6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Экология

Нефтекамала экология проблемаларына ҙур иғтибар бирелә
26.10.04


       80 - се йылдар аҙағында Башҡортостан экология проблемалары б уйынса иң "алда" барған төбәктәр иҫәбендә ине. Һуңғы йылдарҙ а республика хөкүмәте тирә - яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге х әлде яҡшыртыу өсөн мөмкин тиклем саралар ҡабул итте: яңы таҙ артыу ҡоролмалары сафҡа индерелде, тирә - яҡ мөхиткә бүленеп
       сығыусы матдәләрҙе кәметеү өҫтөндә эш алып барыла, фәнни һә м тикшереү структуралары булдырылды. Һөҙөмтә булараҡ, бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы иң бысраҡ атмосфералы ҡалалар иҫә бенән төшөп ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, экология пробле маһы көнүҙәк булыуҙан туҡтамай. Нефтекама ҡала хакимиәте баш лығы, БР атҡаҙанған нефтсеһе Илүс Ғарифуллин ҡатнашлығында " Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала барҙы.
       Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән күп эштәр башҡарылыуын а ҡарамаҫтан, республикала экологик хәлдең ҡатмарлы булып ҡа лыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Сәнәғәт етештереүе кәмеүе ба шлыса оборона һәм машиналар төҙөү комплексы предприятиеларын да һиҙелде. Әммә был предприятиелар эшенең һөҙөмтәһе һаман д а үҙен һиҙҙертә. Юғары токсик органик ҡушылмалар менән бер р әттән Башҡортостандың ауыл һәм ҡалалары ауыр металдар менән дә зарарлана, һыу сығанаҡтарына үтеп инә һәм ауыл хужалығы баҫыуҙарына зарар килтерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, республик а халҡын һәм биләмәләренең экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итк әнсе эш етерлек әле.
       Нефтекама экологик йәһәттән хәле киҫкен торған ҡалалар иҫ әбенә инә. Илүс Фәрит улы һөйләүенсә, ҡала хакимиәте был мәс ьәләләрҙе хәл итеү менән етди шөғөлләнә. 2002 - 2005 йылдарғ а ҡалала "Нефтекаманың экологик хәүефһеҙлеге" комплекслы про граммаһы булдырылған. Бынан тыш автотранспорт газға күсерелг ән, ҡала санитар - экология милицияһы булдырылған.
       2004 йылдың туғыҙ айы эсендә Нефтекамала 1500 - ҙән ашыу ағас ултыртылған, 1250 квадрат метр газон төҙөкләндерелгән.
       - 2005 йылды Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү гә бәйле ҡалала "Экология һәм Һаулыҡ" тип аталған йәштәр акц ияһы ойошторолдо, - тип һөйләй ҡала башлығы.
       Һүҙен тамамлап, Илүс Ғарифуллин Нефтекама хакимиәтенең эк ологик хәлде юлға һалыу буйынса күргән саралар һөҙөмтәһе үҙ ен оҙаҡ көттөрмәҫ, тигән өмөт белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал