлаясаҡ. Республика зако н сығарыусылары ҡарары менән алда әйтелгән категорияларға ль готаларҙың айырым төрө аҡсалата түләү менән алмаштырыласаҡ. Был маҡсатҡа киләһе йыл республика ҡаҙнаһынан 1,45 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.
       Республикала ай һайын бала пособиелары ла һаҡлана. Дөрөҫ , был түләүҙәрҙең ҙурлығы үҙгәрмәй, айына бер балаға, район коэффициентын иҫәпкә алмайынса, 70 һум түләнәсәк. Был маҡсат ҡа киләһе йыл 586 миллион һум тотонорға ниәтләштерелә. Әйте ргә кәрәк, Башҡортостанда 322 097 граждан 480 920 балаға пос обие ала.
       БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары бюджет өлкәһендә эшләүселә рҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. 2005 йылдың 1 ғинуарынан был к атегория хеҙмәте өсөн түләү системаһы ( әгәр улар федераль д әүләт учреждениеларында эшләмәһә) Рәсәй субъекттары тарафына н билдәләнәсәк . Бер шарт менән - ул 2004 йылдың 31 декабрендә булған разме рҙан кәмерәк булырға тейеш түгел. "Башҡортостан Республикаһы ның дәүләт учреждениеларында эшләүселәрҙең хеҙмәте өсөн түлә " закон проекты билдәләүенсә, дәүләт секторында эш хаҡы бер ҙәм тариф селтәре нигеҙендә иҫәпләнергә тейеш.
       Республиканың закон сығарыусылары бынан тыш инвалидтар, с әйәси золом ҡорбандары, йәш ғаиләләрҙе социаль яҡлауға йүнәл телгән закон проекттары ла ҡабул итте. Тик бына ни өсөн үҙен ең һаулығын, йәшлеген, энергияһын иленә биргән граждандарҙы социаль яҡлауҙы төбәктәр тәьмин итергә тейеш, тигән һорау ғы на борсой. Ғәҙеллек ҡайҙа һуң Тотороҡло иҡтисады булған Баш ҡортостандың бының өсөн аҡсаһы бар ҙа ул, ә бына дотацияға ҡ арап тороусы төбәктәр ҡайҙан сығанаҡ табыр Унда ла бит беҙҙ әге кеүек үк кешеләр йәшәй. Бына һорау ҡайҙа ул...

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал